У (тел): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"У (тел) У Үҙатамаһы: 吳語, 吴语 Илдәре: Китай (КНР, Республика Китай,Гонконг), Синг…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
40 юл:
У хәҙерге диалекттарҙан айырмалы, урта ҡытай теленән алданыраҡ айырылған һәм шуға ла бер ни тиклем боронғо һыҙаттарын һаҡлаған, әммә һуңғараҡ уға хәҙерге путунхуа теленең нигеҙендә ятҡан төньяҡ диалекттары даими йоғонто яһаған. Төп характеристикалары цин династияһы осоронда барлыҡҡа килә, ул ваҡытта сучжоу һөйләше төп урында тора. Тайпиндар революцияһынан һуң, халҡы у телендә һөйләшкән төбәк һуғыштан һуң бушап ҡала һәм Шанхайға төбәктең башҡа өлөштәренән мигранттар ағыла башлай. Был шанхай һөйләшен башҡа һөйләштәр менән яҡынайта һәм шул уҡ ваҡытта XX быуаттың беренсе яртыһында шанхай һөйләшен, төбәк “лингва франк”ы булараҡ, өҫтөнлөклө итә, сучжоу диалектының йоғонтоһон кәметеүгә килтерә.
Ҡытай халыҡ республикаһы ойошторолғандан һуң путунхуа теленә өҫтөнлөк бирелә. У диалекты яйлап мәктәптәрҙән һәм киң мәғлүмәт сараларынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Дәүләт оойшмаларында аралашыу һәм рәсми ҡағыҙҙар яҙыу путунхуа телендә алып барыла. Әлеге ваҡтта у телевидениела күңел асыу тапшырыуҙарында ғына осрай. Күпселек балалар у диалектын бөтөнләй белмәй.
 
Фонология
 
Янь-ға ярашлы (Yan, 2006), у диалекты төркөмдәре башҡа ҡытай диалекттарынан (телдәренән) унда “бысраҡ” (яңғырауыҡлы, йәғни аныҡлап әйткәндә ҡытай теленең /b̥/, /d̥/, /ɡ̊/, /z̥/, /v̥/ һ.б. кеүек көсһөҙ яңғырауыҡлы плозив йәки фрикатив) тартынҡылары һаҡлана. Шулай итеп, у диалектында урта ҡытай теленең шартлаулы өндәре һәм аффрикатының /p pʰ b̥/, /tɕ tɕʰ d̥ʑ̊/ өс кимәлле ҡапма-ҡаршылығы һаҡлана һ.б. У диалекттарында икенән (шанхай диалекты) һигеҙгә тиклем һәм унан да күберәк ижек тоны (уцзян диалекты) булыуы мөмкин.
 
Грамматика
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/У_(тел)» битенән алынған