Берлин: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
73 юл:
Берлин – майҙаны буйынса Европа Союзында бишенсе, халҡы буйынса, Лондондан ҡала икенсе урында тора.
 
Берлин - ФРГ составындағы 16 ерҙең береһе. Ҡала [[Шпрее]] (шул арҡала Берлинды «[[Шпреелағы Афина]]» тип тә йөрөтәләр) һәм [[Бранденбург]] федераль ерҙең үҙәгендәге [[Хафель]] йылғалары ярында урынлашҡан.
1200 йылға тиклем хәҙерге Берлин ҡалаһы урынында [[Кёльн]] һәм Берлин исемле ике сауҙа итеү ауылы булған. Уларҙың ҡасан ҡала исеме хоҡуғы алыу датаһы аныҡ ҡына билдәле түгел. Кельндың ҡала булараҡ телгә алыныуы 1237 йылда, ә Берлиндыҡы 1244 йылда теркәлгән. 1307 йылда ике ҡала берләшеп, уртаҡ ҡала идараһы булдырыла. 1400 йылда берләшкән Берлин ҡалаһы халҡы 8 000 кеше тәшкил итә. «Кёльн»-дың тарихи исеме [[Нойкёльн ( Берлин округы)|Нойкёльн]] районында сағылыш таба.
 
1417 йылдан [[Бранденбург маркграфлығы/курфюрлығы]]- ның башҡалаһы Берлин, Бранденбург менән Пруссия герцоглығы ҡушылғас, [[Пруссия]]-ның, [[Германия империя]] - һы булдырылғас уның баш ҡалаһы була.
 
Икенсе Бөтә Донья һуғышы тамамланғас, Ялта конференцияһы ҡарарына ярашлы, Берлин, Совет оккупацияһы зонаһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, 4 еңеүсе-держава тарафынан оккупация секторҙарына бүленә.
83 юл:
Һуңғараҡ өс оккупация секторы айырым дәүләт ойшмаһы статусы алған Көнбайыш Берлинға үҙгәртелә. Шулай булһа ла, Көнбайыш Берлин Германия Федератив Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә була.
Берлин секторҙары араһында күсеп йөрөү оҙаҡ ваҡыт ирекле булһа ла, Германия Демократик Республикаһы хөкүмәте халыҡ һанын кәметмәү маҡсатында, Берлин стенаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был стена 1961 йылдың 13 авгусынан Көнбайыш Берлинды уратып ала.
 
Һалҡын һуғыштың мөһим символдарының береһе булған Берлин стенаһы 1989 йылга тиклем тора. 1990 йылда Германия ҡушылғас, уның башҡалаһы Берлин була. 1994 йылда Бондан Берлинға бундестаг, президент администрацияһы һәм федераль министрлыҡтар менән бергә федераль канцлер ведомствоһы күсерелә.
 
Бөгөн Берлин донъя мәҙәниәте үҙәге булып тора. Ул Европаның иң эре транспорт узелы. Бында велосипедта йөрөү киң таралған. Күп кенә юлдарҙа велосипедсылар өсөн махсус урындар ҡалдырылған, унда хәрәкәт итеүҙе светофорҙар тәртиптә тота. Берлиндың университеттары, тикшеренеү институттары һәм музейҙары бөтә донъяға билдәле. Ҡалала планетаның төрлө мөйөшөнән килгән рәссамдар, [[дипломат]] - тар, иммигранттар эшләй һәм йәшәй.
 
== Географияһы ==
126 юл:
1415 йылда курфюрст Фридрих I Бранденбург маркграфлығына нигеҙ һала һәм 1440 йылға тиклем унда идара итә. Шул саҡтан башлап, 1918 йылға тиклем Берлинда Гогенцоллерннар династияһы ағзалары етәкселек итә. Башта Бранденбург ере маркграфтары, аҙак Пруссия королдәре буларак һәм, ниһайәт, Герман императорҙары (кайзерҙар) булып. Ҡала халкы идаралағы үҙгәрештәрҙе гел генә ыңғай яҡтан ҡабул итмәй. Мәсәлән, 1448 йылда Тимер Фридрих II-нең курфюрст замогын төҙөүенә каршы халыҡ тулҡыны билдәле була. Әммә был протест уңышҡа ирешмәй, а халыҡ үҙ сиратында күп кенә иҡтисади һәм сәйәси иректәрҙән мәхрүм ителә. 1451 йылда Берлин бранденбург маркграфтарының һәм курфюрстарының ҡала-резиденцияһы, тип иғлан ителә һәм ирекле сауҙа ҡалаһы статусын юғалта. 1618 йылдан алып, 1648 йылга тиклем барған утыҙ йыллыҡ һуғыш ҡалаға ҙур зыян килтерә: биналарҙың өстән бер өлөшө емерелә, халыҡ һаны яртылаш кәмей. 1640 йылда Бөйөк Бранденбург курфюрсты тип танылған Фридрих Вильгельм атаһынан идара итеүҙе үҙ ҡулына ала. Уның сәйәсәте иммиграцияны яҡлай һәм дини толерантлыҡҡа хас була. Идара итеүенең икенсе йылында уҡ ул Фридрихсвердер, Доротеенштадт һәм Фридрихштадт биҫтәләренә нигеҙ һала.
 
1671 йылда Фридрих Вильгельм Австриянан килгән 50 йәһүд ғаиләһен үҙ ерендә һыйындыра. 1685 йылда Потсдам эдикты менән Бранденбургка француз гугеноттарын саҡыра. 15 000- дән ашыу француз килә һәм 6 000 -е Берлинда йәшәргә ҡала. 1700 йылдарҙа Берлин халкының 20%-ын француздар тәшкил итә. Францияның мәҙәни тәьҫире лә ғәйәт ҙур була. Шулай уҡ ҡалала Богемиянан, Польшанан һәм Зальцбургтан килгән иммигранттар һаны ла ҙурая.
 
=== Король баш ҡалаһы ===
146 юл:
=== Тарҡалыуҙан берҙәмлеккә ===
[[Файл:Occupied Berlin.svg|200px|thumb|[[Четырёхсторонний статус Берлина|Зоны оккупации Берлина]]]]
[[Файл:Potsdamer Platz 1945.jpg|thumb|200px||thumb|[[Потсдамская площадь]] и [[Колумбус-хаус]] в 1945 году]]
[[Файл:Berlinermauer.jpg|thumb|200px|[[Берлинская стена]]. Вид со стороны [[Западный Берлин|Западного Берлина]]]]
1945 йылда һуғыш тамамланғас, Берлиндың күп өлөшө емерек хәлдә була. Кызыл армия ҡаланы алып, Германия бер һүҙһеҙ тулы капитуляция иғлан иткәс, Берлин Бөтә Германия кеүек, сит ил идараһы аҫтындағы өс секторға бүленә. Көнбайыш Союздаштарҙың (АКШ, Бөйөк Британия) секторы ҡаланың көнбайыш өлөшөн, ә Советтар Берлегенең секторы көнсығыш өлөшөн ала. Шулай уҡ 1945 йылдың 26 июлендә ҡалала француз секторы булдырыла.
 
155 юл:
 
Көнбайыш Берлин “Көнбайыш витрина”- һына һәм юғары йәшәү кимәле, социаль яҡлауы, демократик иреге булған ҡалаға әйләнә.
Ул ваҡытта ФРГ үҙенең “ваҡытлыса баш ҡала”-һыҡала”һы итеп Бонн ҡалаһын, ГДР Көнсығыш Берлинды һайлай. Берлиндың көнсығышы һәм көнбайышындағы ҡаршылыҡтар көсәйеүе, 1961 йылда ҡаланы бүлеп, стена төҙөүгә сәбәпсе була. Уның инициаторы булып, социалистик ГДР тора.
 
Граждандарҙың бер территориянан икенсеһенә күсеүе сик контроль-үткәреүе буйынса ғына рөхсәт ителгән. 1971 йылда Көнбайыш Берлин буйынса, уның статусын көйләүсе дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
163 юл:
Мәҫәлән, 1965—1978 йылдарҙа булдырылған “Көнбайыш Берлин территорияһын файҙаланыу планы” бөтә Берлин территорияһының демографик гипотезаһын һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙе үҙ эсенә ла. 1984 йылда ғына әлеге пландың яңы редакцияһында уның проект ҡарарҙары ҡәтғи рәүештә ҡаланың көнбайыш өлөшөн үҫтереүгә йүнәлтелә һәм бөтә ҡала райондың, көнсығыш өлөштөң проблемаларына ҡағылмай.
Ошондай уҡ тенденция Көнсығыш Берлиндың генераль планын төҙөгәндә лә күҙәтелә. 1949 йылда ук төҙөлә башлаған ошо планда ла һәм “Ҙур Берлин территорияһын булдырыу планы”-ндапланы”нда ла (1955 йылда төҙөлә башлай) һүҙ берҙәм ҡала районы тураһында бара.
Көнсығыш Германияның халҡы баҫымы аҫтында Советтар Берлегенең ГДР-ҙың эске эштәренә ҡыҫылмауы һөҙөмтәһендә, 1989 йылда Берлин стенаһы емерелә. 1990 йылдың 3 октябрендә Германия Демократик Республикаһы Германия Федератив Республикаһының төп законына буйһона. Германия берҙәм илгә әйләнә. 1991 йылда  бундестаг, Берлинға күсеү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм шуның менән Германия хөкүмәтенең ҡайҙа урынлашыу бәхәсенә нөктә ҡуя. 1999 йылдың 1 сентябрендә Германия хөкүмәте һәм парламенты Берлинда үҙ эшенә тотона. Берлинда 147 илдең илселеге урынлашҡан.
198 юл:
 
== Иҡтисад ==
Берлин—Берлин — Германияла ғына түгел, ә бөтә Евро Союзда иң эре иҡтисади-финанс үҙәге. Радиоэлектрон сәнәғәт, [[машиностроение]], транспорт төҙөлөшө үҫешкән. Ҡала халыҡ-ара сауҙа йәрминкәләре, күргәҙмәләр ойоштороу өсөн мөһим сауҙа үҙәге булып һанала.
20009 йылда Берлиндың [[эске тулайым продукт]]-ы €90,1 млрд тәшкил иткән.<ref>{{citeCite news |url=http://de.reuters.com/article/topNews/idDEBEE51O0CG20090225|title=Exporteinbruch stürzt deutsche Wirtschaft in die Krise|work=[[Reuters]]|accessdate=19 August 2008|language=German}}</ref>.
 
Ул 2008 йыл менән сағыштырғанда 1,7%-ҡа артҡан <ref>[http://www.berlin.de/imperia/md/content/sen-wirtschaft/konjunkturdaten/a_03.pdf?start&ts=1272613011&file=a_03.pdf Konjunkturdaten], Berlin.de, Abgerufen am 9. Juni 2010</ref>. }}</ref>. Берлинда эшһеҙлек кимәле юғары. 2010 йылдың майында 13,6 %, бөтә ил буйынса 7,7 % булған. Яҡынса 17 % халыҡ Социаль кодексҡа ярашлы ярҙам ала<ref>''[http://www.morgenpost.de/wirtschaft/article1317547/Arbeitslosigkeit-in-Berlin-geht-zurueck.html Arbeitslosigkeit in Berlin geht zurück.]'' In: ''[[Berliner Morgenpost]]', abgerufen am 1. Juni 2010.''</ref>.
Берлиндың яҡынса 80 % компанияһы хеҙмәтләндереү секторында эшләй.
 
== Инфраструктураһы ==
[[Файл:U-Bahn Berlin Platz der Luftbrücke Bahnsteighalle.jpg|200px|thumb|Одна из станций [[Берлинский метрополитен|Берлинского метрополитена]]]] [[Файл:Flexitityberlin.jpg|200px|thumb|[[Берлинский трамвай]]]]
Берлин— эре транспорт үҙәге; каналдар селтәре ҡаланы Эльба һәм Одер йылғалары менән тоташтыра. Тегель — Берлиндың халыҡ-ара аэропорты. Берлиндың үҙәк вокзалы Европалағы иң ҙур вокзал һанала.
Берлинда 5334 саҡрым юл, шуларҙың 66 саҡрымы магистраль, 979 күпер бар. 2004 йылда 1428 мең автомобиль теркәлгән, шул иҫәптә 6800 такси.
211 юл:
Урындағы йәмәғәт транспортын [[BVG]] и Deutsche Bahn компаниялары тәьмин итә. Ул 1626 саҡрым автобус маршрутына, 187 саҡрым трамвай линияһына, 150 саҡрым [[Берлин метрополитене]]-на һәм 328 саҡрым ҡала тимер юлына эйә. 2006 йылда футбол буйынса донъя чемпионатына ҡарата яңы тимер юл вокзалы асыла.
 
Берлинды ике аэропорт хеҙмәтләндерә: Бранденбург федераль ере сигендә урынлашҡан [[Берлин-Тегель]] һәм 2010 йылда 15,7 млн кеше файҙаланған [[Берлин-Шёнефельд]] аэропорты.,].
 
[[Берлин метрополитен]]-е ({{lang-de|U-Bahn Berlin}})— ҡаланың мөһим транспорт үҙәге булып тора. Ул 1902 йылда асыла. Бөгөн метро 151,7 саҡрымлыҡ юлы һәм 173 станцияһы булған төп 9 линияға эйә. Иң оҙон линия — U7, уның оҙонлоғо 32 саҡрым. Ул Германияның иң оҙон ер аҫты юлы булып һанала. U4 линияһы иң ҡыҫҡаһы, бары тик 3 саҡрымлыҡ ҡына. 2003 йылдан алып U4 линияһынан башҡа бөтө маршруттарға ла төнгө линиялар индерелә. Юлдың 80 % -ы ер аҫтында.
219 юл:
 
== Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындар ==
[[Файл:Berlin, Mitte, Lustgarten, Dom.jpg|thumb|200px|[[Берлинский кафедральный собор|Берлинский собор]]]]
Ҡала үҙенең урта быуаттарҙа төҙөлгән ҡайһы бер һыҙаттарын һаҡлап ҡала алған. 18-19 быуаттарҙа дөрөҫ һыҙыҡлы майҙандар (Жандарменплатц), киң урамдар (Унтер-ден-Линден), барокко стилендәге биналар төҙөлә.
 
225 юл:
 
Брайтшайдтплатц майҙанында император Вильгельм сиркәүе харабалары һуғышты иҫкәртеүсе һәйкәл булараҡ һаҡланған.
Трептов паркында Берлин өсөн көрәштә һәләк булған Совет армияһы яугирҙәренә бағышланған тарихи мемориаль зыярат урынлашҡан. Унда мавзолей һәм азат итеүсе яугиргә һәйкәл дә бар (скульпторы Е. В.  Вучетич). Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы яңы төҙөлөштәргә төрлө милләт архитекторҙар коллективы төҙөгөн Ганза кварталын, Олимпия кварталы янындағы торлаҡ кварталды (архитекторы Ле Корбюзье,) Карл-Маркс-аллеяһын, Берлин филармонияһын, Яңы милли галереяны (архитекторы Л. Мис ван дер Роэ) һ.б. индерергә була.
 
Берлиндың визит карточкаһы булып, бөтә донъяға билдәле [[Бранденбург ҡапҡаһы]] һәм [[Еңеү колоннаһы]] тора. Әммә ҡаланың быларҙан тыш та, Германяның толерантлығын, асыҡлығын күрһәтеүсе сағыу символы бар -[[United Buddy Bears|берлин айыуы]].
 
=== Берлин парктары ===
[[Файл:Berlin Tiergarten Siegessäule Luftansicht.jpg|200px|thumb|Центральный парк [[Большой Тиргартен]]]]
Ҡаланың көнбайышын һәм көньяҡ-көнсығышын киң урмандар алып тора. Һәр урам тиерлек ағастар менән биҙәлгән. Шуға күрә Берлинды Германияның иң йәшел метрополияһы тип әйтергә була. Бында 2500-ҙән артыҡ парк һәм ял итеү урыны бар. Уларҙың дөйөм майҙаны 5500 гектар. Парктар, урмандар, йылғалар, күлдәр һәм каналдар ҡала майҙанынынң 30%-ын алып тора.
 
242 юл:
 
=== Музейҙар ===
[[Файл:Bodemuseum - Front.jpeg|200px|thumb|[[Музей Боде]]]]
Берлин — музейҙар ҡалаһы. Уларҙың тарихы Германия тарихы, уларҙың бүленеше менән тығыҙ бәйле. Элекке Пруссия батшалары йыйынтығы һуғыш вакытында өлөшләтә эвакуациялана, өлөшләтә йәшерелә. Һуғыш тамамланғас, коллекцияның бер өлөшө Көнсығышта, икенсеһе Көнбайышта булып сыға. Хәҙерге Берлинда бер нисә музей үҙәге бар. Иң тәү сиратта көнсығышта урынлашҡан, үҙенә Боде һәм Пергам музйҙарын, Иҫке милли галереяны һыйындырған Музейҙар утрауы. Көнбайыштағы музейҙар Европа рәсем сәнғәте һәм башҡа әҫәрҙәрҙең байлығы менән дан тота. Башҡа музей үҙәктәре — Мысыр һәм Далем музейҙары (этнологик музей, Һиндостан сәнғәт музейы һ.б.) Далемда урынлашҡан. Улар шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Музейҙар утрауында һуғышҡа тиклемге Берлиндың мәҙәни ҡиммәттәре һаҡланған. Һуғыш ваҡытында ҙур зыян күрһә лә. төп коллекция һаҡланып ҡала.
 
250 юл:
 
=== Театрҙар ===
[[Файл:Konzerths 3a.jpg|200px|thumb|[[Берлинский драматический театр]]]]
Театрҙар араһында : [[Немец операһы]], [[Берлин дәүләт операһы]], [[Комиш опер]], Шиллер исемендәге театр, [[Берлинер ансамбль]], [[Немец театры]], Курфюрстендамдағы театр, [[Берлин драма театры]], [[Фридрихштадтпаласт]], Метрополь халыҡ театры, бик күп варьет һәм кабарелар һ.б. бар. Үҙ ваҡытында [[Вильгельм Фуртвенглер]] һәм [[Герберт фон Караян]] етәкселек иткән [[Берлин филармония оркестры]] ҙур билдәлелек яулаған.
 
258 юл:
Берлин үҙәгенән 30 минут алыҫлыҡта урынлашҡан [[Ҙур Ванзее]]
күлендәге пляж да ял итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.
Берлин территорияһында урынлашҡан иң ҙур урман — [[Отто фон|Бисмарке Бисмарк]] ваҡытында төҙөлгән торлаҡ квартал буйлап һуҙылған билдәле Грюневальд һәм шулай уҡ, боҙлоҡ дәүерендәге Халензее [[Кёнигсзе]], Дианазее Хундекельзее (хәҙер унда каштан, ҡайын, бук ағастары үҫә) күлдәре сылбыры халыҡтың яратҡан ял итеү урыны
 
== Мәғариф һәм фән ==
[[Файл:Humboldt Universitaet Berlin.jpg|thumb|200px|[[Гумбольдт исемендәге Берлин университеты]]]]
Берлиндың Пруссия, һуңырак Герман империяһының баш ҡалаһы булыуы, уның фәнни үҙәккә әүерелеүен алдан уҡ билдәләй. Билдәле булыуынса, Икенсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, ҡала икегә бүленә. Көнсығыш өлөштә ҙур фәнни ойошмалар яңынан тергеҙелә. Улар араһында Германия фәндәре академияһы, Гумбольдт исемендәге Беерлин университеты, Берлин техник университеты, Берлин сәнғәт университеты бар.
 
Дәүләт сәйәсәтенең Көнбайыш Берлиндағы фәнгә ярҙам итеүе арҡаһында [[Берлин ирекле университеты]] асыла, фәндең стратегик йүнәлешен булдырыуға, фәнни кадрҙар әҙерләү буйынса рекомендациялар индереүгә һәм иҡтисади тикшеренеүҙәр, урбанистика, ядро тикшеренеүҙәре буйынса фәнни үҙәктәр асыуҙы маҡсат итеп ҡуйған [[Макс Планк ойошмаһы]] булдырыла.
Германия берләшкәс, Берлин Европаның алдынғы фәнни үҙәктәренең береһе булыу статусын кире ҡайтара. Бөгөнгө Берлин студенттары һаны яҡынса 140 000 кеше тәшкил итә.
 
299 юл:
== Һылтанмалар ==
{{Навигация
|Викисловарь = :ru:Берлин
|Портал =
|Викисловарь Викицитатник = :ru:Берлин
|Викитека = :ru:Берлин
|Викиучебник =
|Викисклад = Category:Berlin
|Викицитатник =Берлин
|ВикитекаВикиновости = :ru:Берлин
|Викивиды =
|Викиновости = Берлин
|Метавики =
|Тема = Берлин
Юл 311 ⟶ 309:
* [http://www.berlin.de Официальный сайт города {{ref-de}}]
 
{{ТК}}
{{Германия федераль штаттары}}
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
{{Европа башҡалалары}}
{{Германияның федераль штаттары}}
Юл 321 ⟶ 316:
 
[[Категория:Берлин| ]]
[[Категория:ГерманияныңМиллионер миллионлы ҡалаларыҡалалар]]
[[Категория:Ганза]]
[[Категория:Германия ҡалалары]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Берлин» битенән алынған