Гомер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
'''Гомер''' ({{lang-el|Ὅμηρος}}) (йәшәгән ваҡыты — [[б.э.т. XII быуат]] һәм [[б.э.т. VII быуат]] араһы) — легендар [[Боронғо Греция]] [[сәсән]]е. [[Илиада|«Илиада»]] һәм [[Одиссея|«Одиссея»]] эпик поэмаларын ижад итеүсе булып иҫәпләнә. Легенда буйынса ул һуҡыр булған.
 
Википедияла Гомер исемле башҡа кекшеләр ҙә бар.
Гомер – (боронғо грек һүҙе) – легендар боронғо грек шағиры, сәсән, “Илиада” һәм “Одиссея”эпик поэмаһын (Европа әҙәбиәтенең боронғо ҡомартҡыһы) ижад итеүсе.
Табылған боронғо грек папирустарының яҡынса яртыһы Гомерҙыҡы.
Йөкмәткеһе
1. Биографияһы
2. Гомер һорауы
2.1 Боронғо дәүер
2.2 “Аналитика” һәм “унитария”
2.3 “Телдән теория” һәм “неоналитика”
3. Художество үҙенсәлектәре
4. Гомер поэмаларының тарихи нигеҙе
5. Гомер донъя мәҙәниәтендә
5.1 Европала
5.2 Рәсәйҙә
6.Шулай уҡ ҡарағыҙ
7. Әҙәбиәт
7.1 Текстар һәм тәржемәләр
7.2 Гомер тураһында монографиялар
7.3 Гомер гимндарының библиографияһы
8. Иҫкәрмәләр
9. Һылтанмалар
Биографияһы
Гомерҙың шәхесе һәм тормошо хаҡында дөрөҫ кенә бер нәмә лә билдәле түгел. Шуныһы асыҡ, “Илиада” һәм “Одиссея” унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙан күпкә һунға, әммә беҙҙең эраға тиклем VI быуаттан иртәрәк, уларҙың барлығы ысынлап теркәлгәс кенә булдырылған. Геродот әйтеүенсә, Гомер уға тиклем 400 йыл элек йәшәгән. Икенсе боронғо сығанаҡтар уның Троян һуғышы ваҡытында йәшәүен билдәләй.
Гомерҙың тыуған урыны билдәле түгел. Уның тыуған ере булыу хоҡуғына 7 ҡала дәғүә иткән: Смирна, Хиос, Колофон, Саламин, Родос, Аргос, Афина. Геродот һәм Павсаний әйтеүенсә, Геродот Киклада архипелагының Иос утрауында үлгән. Моғайын, “Илиада” һәм “Одиссея” Мысырҙың Кесе Азия диңгеҙ яры буйында, йәки уға яҡын утрауҙарҙың береһендә сығарылғандыр. Гомер диалекты уның ниндәй ырыуға ҡарауы тураһында аныҡ мәғлүмәт бирмәй, сөнки ул ионий һәм золий диалекттарының ҡушылмаларынан тора. Гомер диалекты, уның ғүмерен самалаған ваҡыттан алда уҡ барлыҡҡа килгән поэтик койнэ формаһын сағылдыралар, тигән фараз бар.
Гомер традицион рәүештә һуҡыр тип һүрәтләнә. Бындай һүрәтләү уның тормошондағы реаль факттарҙан барлыҡҡа килмәүе, ә антик биография жанрына хас булған реконструкцияны сағылдырыуы ихтимал. Күп кенә билдәле, легендар күрәҙәселәр һәм йырсылар һуҡыр булғанлыҡтан (мәҫәлән, Тиресий), антик логика буйынса поэтик һәм күрәҙәлек һәләтенә бәйләү, Гомерҙың һуҡырлығын фараз итеүҙә ысынбарлыҡ кеүек күренә. Бынан тыш, Одиссеялағы йырсы Демодоктың тыумыштан һуҡыр булыуы ла автобиография кеүек ҡабул ителеүе бар.
Беҙҙең эраға тиклем III быуаттан да һуң түгел, ә ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса тағы ла алдараҡ, барлыҡҡа килгән «Гомер менән Гесиод ярышы» тигән поэтик ярыш тураһында шундай риүәйәт йәшәй. Йәнәһе лә, шағирҙар Эбвей утрауында һәләк булған Амфидема иҫтәлегенә ойошторолған уйындарҙа осрашҡан һәм үҙҙәренең иң яҡшы шиғырҙарын уҡыған. Ярышта судья булған батша Панед, еңеүҙе Гесиодҡа бирә, сѳнки ул игенселеккә һәм тыныслыҡҡа саҡыра. Тыңлаусылар аудиторияһы иһә Гомер яғында була.
Гомерҙың “Илиада” менән “Одиссея” поэмаһынан тыш, һуңғараҡ барлыҡҡа килгән тағы ла башҡа әҫәрҙәре бар, тип һанайҙар. Мәҫәлән «Гомер гимндары» (беҙҙең эраға тиклем VII- V быуаттарҙа, Гомерҙың үҙе кеүек боронғо грек шиғриәте ѳлгѳһѳ тип һанала), «Маргит» комик поэмаһы һәм башҡалар.
Гомер исеме тәү тапҡыр беҙҙең эраға тиклем VII быуатта, Каллин Эфесский уны «Фиваида» авторы тип атаған ваҡытта осрай. Исемдең мәғәнәһен антиклыҡ ваҡытында уҡ аңлатырға маташҡандар һәм «аманат» (Гесихий), «сираттағы артына» (Аристотель) йәки «һуҡыр» (Эфор Кимский) кеүек варианттар тәҡдим итәләр. Тик был варианттарҙың береһе лә, Гомерға «ижад итеүсе», «аккомпаниатор» кеүек заманса мәғәнәләрҙе тағырға маташҡан кеүек, ышандырырлыҡ булмай. Моғайын, үҙенең Ομηρος - ионик формаһындағы был һүҙ ғәмәлдәге реаль шәхси исемдер.
Гомер һорауы
Тѳп статъя: Гомер һорауы
«Илиада» һәм «Одиссей» поэмаларының авторлығына, уларҙың килеп сығыуы һәм яҙылғанға тиклемге яҙмышына бәйле проблемалар йыйылмаһы «Гомер һорауы» тигән атама алған.
Антик осор
Был осор легендаһы Гомер үҙ эпосын Троян һуғышы ваҡытындағы шағирә Фантасии поэмаһы нигеҙендә ижад иткән, тип раҫлай.
Фридрих Август Вольф
«Аналитика» һәм «унитария»
XVIII быуат аҙағында Европа фәнендә «Илиада» һәм «Одиссея»- ның аторы Гомер һәм улар нисек ижад ителгән шул килеш һаҡланып ҡалған, тигән фекер ѳҫтѳнлѳк алға. Әммә, 1964 йылда инде аббат д’Обиньяк үҙенең «Conjectures académiques»-ында «Илиада» һәм «Одиссея»ның беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта Спартта Ликург менән бергә йыйған үҙаллы йырҙар булыуын раҫлай. Тик 1788 йылда Ж.Б. Вилуазон Venetus A кодексынан «Илиада»-ға схолий баҫтыра. Күләме буйынса ул был поэманан ашып китә, антик филологтарҙың (Зенодот, Аристофан, Аристарх) йѳҙәрләгән вариантына эйә була. Был баҫманан һуң, Александрия филологтарының Гомер поэмаларының йѳҙәрләгән юлының икеле йә иһә бѳтѳнләй ысын түгел, тип һанауы асыҡлана. Улар был юлдарҙы ҡулъяҙманан һыҙып ташламай, тик айырым билдә менән билдәләп ҡуя. Схолийҙарҙы уҡыу ҙа, беҙҙә булған Гомер текстарының эллинистик ваҡытҡа тура килеүе хаҡындағы һѳҙѳмтәгә килтерә. Ошо факттарҙан һәм башҡа фекерҙәрҙән сығып, (Гомер дәүерендә яҙыу булмаған, шул арҡала бындай оҙон поэма яҙып булмаған, тип һаналған) Фридрих Август Вольф «Гомерға баш һүҙ» китабында үҙ ғүмерендә ике поэма ла мѳһим, радикаль үҙгәрештәр кисерә тигән фаразлауын белдерә. Шулай итеп, Вольфтың фаразына ярашлы, «Илиада» менән «Одиссея» ниндәйҙер бер авторҙыҡы тип әйтеп булмай.
 
Вольф «Илиада» тексын ижад итеүҙе беҙҙең эраға тиклем VI быуатҡа индерә. Ысынлап та, антик авторҙарҙың мәғлүмәте буйынса (шул иҫәптә Цицерон да), Гомер поэмалары беренсе тапҡыр Афина тираны Писистрат йәки уның улы Гиппарх күрһәтмәһе буйынса бергә йыйыла һәм яҙыла. Был «писистрат мѳхәрирләүе» «Илиада» һәм «Одиссея»-ны тәртипкә һалыу ѳсѳн кәрәк була. Поэма тексының ҡапма-ҡаршылыҡлығы, унда тѳрлѳ дәүерҙәге ҡатламдарҙың булыуы, тѳп сюжеттан ныҡ ситкә тайпылыуы аналитик ҡараш файҙаһына була.
Гомер поэмаларының нисек булдырылыуына, аналитиктар тѳрлѳ фаразлауҙар белдерә. .Карл Лахманн иһә «Илиада» ҙур булмаған бер нисә йырҙан тора тиһә («бәләкәй йырҙар теорияһы»), Готфрид Германн киреһенсә, һәр поэма бәләкәй йырҙарҙы яйлап киңәйтә барыу, яңы материал ѳҫтәй барыу арҡаһында ( «башланғыс нигеҙ теорияһы») булдырылған, ти.
Вольфтың оппоненттары бер нисә ҡаршы аргумент килтерә. Беренсенән, «писистрат мѳхәрирләүе» юрауы икеләнеүгә килтерә, сѳнки уның туралағы бѳтә мәғлүмәттәр ҙә һуңлаған тип һанала. Икенсенән, ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм ситкә тайпылыуҙар күп авторлыҡты аңлатмай, сѳнки ҙур әҫәрҙәрҙә улар йыш осрай. «Унитария» һәр поэма авторының оҡшашлығын, йѳмәтке тулылығын, композиция матурлығын һәм симметрияһын иҫбат итә.
 
Боронғо Грецияла сәсәндәр (рапсодтар) башҡарған эпостарҙың ҙур ғына өлөшөн Гомер ижад иткән тип иҫәпләнгән. Һуңғараҡ антик әҙәби тәнҡит, [[Илиада|«Илиада»]] һәм [[Одиссея|«Одиссея»]] тигән ике эпик поэманы, шулай уҡ бер нисә вағыраҡ әҫәрҙе («Гомер гимндары», «Маргит» комик поэмаһы һ.б.) ысынлап та Гомер ижад иткән тип таныған.
 
{{Anc-greece-stub}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гомер» битенән алынған