Башҡортостан ҡурсаулығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Башҡортостан ҡурсаулығы''' (йәки '''Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы''') — [[Башҡортостан]]дың [[Бөрйән районы]]нда урынлашҡан, ғәйәт бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын, йәнһеҙ тәбиғәт мөғжизәләрен, мәҙәниәт ҡомартҡыларын, Көньяҡ [[Көньяҡ Урал|Көньяҡ Уралдың]] аралаш һәм киң япраҡлы [[урман]] комплексын берләштергән ҡурсаулыҡ.
== Тарихы ==
Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы [[1929]] йылдың [[3 сентябрь|3 сентябр]]ендә заповедник ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм ул [[1930]] йылдын 11 июнендә эшләй башлай. Һуңынан Министрҙар Советы ҡарары менән ҡурсаулыҡ бөтөрөлә һәм урман хужалығы ойошторола. [[Урман]]ды көсөргәнешле киҫеү башлана. Тик [[1958]] йылдың ноябренән ҡурсаулыҡ яңынан аяҡҡа баҫтырыла. [[1986]] йылдан Шүлгәнташ ҡурсаулығы итеп үҙгәртелә.
 
== Маҡсаты һәм бурысы ==
Ҡурсаулыҡ Көньяҡ [[Көньяҡ Урал]]дың үҙәгендә, [[Бөрйән районы]]ның матур тәбиғәт ҡосағында 75 мең гектар майҙанды биләй. Ойошторолоуының тәүге көндәренән үк бындағы тәбиғәт байлығын һаҡлауға һәм ишәйтеүгә ҙур иғтибар бирелде, һунарсылыҡ тыйылды.
 
Бөтә донъяға билдәле [[Шүлгәнташ мәмерйәһе]] [[РСФСР]] хөкүмәте ҡарары менән ҡиммәтле [[тәбиғәт ҡомартҡылары]] комплекстары иҫәбенә индерелде. [[1959]] йылда бында юғары [[палеолит]] дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеләренең ҡаяға төшөргән уникаль һүрәттәре табылды.