Киң мәғлүмәт саралары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Таралыу төбәктәре: аныҡлаштырыу
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Киң мәғлүмәт саралары'''<ref>{{Cite web|accessdate = 2016-01-11|title = Печатные СМИ: Заголовки газет, обзоры прессы|url = http://www.zagolovki.ru/|publisher = www.zagolovki.ru}}</ref> ('''СМИ''', йәғни киң коммуникация саралары, '''СМК''') — техник саралар ярҙамында мәғлүмәте киң ҡатламға таратыу органдары системаһы; киң аудиторияға көндәлек мәғлүмәт йыйыу, эшкәртеү һәм таратыу тәжрибәһен билдәләү сараһы<ref>Средства массовой информации // Большая энциклопедия «Терра»  — Большая энциклопедия в 62 томах. Т. 47.  — М.: Терра.  — 2006.  — С. 453. ISBN 5-273-00432-2</ref>.
 
[[Рәсәй Федерацияһы]]ның хоҡуҡи документтарында '''«киң мәғлүмәт сараһы»''' тигәндә ваҡытлы матбуғат баҫмаһы, Интернет селтәрҙәрендәге баҫма, телеканал, радиоканалы, телепрограмма, радиопрограмма, видеопрограмма, кинохроника программаһы һәм даими атама аҫтында киң мәғлүмәт таратыуҙың башҡа баҫма формаһы атала<ref>Статья 2 «Закона о СМИ»</ref>.
 
[[Рус теле]]нә '''«киң мәғлүмәт сараһы»''' термины уҙған быуаттың 70-се йылдарында [[француз теле]]нән килеп инә. Француз теленән иһә ул 60-сы йылдар аҙғында уҡ ҡулланылыштан төшөп ҡала<ref name="Термин">''Термин В. П.'' Массовая коммуникация (исследование опыта Запада).  — М.: Институт социологии РАН, 1999</ref>. Шулай итеп, үҙ илендә анахронизмға әйләнгән термин [[СССР|Советтар Союзында]] КПСС Үҙәк комитетының Пропаганда бүлеге ярҙамы менән яңылыҡ булып китә.
 
Ғәмәлдә урыҫсалағы '''«СМИ»''' термины матбуғат, радио һәм телевидениеның бер йүнәлештә («өҫтән-аҫҡа») авторитар йоғонто яһауын аңлата һәм төп йүнәлеше барлыҡ аралашыусыларҙың да бер үк ваҡытта яуап биреү мөмкинлеген күҙаллаған электрон аралашыу саралары үҫешенә тап килмәй.
 
«Массмедиа» термины [[инглиз теле]]нән турана-тура күсермә (калька) һәм «киң аралашыу һәм бәйләнеш (коммуникация) саралары» (СМК) тигәнде аңлата һәм урыҫ теленә 60-сы йылдарҙа индерелә.
 
== Типология ==
'''СМИ (СМК)''' билдәләре буйынса төрҙәргә бүленә.
 
Киң мәғлүмәт саралары  — таралып урынлашҡан аудиториялар араһында ошо йәмғиәттең рухи ҡиммәттәрен раҫлау, кешеләрҙең баһалауына, фекерҙәренә һәм тәртибенә идеологик, сәйәси, иҡтисади йәки ойоштороу йоғонтоһо яһау маҡсаттарында мәғлүмәттәрҙе системалы рәүештә таратыу саралары: ваҡытлы матбуғат, электрон гәзит һәм журналдар, радиотапшырыу һәм телевизион тапшырыу, мәғлүмәт агентлыҡтары, кино, тауыш һәм видеояҙма. Киң мәғлүмәт сараларын ''характеры'' (балалар, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр) һәм ''аудиторияны йәлеп итеүе'', ''тематикаһы'' (ижтимағи-сәйәси, мәғлүмәти, махсус һ.б.), ''функцияһы'', ''даими ҡабатланыуы'', ''тиражы'' һ.б. буйынса айырым йөрөтәләр.
 
=== Таралыу төбәктәре ===
18 юл:
 
* киң аралашыу һәм бәйләнеш саралары трансмилли (бер нисә дәүләт территорияһында, халыҡ-ара масштабта халыҡтың мәғлүмәти ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә);
* милли (илдең тотош йәки уның ҙур өлөшөндә бер үк ваҡытта эшләй);
* төбәк (дәүләттең айырым административ берәмеге йәки илдең тарихи бер өлөшө — мәҫәлән, [[Рәсәй]] өсөн [[Урал]] йә иһә Алыҫ Көнсығыш);
* урындағы (район, ҡала, корпоратив, ойошма һ.б.) була ала.
 
Аудиторияға баҫма һәм аудиовизуаль СМИ-лар араһында башҡаларына ҡарағанда үҙ төбәгенең киң мәғлүмәт сараларына өҫтөнлөк биреү хас. Был  — урындағы редакцияларҙың халыҡтың ихтыяжын тулыраҡ аңлап, хаҡтарҙы ла уйлап ҡуйыуына бәйле.
 
=== Ойоштороусы ===
[[Рәсәй]] ҡануниәте киң мәғлүмәт сараларын ойоштороуға физик һәм юридик шәхестәргә рөхсәт бирә. Илдә СМИ теркәлеү аша ойошторола. Бындай тәртип буйынса [[хөкүмәт]] органдары СМК ойоштороу тураһында ғариза ҡабул итә һәм уны иҫәпкә ҡуя. Билдәле радиойышлыҡ спектрын файҙаланыусы аудиовизуаль СМИ-ларға тапшырыуҙарға лицензия алырға ла кәрәк.
 
31 юл:
 
=== Легаллек ===
Киң мәғлүмәт сараһы менән ғәмәлдәге ҡануниәт араһындағы мөнәсәбәттәр уның рөхсәт ителгән (законға ярашлы теркәү үтеүе һәм нәшриәт йәки тапшырыуҙар әҙерләүгә лицензияһы булыуы), квазилегаль (закон тарафынан тыйылмаған да, рөхсәт тә ителмәгән), рөхсәтһеҙ (закон тарафынан тыйылған) булыуы билдәләй. Киң мәғлүмәт сараларының азатлығын яуыз ниәттә файҙаланған осраҡта, уның эшмәкәрлеге туҡтатылыуы мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта СМК-ларға, әгәр уларҙың тиражы бер меңдән кәм булһа, теркәү кәрәк түгел.
 
=== Сифатлылыҡ ===
Киң мәғлүмәт сараларының эш сифаты иғтибар үҙәгендә булырға тейешлегенә көнбайыш теорияһы хас, әммә РФ теоретиктары өсөн дә сифат проблемаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Быға бәйле фекерҙәр матбуғатының яңылыҡтар матбуғатынан айырылыуы тураһында һүҙ йөрөтәләр. Был ҡылыҡһырлауҙар бер нисә фактор -  — стиль һәм биҙәү спецификаһы, проблематика һәм аудитория, тиражлау һәм таратыу менән билдәләнелә. Был йәһәттән “сифатлы”«сифатлы» СМК-лар дәлилдәрҙең ышаныслылығы, әйтелгән фекерҙәрҙең аналитикаһы, үлсәнелгәнлеге, мәҡәләләрҙең баһаламаһы һәм тыныс тонда яҙылыуынан сығып билдәләнелә. Киң күләмле СМК-лар нигеҙҙә мәғлүмәттәрҙең күңел асыу функцияһына йүнәлтелә һәм сенсация характерындағы материалдарға, һүрәтләү сараларына ҙур иғтибар бирә. “Сифат”«Сифат» күрһәткесе аҫтында һөнәри оҫталыҡ дәрәжәһе күҙалланмай: киң күләмле матбуғатта ла стандарттар бик юғары булыуы ихтимал, әммә улар сифатлы СМК кимәлендәге кеүек түгел. Рәсәй журналистикаһына ла, башҡа илдәр журналистикаһы кеүек үк ҡатнаш йоғонто хас: бер баҫмала сифатлы һәм популяр СМК-лар ға хас специфика ла бар.
 
=== Нәшриәт характеристикалары ===
40 юл:
 
 
== СМК системаһы ==
Киң мәғлүмәт сараларының барлыҡ аныҡ төрҙәре бергә тупланып берҙәм система барлыҡҡа килтерә. Структура буйынса ҡарағанда, улар өс төп төркөмгә бүленә:
 
* Баҫма матбуғат (гәзит-журналдар...журналдар…)
 
* Аудиовизуаль мәғлүмәт саралары (радио, телевидение...телевидение…)
 
* Мәғлүмәт хеҙмәттәре (яңылыҡтар агентлыҡтары, матбуғат хеҙмәттәре...хеҙмәттәре…)
 
Шулай уҡ Интернеттың роле һәм статусы тураһында ла мәсьәлә күтәрелә. Был йәһәттән төрлө фекерҙәр йөрөй: киберкиңлектә ҡайһы берҙә журналистика СМК билдәләренә тап килә тип ҡарала, ҡайһы бер осраҡта — тап килмәй тип. Тикшеренеүселәр ҡайһы бер факторҙарға, шул иҫәптән Инетрнетты киң мәғлүмәт сараларына индереүсе ҡануниәт юҡлығына, шулай уҡ СМК-ның селтәр версияһының консервативлығына иғтибар йүнәлтә: уҡыусыларҙың киң мәғлүмәт саралары менән мөнәсәбәте бигүк үҙгәрмәй, бары тик мәғлүмәт алыу ысулдары ғына камиллаша. Рәсәйҙә Интернет айырым СМК тип ҡаралмай, ә быға тиклем булған мәғлүмәт мөхитенең бер төрө тип баһалана һәм уның менән һәр кем, шул иҫәптән киң мәғлүмәт саралары редакциялары ла файҙаланырға тейеш[5].
 
=== Интернет-СМК ===
Интернет барлыҡҡа килеп таралыу менән киң мәғлүмәт сараһы кеүек файҙаланыла башлай. Традицион киң мәғлүмәт һәм аралашыу саралары уның сиктәрендә эшләй, интернет-СМК-лар барлыҡҡа килә һәм тиҙ арала популярлыҡ яулай. Барлыҡ СМК-лар ҙа тиерлек Интернетта үҙҙәренең сайтына эйә. Уларҙың күптәрендә даими яңыртылып торған мәғлүмәт донъя күрә: ҡағиҙә булараҡ, улар материалдарҙың интернет-версияһы була, ҡайһы бер ваҡытта һуңыраҡ донъя күрә, ҡайһы берҙә материалдарға йәки архивҡа инеү түләүле. Интернет-радио һәм интернет-телевидение ла етеҙ темптар менән үҫешә.
Ғәҙәттә, интернет-СМК-ларға килем рекламанан килә, шул уҡ ваҡытта улар теге йәки был ойошманың тапшырыуҙар органы булараҡ, ойошма тарафынан финансланыуы йәки бағымсылыҡ ярҙамы алыуы мөмкин. Интернет-СМК үҫеше һөҙөмтәһендә баҫма матбуғатты алдырыусылар һаны йылдан-йыл кәмей. 2009 йылда АҠШ-та үткәрелгән йәмғиәт фекерен алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, 18 — 35 йәштәге кешеләрҙең 19 проценты ғына баҫма матбуғатты ҡараштырғылай. Гәзит-журнал уҡыусыларҙың уртаса йәше — 55 йәш. 1989 – 20091989—2009 йылдарҙа көн һайын сыҡҡан гәзеттәрҙең дөйөм тиражы 62 миллиондан 49 миллионға тиклем кәмегән[6].
 
== Йәмғиәткә йоғонтоһо ==
Халыҡ аңына йоғонто яһау
«Agenda-setting» теорияһы
 
== Төрлө илдәрҙә киң мәғлүмәт саралары ==
 
=== Рәсәй ===
 
Рәсәйҙәге медиа-индустрия баҙары структураһы картаһы (инфографика)
Рәсәй Федерацияһының “Киң«Киң мәғлүмәт саралары тураһында”тураһында» 1991 йылдың 27 декабрендәге №  2124-1 Законы “киң«киң мәғлүмәт сараларын”сараларын» (СМИ, СМК) ваҡытлы матбуғат баҫмаһы, радио-, теле- һәм видеопрограммалар, кинохроника программалары, киң мәғлүмәт таратыуҙың башҡа формалары, тип аңлата. Киң мәғлүмәт тигәндә закон сығарыусы “сикләнмәгән«сикләнмәгән халыҡҡа тәғәйенләнгән баҫма, аудио-, аудиовизуаль һәм башҡа мәғлүмәттәр һәм материалдар”ҙыматериалдар»ҙы күҙаллай.
СМК-лар түбәндәге билдәләргә эйә:
* Киң күләмлелек (Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте буйынса, гәзит-журналдар, башҡа таратылған әйберҙәр өсөн 1000 һәм унан да күберәк дана);
*Даимилыҡ Даимилыҡ — йылына бер тапҡырҙан да кәм түгел;
* Мәжбүрилек - — бер сығанаҡ (тапшырыу, редакция) — күп тыңлаусы, уҡыусы.
РФ-ның “Киң«Киң мәғлүмәт саралары тураһында”тураһында» Законына ярашлы, киң мәғлүмәт сараһы (СМК) — ваҡытлы баҫма матбуғат (гәзит, журнал, альманах, бюллетень, даими атамаһы, сығыу һаны булған һәм йылына кәм тигәндә бер тапҡыр донъя күргән башҡа баҫма), радио-/теле-/видеопрограмма, кинохроника программаһы, мәғлүмәтте башҡа ысул менән даими таратыу кеүек сараларҙың тупланмаһы[7]. СМК-ға стена гәзиттәре, аҙ тиражлы баҫмалар, китапханалар инмәй[8].
Телевидение 23 дөйөм Рәсәй каналынан, 117 юлдаш һәм кабель телеканалдарынан, Рәсәйҙән ситтә тапшырыуҙар әҙерләп күрһәткән 15 телеканалдан, 180 төбәк телеканалына һәм 30 самаһы бәләкәй ҡала һәм ауылдар каналынан тора. Телканалдарҙың дөйөм һаны яҡынса 330[9].
Баҫма матбуғат — Рәсәйҙә иң киң таралған мәғлүмәт сараһы төрө. 2009 йыл башына Рәсәй Федерацияһында 27425 гәзит һәм аҙналыҡ баҫма, 20 433 журнал, 787 альманах, 1297 тупланма, 1519 бюллетень, магнитлы ҡулланмала 214 баҫма теркәлә. Көндәлек милли гәзиттәрҙең дөйөм аудиторияһы, 2008 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 6522,2 мең кешегә, дөйөм милли аҙналыҡ һәм эшлекле йөкмәткеле гәзиттәрҙеке — 14019,2 мең кешегә етә. Был ҡала халҡының 11,3 һәм 24,2 процентын алып тора. 2008 йыл һуңына журналдарҙың дөйөм аудиторияһы 36,2 миллион кеше тәшкил итә. ВЦИОМ һәм ФОМ мәғлүмәттәре ваҡыты-ваҡыты менән Рәсәйҙә журналдарҙы халыҡтың 62 проценты уҡый, тигән һығымта яһарға мөмкинлек бирә. Кино- һәм телегидтар (28,5 процент), ҡатын-ҡыҙҙар һәм мода (28,1 процент) баҫмалары ҙур популярлыҡ менән файҙаланыла[9].
РФ Конституцияһы мәғлүмәт азатлығына билдәле сиктәр ҡуя. Мәғлүмәтте законлы юл менән табыу табыу, алыу, тапшырыу, эшкәртеү һәм таратыу закон менән тыйылған дәүләт һәм башҡа төрлө махсус һаҡланған серҙе асыуға юл ҡуймай.
 
Юл 84 ⟶ 85:
* {{книга|автор=А. Черных.|ссылка=http://ec-dejavu.net/m-2/Mass_media.html|часть=Усталость сострадать|заглавие=Мир современных медиа|место={{М.}}|издательство=Территория будущего|год=2007|страницы=180—194}}
* {{книга|автор=Данилова А. А.|заглавие=Манипулирование словом в средствах массовой информации|место={{М.}}|издательство=Добросвет, КДУ|год=2009|страниц=234|isbn=9785982276131|тираж=1000}}
* ''Терин В. П.'' Массовая коммуникация (исследование опыта Запада). М.: Институт социологии РАН, 1999.
 
== Һылтанмалар ==