Ибраһим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
35 юл:
=== Иҫке Ғәһедтә ===
[[Файл:Molnár Ábrahám kiköltözése 1850.jpg|230px|thumb|Ибраһимдың күсенеүе. [[Венгрия|венгр]] рәссамы [[Молнар, Йожеф|Йожеф Молнаркартина]]һы , [[1850]].]]
Ибраһимдың тормош юлы Башланмыш китабында (Книга Бытия) һүрәтләнгән ({{Тәүрат2|Йәш|11:26}}-{{Тәүрат2|Йәш|25:10}}). Ибраһим, башта уның исеме Ибрам (אַבְרָם) була, Шумерҙағы Ур ҡалаһында б. э. т. XXI—XX быуатта донъяға килгән (Тәүратта (Библияла) «Ур Касдим» — «халдей Уры»), көньяҡКөньяҡ [[Месопотамия]]<nowiki/>лағы иң боронғо һәм мөһим ҡалаларҙың береһе. Шунда ул ғаиләгә аҫрауға алынған ҡыҙға — Сараға өйләнә (Башл.20:12). Ибрамдың атаһы Ҫерах (Фарра) Аллаһтың ҡушыуы буйынса Ур ҡалаһынан, балаларын алып, Ҡәнғәнгә күсенә (Башл.12:4). Юлда, Харан ҡалаһы янында (Төньяҡ Месопотамия), Ҫерах вафат була. Бынан һуң Аллаһ Ибрамға Үҙе күрһәткән тарафҡа юл тоторға ҡуша. Аллаһ унан бөйөк халыҡ башланырын хәбәр итә, Ибрамды юғары күтәрәсәген, уның аша Ерҙәге кешелеккә бәрәкәтен бирәсәген әйтә. Ибрамға был ваҡытҡа 75 йәш тулған була, ҡатыны Сараны, мәрхүм энеһенең улы Лутты, ҡул аҫтында булған кешеләрен һәм милкен алып, Харандан сыға ла хәнәниҙәр еренә күсенә. Аллаһ был ерҙәрҙе Ибрамдың тоҡомдарына ҡалдырырға вәғәҙә итә. Аллаһҡа ҡорбан килтерер өсөн ҡорбан усаҡтары ҡороп ҡалдырып, Ибрам көньяҡҡа юл тота, әммә унда аслыҡ була, шуға күрә Мысырға барырға ҡарар итә. Сараның матурлығын күреп, уны алыр өсөн үҙен үлтереүҙәренән ҡурҡып, Ибрам Мысырҙа Сараны һеңлеһе тип әйтә. Мысыр аҡһөйәктәре ысынлап та Сараның сибәрлеген фирғәүенгә еткерәләр. Фирғәүен Сараны үҙенә ала, Ибрам да шул арҡала мал, ҡолдар тотоп, етеш йәшәй. Әммә Аллаһ Сара өсөн фирғәүенгә һәм йортона ҡаза бирә. Фирғәүен Ибрамды саҡырып ала ла, ниңә Сараның ҡатының икәнен әйтмәнең, тип һорай. Фирғәүен шунан һуң Ибрамға туғандары, бар малы, мөлкәте менән китергә рөхсәт итә, уның кешеләре юлға оҙатып ҡуя (Башл.11:{{Тәүрат2|Йәш|12}}).
 
[[Файл:LotAndAberham.jpg|thumb|||230px|Лутты айырым сығарыу]]
43 юл:
Аллаһ был хәлдәрҙән һуң йәнә Мысыр йылғаһынан Евфратҡа тиклем ерҙәр уның тоҡомдарына ҡаласағын, башта уларҙың ҡоллоҡҡа эләгәһен, әммә һуңынан ҡотолорон һәм байырын белдерә. Ибрам Аллаһтың талабы буйынса өс йәшлек тыуса, өс йәшлек кәзә, өс йәшлек тәкә, алатуба менән күгәрсенде ҡорбанға килтерә. (Башл.15). Мәгәр Сара түлһеҙ була, үҙе урынына ҡолиәһе [[Һәжәр - Исмәғилдең әсәһе|Хәжәрҙе (Агарь)]] иренә тәҡдим итә. Ауырға ҡалғас, [[Хәжәр - Исмәғилдең әсәһе|Хәжәр]] Сараға өҫтән ҡарай башлай, Сара иһә Ибрамға дәғүә белдерә. Ибрам Сараға хеҙмәтсе менән ни эшләһә лә рөхсәт икәнен әйтә. [[Хәжәр - Исмәғилдең әсәһе|Хәжәр]] хужабикәһенең йәберләүҙәренә түҙмәй, сүлгә ҡаса. Ҡоҙоҡ янында уға фәрештә тап була һәм кире ҡайтырға бойора. Аллаһ уның ялбарыуҙарын ишеткәнен, Исмәғил (Тәүратта — Измаил) исемле улы булырын хәбәр итә. Улы тыуғанда Ибрамға 86 йәш була (Башл.16).
 
13 йылдан Аллаһ Ибрамға ишле тоҡом һәм унан күп халыҡтар таралырын яңынан иңдерә. Тәүратта әйтелгәнсә, тыуғанда уның исеме Ибрам булһа, хәҙер Аллаһ тарафынан Ибраһим (Авраам, Авраһам) (йәғни күптәрҙең атаһы) тип үҙгәртелә. Ҡәнғәндең мәңгелеккә уның тоҡомдарына ҡалыры белдерелә. Аллаһ һәр сабыйҙы (көмөш биреп һатып алынғандарын да) тыуғандың һигеҙенсе көнөнә сөннәткә ултыртырға бойора. Сараның исеме Сарра тип үҙгәртелә. Сарра Исхаҡ тигән малай табыры тураһында иҫкәртелә. Ибраһим үҙе 99 йәшендә сөннәтләнә (Башл.17).
 
[[Файл:Abraham bends down before the Three Angels.jpg|thumb||230px|left|Ибраһим Мамвра имәне аҫтында Өс Фәрештә менән осраша — мозаика [[собор Монреале|Монреалдәге собор]] ([[XII быуат]])]]
56 юл:
Ҡартайған Ибраһим, Исхаҡты өйләндерергә теләп, Төньяҡ Месопотамияға ҡыҙ күҙләргә ебәрә. Нахор ҡалаһы янында бер ҡыҙ юлсыларға ла, дөйәләренә лә һыу эсерә. Ҡыҙ Ибраһимдың туғаны Беҫуелдың (Бетуэль) ҡыҙы Рәбиға (Ревекка) булып сыға. Ата-әсәһе рөхсәте менән ҡыҙҙы алып ҡайталар һәм Исхаҡ уға өйләнә (Башл.24).
 
Ныҡ ҡартайған Ибраһим Ҡетураға (Хеттура) өйләнә, ул Зимран, Йоҡшан (Иокшан), Медан, Мадиан, Йишбаҡ (Ишбак) һәм Шуах исемле балалар таба. Ибраһимдың тәүге улы Исмәғилдән халыҡ таралған кеүек үк, уларҙан да төрлө ғәрәп ҡәбиләләре тарала.<ref name="ПЭ"/> Ибраһим күп ҡәбиләләр атаһы тигәнде аңлата. Шул рәүешле уның исеме аҡлана. (Башл.17:5). Ибраһим бар байлығын улы Исхаҡҡа ҡалдыра, ә кәнизәктәрҙән тыуған улдарына бүләктәр биреп, шәреҡкә оҙата. Ибраһим 175 йәшендә вафат була, ХеврондаҡатыныХевронда ҡатыны Сарра янында Махпела мәмерйәһендә ерләнә (Башл.25).
 
=== Инжилдә ===
74 юл:
Ибраһим йәһүди ҙә, насрани ҙа түгел, ләкин бирелгән (мосолман) хәниф ине һәм мөшриктәрҙән түгел ине. {{конец цитаты|источник=Ҡөрьән, 3 сүрә, 60(67). }}
 
== Тарихи анализ[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә] ==
 
=== Ҡәнғәнгә күсеү[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә] ===
<center>«Ибраһим Ҡәнғән еренә барған юлда»
(Питер Ластман, 1614 йыл)
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ибраһим» битенән алынған