Гомер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
12 юл:
|Жанр = героик эпос
|Язык произведений =
|Викитека = :ru:Гомер
}}
 
'''Гомер''' ({{lang-el|Ὅμηρος}}) (йәшәгән ваҡыты  — б. э. т. XII быуат һәм б. э. т. VII быуат араһы)  — легендар [[Боронғо Греция]]ның сәсән—шағиры. [[Европа]] әҙәбиәтенең боронғо ҡомартҡылары булған<ref>{{cite book|author= Vidal-Naquet, Pierre|title=Le monde d'Homère|publisher=Perrin|year= 2000|page=19}}</ref> «[[Илиада]]» һәм «[[Одиссея]]» эпик поэмаларын ижад итеүсе булып иҫәпләнә. Табылған боронғо грек папирустарының яҡынса яртыһы Гомерҙыҡы<ref>{{cite book| author= Finley, Moses|title=The World of Odysseus|publisher=New York Review of Books|location= New York|year= 2002|pages=11–2| isbn=978-1-59017-017-5}}; Finley’s figures are based upon the corpus of literary papyri published before 1963.</ref>. Легенда буйынса ул һуҡыр булған.
 
== Биографияһы ==
22 юл:
Шуныһы асыҡ, «Илиада» һәм «Одиссея» үҙҙәрендә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙан күпкә һуң, әммә уларҙың барлығы теркәлгән беҙҙең эраға тиклемге VI быуаттан иртәрәк булдырылған. [[Геродот]] әйтеүенсә, Гомер уға тиклем 400 йыл элек йәшәгән<ref>[[Геродот]] 2.53.</ref>. Башҡа боронғо сығанаҡтар уның Троян һуғышы ваҡытында йәшәүен билдәләй<ref>{{cite journal|author= Graziosi, Barbara|title=The Invention of Homer|location=[[Cambridge]]|year=2002|pages=98–101}}</ref>.
 
Гомерҙың тыуған урыны билдәһеҙ. Ул тыуған ер булыу хоҡуғына 7 ҡала дәғүә иткән: Смирна, Хиос, Колофон, Саламин, Родос, Аргос, [[Афина]]{{sfn|Анпектова-Шарова & Дуров|2004|p=63}}<ref name=autogenerated1 />. Геродот һәм Павсаний әйтеүенсә, Гомер ''Киклада архипелагының Иос утрауында'' үлгән. «Илиада» һәм «"Одиссея»"ның Грецияның ионий ҡәбиләләре йәшәгән диңгеҙ ярҙары буйында, йәки уға яҡын утрауҙарҙың береһендә сығарылыуы мөмкин. Гомер диалекты уның ниндәй ырыуға ҡарауы тураһында аныҡ мәғлүмәт бирмәй, сөнки ул боронғо [[грек теле]]нең ионий һәм золий диалекттарының ҡушылмаларынан тора. Гомер диалекты, уның ғүмерен самалаған ваҡыттан алда уҡ барлыҡҡа килгән шиғри ''койнэ'' формаларының береһен сағылдыралар тигән фараз бар.
 
Традиция буйынса Гомер ''һуҡыр'' итеп һүрәтләнә. Был уның тормошондағы реаль факттарҙан алынмаған һәм бары тик антик биография жанрына хас булған тергеҙеү булыуы ихтимал<ref name=autogenerated1 />. Күп кенә билдәле легендар күрәҙәселәр һәм йырсылар һуҡыр булғанлыҡтан (мәҫәлән, Тиресий), поэтик һәм күрәҙәлек һәләтен бер-береһенә бәйләгән антик логика буйынса Гомерҙың фаразланған һуҡырлығы ысынбарлыҡ кеүек күренә. Бынан тыш, «"Одиссея»"лағы йырсы Демодоктың тыумыштан һуҡыр булыуы ла<ref>Одиссея VIII, 63 сл.</ref> автобиографик итеп ҡабул ителгән булыуы мөмкин.
 
Беҙҙең эраға тиклем III быуаттан да һуң түгел, ә ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса тағы ла алдараҡ<ref>Тронский И. М. История античной литературы М., 1983. С. 66.</ref> барлыҡҡа килгән «Гомер менән Гесиод ярышы» тигән шиғри ярыш тураһында шундай риүәйәт йәшәй: йәнәһе лә, шағирҙар Эбвей утрауында һәләк булған Амфидема иҫтәлегенә ойошторолған уйындарҙа осрашҡан һәм үҙҙәренең иң яҡшы шиғырҙарын уҡыған. Ярышта судья булған батша Панед еңеүҙе Гесиодҡа бирә, сөнки ул игенселеккә һәм тыныслыҡҡа саҡыра. Тыңлаусылар аудиторияһы иһә Гомер яғында була.
 
Гомерҙың «Илиада» менән «Одиссея» поэмаһынан тыш һуңғараҡ барлыҡҡа килгән тағы ла башҡа әҫәрҙәре бар, тип һанайҙар. Мәҫәлән, «Гомер гимндары» (беҙҙең эраға тиклем VII- VVII—V быуаттарҙа, Гомерҙың үҙе кеүек боронғо грек шиғриәте өлгөһө тип һанала), «Маргит» комик поэмаһы һәм башҡалар.
 
«Гомер» исеме тәү тапҡыр беҙҙең эраға тиклем VII быуатта, Каллин Эфесский уны «Фиваида» авторы тип атаған ваҡытта осрай. Исемдең мәғәнәһен антиклыҡ ваҡытында уҡ аңлатырға маташып, ''«аманат»'' (Гесихий), ''«сираттағы артына»'' ([[Аристотель]]) йәки «һуҡыр»<ref>P. Chantraine, ''Dictionnaire étymologique de la langue grecque,'' Klincksieck, Paris, 1968, vol. 2 (3-4) p. 797 ''ad loc.''</ref><ref>H.G. Liddell, R. Scott, ''A Greek-English Lexicon'', rev. ed. Sir Henry Stuart-Jones, Clarendon Press, Oxford, 1968 ''ad loc''.</ref><ref>Pseudo-Herodotus, ''Vita Homeri''1.3 in Thomas W. Allen, ''Homeri Opera'', Tomus V,(1912) 1946 p. 194. Cf. Lycophron, ''Alexandra,'' l.422</ref> (Эфор Кимский) кеүек варианттар тәҡдим иткәндәр. Тик был варианттарҙың береһе лә, Гомерға «ижад итеүсе», «аккомпаниатор» кеүек заманса мәғәнәләрҙе тағырға маташҡан кеүек, ышандырырлыҡ булмай. <…> Моғайын, ионик формаһындағы «Ομηρος» һүҙе уның ғәмәлдәге ысын исеме булғандыр<ref name=autogenerated1 /><ref>Книга: Боура С. М.: Героическая поэзия. С. 547</ref>.
 
== Гомер мәсьәләһе ==
41 юл:
 
=== «Аналитиктар» һәм «унитарийҙар» ===
XVIII быуат аҙағына тиклем Европа фәнендә «Илиада» һәм «Одиссея»ның аторы Гомер, һәм улар нисек ижад ителгән шул килеш һаҡланып ҡалған, тигән фекер өҫтөнлөк ала. (Әммә инде 1964 йылда аббат д’Обиньяк үҙенең «Conjectures académiques»-ында «Илиада» һәм «"Одиссея»"ның беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта Ликург Спартанский Спартала йыйған үҙаллы йырҙар булыуын раҫлай). Тик 1788 йылда Ж. Б.  Вилуазон Venetus A кодексынан «Илиада»-ға схолий баҫтыра. Күләме буйынса ул был поэманан ашып китә, антик филологтар (Зенодот, Аристофан, Аристарх) ижад иткән йөҙәрләгән вариантан тора. Был баҫманан һуң Александрия филологтарының Гомер поэмаларының йөҙәрләгән юлының икеле йә иһә бөтөнләй ысын түгел, тип һанауы асыҡлана. Улар был юлдарҙы ҡулъяҙманан һыҙып ташламаған, тик айырым билдәләп ҡуйған була. Схолийҙарҙы уҡыу ҙа, беҙҙә булған Гомер текстарының эллинистик ваҡытҡа тура килеүе хаҡындағы һөҙөмтәгә килтерә. Ошо факттарҙан һәм башҡа фекерҙәрҙән сығып, (Гомер дәүерендә яҙыу булмаған, шул арҡала бындай оҙон поэма яҙып булмаған, тип һаналған) Фридрих Август Вольф «Гомерға баш һүҙ» китабында<ref>Wolf F.A. Prolegomena ad Homerum. Halle, 1795</ref> йәшәү барышында ике поэма ла мөһим һәм ҡырҡа үҙгәрештәр кисергән, тигән фаразлауын белдерә. Шулай итеп, Вольфтың фаразына ярашлы, «Илиада» менән «"Одиссея»"ны ниндәйҙер бер авторҙыҡы тип әйтеп булмай.
 
Вольф «Илиада» тексын ижад итеүҙе беҙҙең эраға тиклем VI быуатҡа ҡарата. Ысынлап та, антик авторҙарҙың мәғлүмәте буйынса (шул иҫәптән [[Марк Туллий Цицерон|Цицерон]] да), Гомер поэмалары беренсе тапҡыр Афина тираны [[Писистрат]] йәки уның улы [[Гиппарх]] күрһәтмәһе буйынса бергә йыйыла һәм яҙыла. Был «писистрат мөхәррирләүе» «Илиада» һәм «"Одиссея»"ны тәртипкә һалыу өсөн кәрәк була. Поэма тексының ҡапма-ҡаршылыҡлығы, унда төрлө дәүерҙәге ҡатламдарҙың булыуы, төп сюжеттан ныҡ ситкә тайпылыуы аналитик ҡараш файҙаһына була.
 
Гомер поэмаларының нисек булдырылыуына хаҡында аналитиктар төрлө фаразлауҙар белдерә. Карл Лахманн, мәҫәлән, «Илиада» ҙур булмаған бер нисә йырҙан тора тиһә («бәләкәй йырҙар теорияһы»), Готфрид Германн киреһенсә, һәр поэма бәләкәй йырҙарҙы яйлап киңәйтеү һәм яңы материал өҫтәү менән («башланғыс нигеҙ теорияһы») булдырылған, ти.
 
Вольфтың оппоненттары («унитарийҙар» тип аталыусылар) бер нисә ҡаршы аргумент килтерә. Беренсенән, «писистрат мөхәрирләүе» юрауы икеләнеү уята, сөнки был туралағы бар мәғлүмәттәр ҙә һуңыраҡ осорға тура килә. Икенсенән, ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм ситкә тайпылыуҙар күп авторлыҡты аңлатмай, сөнки ҙур әҫәрҙәрҙә улар йыш осрай. «Унитарийҙар», «Илиада» һәм «"Одиссея»"ның йөкмәтке тулылығына, композиция матурлығына һәм симметрияһына нигеҙләнеп, поэмалар авторының берлеген иҫбат итә.
 
== Әҙәбиәт ==
 
=== Текст һәм тәржемәләр ===
* С появлением книгопечатания, в 1488 году во Флоренции Димитрием Халкокондилом впервые были изданы «Илиада» и «Одиссея».
Юл 98 ⟶ 99:
 
Тикшеренеүҙәр:
* ''Деревицкий А. Н.'' Гомерические гимны. Анализ памятника в связи с историей его изучения. — Харьков, 1889. — 176 стр.
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 106 ⟶ 107:
{{Навигация
|Тема = Гомер
|Викицитатник = :ru:Гомер
|Викитека = :ru:Гомер
|Викисклад = Homer
}}
* [http://www.philology.ru/literature3/vakhrushev-97.htm Гомер]. Зарубежные писатели. Биобиблиографический словарь
Юл 121 ⟶ 123:
[[Категория:Боронғо Греция шағирҙары]]
[[Категория:«Илаһи комедия» персонаждары]]
[[Категория:һуҡыр кешеләр]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гомер» битенән алынған