Тәржемә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
87 юл:
Тәржемәселәрҙең халыҡ-ара ойошмаһы (FIT) донъя тәржемәселәренең 100 милли ассоциацияһын, шул иҫәптән Рәсәйҙең Тәржемәселәр союзын берләштерә. Уның бурысы булып тәржемәселәрҙең һәм терминологтарҙың профессионаллеген үҫтереү, хоҡуҡтарын яҡлау, эш шарттарын яҡшыртыу, шулай уҡ һүҙ азатлығына булышлыҡ итеү тора. FIT ЮНЕСКО менән консультатив мөнәсәбәттә.
1991 йылда FIT 30 сентябрҙе (тәржемәселәрҙе яҡлаусы булып иҫәпләнгән Изге Иероним көнө) халыҡ-ара тәржемәселәр көнө тип иғлан итә.
 
== Хоҡуҡи аспекттар ==
 
Төп нөсхәнең бер төрөн тәшкил иткән тәржемә автор хоҡуғы объекты булып тора. Авторлыҡ хоҡуғына бәйле тәржемә тураһында төп ҡануниәт положениелары РФ Граждандар кодексының 1260-сы статьяһында нығытылған.
Тәржемә өсөн автор хоҡуҡтарына тәржемәсе эйә. Тәржемәсе үҙенең авторлыҡ хоҡуҡтарын төп әҫәрҙән килтереп сығарған яңы әҫәрҙә авторҙың хоҡуҡтарын һаҡлаған шарттарҙа ғына тормошҡа ашыра. Шулай итеп, тәржемә тәржемә авторының төп нөсхәгә авторлыҡ хоҡуғы булыусының ризалығы менән генә файҙаланыла ала. Тәржемәгә рөхсәт эште башлауҙан алда йәки эште тамамалағандан һуң да алыныуы мөмкин.
Тәржемәгә авторлыҡ хоҡуҡтары әҫәр ижад ителгән мәлдән алып (йәғни әҫәргә объектив форма биргән ваҡыттан башлап), авторлыҡ хоҡуҡтарының дөйөм ҡағиҙәләре буйынса бирелә.
Төп нөсхәне тәржемә итергә рөхсәт булмағанда ла, тәржемәгә автор хоҡуҡтары барыбер ғәмәлдә, әммә сикләнгән (“парализован”) була. Шулай итеп, тәржемәсенең авторлыҡ хоҡуҡтары ла, төп нөсхә авторының хоҡуҡтары һаҡланыуға ҡарамаҫтан, үҙ аллы объектҡа автор хоҡуҡтары булараҡ һаҡланыла. Тәржемәгә автор хоҡуҡтары башҡаларҙың төп нөсхәне тәржемә итеүенә кәртә була алмай.
Ҡайһы бер тәржемәләр автор хоҡуғы объекты булып тормай (РФ ГК 1259-сы статья, пп1, п.6). Улар дәүләт органдарының һәм муниципаль үҙидара органдарының рәсми документтары, шул иҫәптән закондар, башҡа норматив акттар, суд ҡарарҙары һәм ҡануниәт, административ һәм суд характерындағы башҡа материалдар, халыҡ-ара ойошмаларҙың рәсми документтарының рәсми тәржемәһе.
Автор тәржемәһе – төп нөсхәне авторҙың үҙе тәржемә итеүе[2].
Авторлаштырылған тәржемә – автор рөхсәте менән эшләнгән йәки ул ҡарап сыҡҡан һәм тикшергән тәржемә.
 
== Ҡыҙыҡлы факттар ==
 
Тәржемәләр араһында беренсе урында Владимир Лениндың әҫәрҙәре тора. Улар 63 илдә 134 телдә нәшер ителгән[3].
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тәржемә» битенән алынған