Ауыл хужалығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
23 юл:
Ауыл хужалығының барлыҡҡа килеүе, етештереү сараларында яҡынса [[беҙҙең эраға тиклем 10 мең йыл|12 мең йыл элек]] башланып, етештереү хужалығына һәм цивилизацияның үҫеүенә килтергән “Неолитик революция” менән бәйле.
 
== Ауыл хужалығының үҫеү тарихы ==
Аҙыҡ-түлек етештереүҙең һәм ауыл хужалығының хронологик үҫеше.
Ауыл хужалығы хайуандарҙы эйәләштереү һәм үҫемлектәр үҫтереү менән 10 000 йыл элек булдырылыған. Иртә игенселек ваҡытынан алып, ул ҙур үҙгәрештәр кисергән.
Алғы Азияла, Египетта, Һиндостанда тәү башлап планлы рәүештә үҫемлек үҫтереү һәм йыйыу башлана.
Ауыл хужалығын ирекле рәүештә үҫтереү Төнъяҡ һәм Көньяҡ Ҡытайҙа, Африкала, Яңы Гвинеяла, Һиндостандың ҡайһы бер өлөшөндә һәм Американың бер нисә төбәгендә була.
Һуғарыу, сәсеү, ашлау кеүек эштәр күптән барлыҡҡа килһә лә, XX быуатта ғына юғары уңышҡа ирешә.
Алғы Азия, Көньяҡ-көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африканың тропологик һәм археологик дәлилдәре ҡырағай орлоҡтарҙы файҙаланыуҙың 20 мең йыл элек булыуын күрһәтә.
Ҡытай Халыҡ Республикаһында дөгө менән тары беҙҙең эраға тиклем 8000 йыл элек, ә һуңғараҡ ҡуҙаҡлы һәм соялылар үҙләштерелә.
 
44 юл:
— Эволюцион гипотеза һ.б.
== Иҡтисадта ауыл хужалығының роле ==
Ауыл хужалығының ил йәки төбәк иҡтисадындағы роле уның структураһын һәм үҫеш кимәлен күрһәтә. Ауыл хужалығы әһәмиәте күрһәткесе булып, унда купме халыҡтың шөғөлләнеүе һәм ауыл хужалығы сағыштырма ауырлығының тулайым эске продукт структураһындағы кимәле тора. Алға киткән илдәрҙә ауыл хужалығы экстенсив юл менән үҫешә, йәғни продукцияны арттырыу сәсеү майҙандарын, мал һәм ошо тармаҡта шөғөлләнеүсе халыҡ иҫәбен күбәйтеү юлы менән башҡарыла. Иҡтисады аграр тибына ҡараған бындай илдәрҙә механизация, химизация, мелиорация һ.б. күрһәткесе түбән. Был илдәрҙә «[[йәшел революция]]» [[XX быуат]] уртаһында уҡ үтә. Ауыл хужалығы етештереү хеҙмәтен күтәреүсе, яңы технологиялар, ауыл хужалығы машиналары системаһын, пестицидтттарҙы һәм минераль ашламаларҙы ҡулланыусы, генлы инженерияны, биотехнологияларҙы, робот техникаһын, электрониканы файҙаланыусы һәм интенсив юл менән үҫешкән, фәнни яҡтан нигеҙләнгән ойошма кеүек характерлана.
Бындай прогрессив үҙгәрештәр индустриаль типҡа ҡараған илдәрҙә бара. Әммә интенсификация кимәле уларҙа күпкә түбән, тармаҡта шөғөлләнеүселәр постиндустриаль илдәргә ҡарағанда күберәк.
Шул уҡ ваҡытта үҫешкән илдәрҙә артыҡ аҙыҡ-түлек етештереү кризисы күҙәтелә. Аграр илдәрҙә киреһенсә, иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып, туймау, аслыҡ тора.
Үҫешкән ауыл хужалығы илдең хәүефһеҙлек факторы булып тора, сөнки илде башҡа илдәргә буйһонмаусан итә. Шул арҡала, иҡтисади яҡтан ҡарағанда әллә ни үҫешмәгән илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереү файҙалыраҡ булһа ла, ауыл хужалығына дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелә, субсидиялана.
==
Төбәк һәм тармаҡ үҙенсәлектәре ==
Ауыл хужалығы тармағы шундай үҙенсәлектәргә эйә:
# Иҡтисади етештереү процессы тәбиғи үҫеш процессы һәм биологик закондар нигеҙендә үҫешкән тере организмдар үҫеше менән ҡушыла.
Юл 134 ⟶ 135:
* Пермакультура
 
== Ауыл хужалығының киләсәге ==
* Бөгөн ауыл хужалығын алып барыуҙы камиллаштырыу буйынса селекция, генлы инженерия алымдары ярҙамы менән тикшереүҙәр алып барыла. Ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы торорлоҡ, сыҙамлы, юғары уңыш биреү сифаттарына эйә булған яңы төр үҫемлек, хайуандар уйлап сығарыла
* Константин Эдуардович Циолковский XX быуат башында уҡ, үҙаллы кислород һәм аҙыҡ-түлек етештереүсе автоном станциялар төҙөмәйенсә алыҫ космосты үҙләштереп булмай, тип раҫлай.
* Киләсәк перспективаһында кешегә яраҡлы йәшәү шарттары һәм биосфера булдырыу өсөн планетаның климатик шарттарын үҙгәртеү мөмкинлеге ҡарала
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Әҙәбиәт ==
 
== Һылтанмалар ==
* [http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/1170-auyl-khuzhaly-y Башҡорт Энциклопедияһында «Ауыл хужалығы» мәҡәләһе]
 
 
{{Agro-stub}}