Хань (династия): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
69 юл:
97 йылда [[Бань Чао]] етәкселегендәге 70 меңлек хань армияһы, [[Бөйөк ебәк юлы]]ндағы сауҙаға ҡамасаулыҡ ҡылыусы дала вәкилдәренә яза биреү ниәте менән [[Тянь-Шань]] аша сыға һәм [[Үҙәк Азия]]ны [[Мерва]]ға тиклем бөлгөнлөккә төшөрә. Күп дәлилдәр раҫлауынса, улар парфия батшаһы менән бәйләнештә эш итә. Римгә ''Гань Ин'' атлы илсе вәкил ебәрелә, әммә парфяндарҙан Римгәсә булған диңгеҙ юлы хаҡында яңылыш мәғлүмәт алғанлыҡтан, ул [[Месопотамия]]ны ла үтеп китә алмай. ''«Хоу Ханьшу»'' яҙмаларында уның ''Дацин'' хаҡында хәтирәләре килтерелә, мәҫәлән, унда етештерелгән әйберҙәр һүрәтләнә һәм [[Нерва эпохаһы]] императорҙарының тәғәйенләнеп ҡуйылыуы хаҡында бәйән ителә.
 
Птолемей әҫәренән шулай уҡ Римдең билдәле шәхесе [[Татиан]]дың бөгөнгө Синьцзяндәге [[Ташҡурған]]ға һуңыраҡ яһаған сәйәхәте тураһында ла белергә була. Ҡайһы бер диңгеҙ буйы илдәре илселәренең хань императорҙары баш ҡалаларына тиклем барып еткәнлеген дә «Хоу Ханьшу» ентекле һүрәтләй. Миҫал өсөн, унда 161, 284 һәм 230 йылдарҙа Дациндән вәкилдәр килеүе һүрәтләнә. Шул уҡ ваҡытта, императорға бирелгән бүләктәре (мәҫәлән, мөгөҙморон (носорог) һөйәгенән яһалған әйберҙәр) уларҙың илселәр тарафынан ҡайҙалыр юл буйында, дөрөҫөрәге Һинд Ҡытайында (Индокитай) аланыуынаалыныуына ишара яһай.
 
=== Һиндостан менән бәйләнештәр == =
быға тиклем үк булһа ла, һинд тауарҙары һәм тәғлимәттәренең империяға ныҡлап үтеп инеүе нәҡ Хань дәүерендә башлана. [[Хунну халҡы]]на ҡаршы торорлок союздаш эҙләгәндә (башта [[юэчжэй]] ярҙамына таяныу ниәте лә була) [[Чжан Цянь]] [[Бактрия]] баҙарында Ҡытайҙан Һиндостанға ебәрелгән, ә унан Бактрияға кире килтерелгән илдең үҙәгенең көньяғының [[сычуань]] таяҡтарына юлыға. Ҡытай хөкүмәте был сауҙа маршруты хаҡында белмәгән була. Шуға ла был йүнәлештәге сауҙаны ҡаҙна күҙәтеүе аҫтына алыу хаҡында ҡарар ҡабул ителә. [[Хань У-ди]]ҙың [[Һинд Ҡытайы]] аша Һиндостанға ҡоро ер буйынса сауҙа юлы асырға тырышыуы уңышһыҙ була. Шуның менән бергә ҡытайҙарҙың [[Хэси]]нән көнбайышта ятҡан ерҙәрҙе әкренләп үҙләштереүе башлана һәм был төбәк «Сиюй» исеме аҫтында билдәлелек ала. Бик ныҡ тырышҡан хәлдә лә [[Яркенд]]тан көнбайышта булған дәүләттәрҙе Хань үҙенә ҡуша алмауын бик тиҙҙән аңлап ала.
 
[[Бань Чао]] һәм уның улы [[Бань Юн]] тарафынан ойошторолған экспедициялар сит ерҙәр, шул иҫәптән «Тяньчжу» (天竺) йәки «Цзюаньду» (身毒), йәғни Һиндостан тураһында мәғлүмәт туплай. «Хоу Ханьшу» яҙмаларында улар былай теркәлгән: климаты эҫе һәм дымлы, ерҙәре һөҙәк, халҡы йолалары буйынса «юэчжам»дарға оҡшаш, әммә көсһөҙөрәк. Баш ҡала йылғала урынлашҡан. Филдәрҙә һуғышалар. [[Будда]]ға ышаналар. Үлтерештән һәм ҡан ҡойош һуғыштан ерәнәләр. Бер нисә тиҫтә бойондороҡһоҙ ҡала һәм кенәзлек бар, уларҙы [[ҡушан]]дар яулап алған һәм һәр ергә урындағы идара башлығын ҡуйып сыҡҡан. Төрлө тимер, мөгөҙморон һөйәге һәм ташбаҡа ҡабығы әҙерләйҙәр. Рим менән сауҙа итеп, унан күп тауар килтерәләр.
[[Хань Хэ-ди]] дәүерендә Һиндостандан бер нисә илселек була. 160 йыл тирәһендә тағы ла бер илселек хәҙерге [[Вьетнам]] аша килә. [[Хань Мин-ди]] ваҡытынан алып һарайҙа Будда тәғлимәте менән ҡыҙыҡһыныу башлана. [[Лю Ин]], [[ван Чу]] (楚王英), [[Хань Гуан У-ди]]ның улы Ҡытай һарайының беренсе буддасыһы була. Ә Хань Хуань-ди дәүерендә [[буддизм]] ябай халыҡ араһында ла тарала башлай.
 
=== Империяның тарҡалыуы ===