Роман: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Роман Роман – ул урта быуаттарҙа роман халыҡтарында халыҡ телендә һөйләнгән…" исемле яңы бит булдырылған
 
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
1 юл:
'''Роман''' – ул урта быуаттарҙа роман халыҡтарында халыҡ телендә һөйләнгән хикәйә булараҡ барлыҡҡа килеп, бөгөн эпик әҙәбиәттең иң киң таралған төрөнә әүерелгән, кешенең тулҡынландырғыс хис-тойғолар (беренсе урында мөхәббәт) менән тулы тормошон, көрәш, ижтимағи ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм идеалға ынтылышты һүрәтләгән, йыш осраҡта прозаик формала әҙәби жанр. Төп герой (геройҙар) тормошоноң ҡәҙимге булмаған, кризис осоронда шәхес булараҡ үҫеше һәм тормошо хаҡында киңәйтелгән хәбәрләү булараҡ, повестан күләме, йөкмәткеһе ҡатмарлығы һәм һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың киң алымы менән айырыла.
Роман
 
Роман – ул урта быуаттарҙа роман халыҡтарында халыҡ телендә һөйләнгән хикәйә булараҡ барлыҡҡа килеп, бөгөн эпик әҙәбиәттең иң киң таралған төрөнә әүерелгән, кешенең тулҡынландырғыс хис-тойғолар (беренсе урында мөхәббәт) менән тулы тормошон, көрәш, ижтимағи ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм идеалға ынтылышты һүрәтләгән, йыш осраҡта прозаик формала әҙәби жанр. Төп герой (геройҙар) тормошоноң ҡәҙимге булмаған, кризис осоронда шәхес булараҡ үҫеше һәм тормошо хаҡында киңәйтелгән хәбәрләү булараҡ, повестан күләме, йөкмәткеһе ҡатмарлығы һәм һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың киң алымы менән айырыла.
Урта быуаттарҙа рыцарҙар (король Артур, Тристан һәм Изольда, Ланселот, Амадис Гальский) тормошо тураһында романдар танылыу яулай. Улар артынса реализм йүнәлешен өҫтәүсе баҫҡынсылар һәм алдаҡсылар хаҡында романдар тыуа. Сатирик элементтар Сервантес һәм Рабле тарафынан индерелә. Англияла өгөт-нәсихәтле һәм сентименталь романдарға нигеҙ һалына (Дефо, Ричардсон, Филдинг, Гольдсмит); унда уҡ тәүге тапҡыр тарихи (Вальтер, Скотт), психологик һәм әхлаҡи романдар (Диккенс һәм Теккерей) киң үҫеш ала. Натуралистик һәм реаль романдарҙың (Бальзак, Флобер, Золя, Гонкуры, Мопассан) тыуған ере булып Франция тора. Франция идеалистик, романтик һәм психологик мәктәптәренең романдары сағыу вәкилдәрен (Жорж Санд, Виктор Гюго, П. Бурже һ.б.) бирҙе. Немец һәм итальян романдары инглиз һәм француз өлгөләренә эйәрә. XIX быуаттың икенсе яртыһында һәм XX быуат башында европа әҙәбиәтенә скандинавия (Бьернсон, Ионас Ли, Хьеланн, Стриндберг) һәм рус (Достоевский, Л.Толстой) романдары айырыуса ныҡ йоғонто яһай.
 
== Терминдың тарихы ==
“Роман” атамаһы XII быуаттың урталарында латин телендәге тарихнамәгә ҡапма-ҡаршылыҡлы булып, рыцарь романы жанры менән бергә (иҫке франц. romanz һуңғы лат. romanice “роман (халыҡ) телендә”) барлыҡҡа килә. Киң таралған ҡарашҡа ҡаршы был атама тәү баштан алып халыҡ телендәге теләһә ниндәй әҫәргә (героик йырҙар һәм трубодурҙар лирикаһы бер ҡасан да роман тип аталмай) ҡағылмай, ә тик латин моделенә, ситләтелгән булһа ла: тарихнәмәгә, мәҫәлгә (“Ренар тураһында роман”), (“Роза тураһында роман”) ҡаршы ҡуйырлыҡ булғандарына ғына ҡушыла. Ә шулай ҙа, XII-XIII быуаттарҙа , һуңғараҡ булмаһа, roman һәм estoire һүҙҙәре (һуңғыһы шулай уҡ “һүрәтләү”, “иллюстрация” тигәнде аңлата) бер-береһен алыштыра. Латин теленә кире тәржемәһендә роман (liber) romanticus тип атала, шунлыҡтан европа телдәрендә XVIII быуат аҙағына тиклем “романға хас”, “романдағы кеүек” мәғәнәһенә эйә “романтик” сифаты ҡулланыла башлай, һәм һуңғараҡ ҡына уның мәғәнәһе “мөхәббәт хаҡында” тигәнгә тиклем ябайлаштырыла, уның ҡарауы икенсе яҡтан әҙәби йүнәлеш булараҡ романтизмға башланғыс бирә.
 
“Роман” атамаһы XIII быуатта башҡарылған шиғри романға алмашҡа уҡымлы прозаик роман (тулыһынса рыцарь топигы һәм сюжетикаһы һаҡланыуы менән) килгәндә лә, шулай уҡ артабанғы рыцарь романдары трансформацияларында, беҙ поэма тип йөрөткән, ә уларҙың замандаштары роман тип иҫәпләгән Ариосто һәм Эдмунд Спенсер әҫәрҙәренә тиклем һаҡлана. Ул һуңғараҡ, XVII-XVIII быуаттарҙа “мажаралы” романға “релистик” һәм “психологик” роман алмашҡа килгәндә лә һаҡлана (был күсәгилешлектә күҙалланған айырымланыуҙы үҙенән үҙе ҡатмарлаштыра).
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
 
 
[[Категория:Әҙәбиәт]]
[[Категория:Әҙәбиәт ғилеме‏‎]]
[[Категория:Әҙәбиәт теорияһы‏‎]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Роман» битенән алынған