Ямалиев Сәлих Ямалетдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up using AWB
24 юл:
 
== Тормошо ==
Сәләх Ямалетдин улы Ямалиев 1889 йылдың 6 апрелендә [[Башҡортостан|Башҡортостандың]]дың [[Бәләбәй районы]] [[Исмәғил (Бәләбәй районы)|Исмәғил]] ауылында дин әһеле ғаиләһендә донъяға килә. Атаһында һәм ауыл мәҙрәсәһендә уҡырға-яҙырға өйрәнгәс, 1903 йылда Сәләхте Бәләбәй мосолман мәҙрәсәһенә уҡырға бирәләр. Унда 1911 йылға хәтлем уҡый, бер үк ваҡытта түбән, урта синыфтарҙа мөғәллим булып эшләй.
 
1915-1917 йылдарҙа С.Я.Ямалиев батша армияһында хеҙмәт итә, беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Уҡытыусы булыу сәбәпле, ул хәрби хеҙмәттән ҡайтарып ебәрелә, 1917/18 уҡыу йылында [[Бәләбәй|Бәләбәйҙә]]ҙә балалар уҡыта, 1918- 1922 йылдарҙа [[Бәләбәй]] уҡытыусылар семинарияһында һәм уның эргәһендәге педагогик курстарҙа эшләй. 1922 йылда һәләтле педагог [[Бәләбәй педагогия техникумы|Бәләбәй педагогия техникумының]]ның идара бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Тәүге осорҙа техникумда уҡытыу-тәрбиә эшенә етәкселек итеү, һәләтле уҡытыусыларҙы ылыҡтырыу, уларҙың белемен күтәреү курстары ойоштороу, семинарҙар үткәреү туранан-тура С.Я.Ямалиевтың эшмәкәрлеге менән бәйле. 1923 йылда ул педагогия техникумы директоры итеп тәғәйенләнә һәм бында 1930 йылға тиклем эшләй.
 
1928/29 уҡыу йылында С.Я.Ямалиев квалификация күтәреү маҡсатында [[Ҡазан (ҡала)|Ҡазанда]] командировкала була, туған тел, әҙәбиәт һәм методика буйынса махсус белем ала.
41 юл:
 
== Һылтанмалар ==
* ''Яйыҡбаев К.  Я. Яйыҡбаев''. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.
 
[[Категория:Башҡортостан шәхестәре]]