Амур: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
==Амур йылғаһы==
 
Амур –Көнсығыш Азияның иң ҙур алты йылғаларынан береһе. Рәсәй(бассейнының 53% ) менән Ҡытай территориялары аша үтеп Япон диңгеҙенең Амур ҡултығына ҡоя.
 
Төп ҡушылдыҡтары: Зея, Уссури, Бурея, Сунгари, Амгунь, Анюй, Тунгуска.
Иң мөһим ҡалары: Амурск, Амурск, Благовещенск, Хабаровск, Комсомольск-на-Амуре, Николаевск-на-Амуре (Россия), Хэйхэ(Ҡытай)
Йылғаның исеме тунгус-манчжур телдәрендәге “амар”, “дамур”-“ҙур йылға” тигән һүҙҙәрҙән алынған.
Амурҙы ҡытайҙар “Хэйхе”-“ҡара йылға”, шулай уҡ “Хэйлунцзян”-“Ҡара аждаһа йылғаһы” тип атайҙар.Ә монгол телендә “Амур Хара –Мурэн”-“ҡара йылға” исемен йөрөтә
 
Амур Шилка (эвенк телендә “тар үҙән” ) менән Аргунь (монгол телендә “киң”-ергунь) йылғалары ҡушылған урындан башланып китә. Оҙонлоғо -2824 км-ға һуҙыла. Фәнни-популяр матбуғатта Онон йылғаһына килеп ҡушылыусы исемһеҙ шишмәне Амур йылғаһының башы тигән фекерҙәр ҙә осрап ҡуя. Ошо Онон-Шилка-Амур теҙмәһе буйынса ҡараһаң, Амурҙың оҙонлоғо 4279 км булып китә.Ә Хайлар — Аргунь аша Амурҙың тамағына тиклем— 4049 км булһа, Керулен- Аргунь аша Амур тамағына саҡлым оҙонлоғо 5 052 километрға етә.
 
==Географик урыны==
Амурҙың бассейны Көнсығыш Азияның уртаса һыҙатында (киңлегендә)урынлашҡан.Йылғаның бассейны дүрт географик зонаға тура килә:урман(Ылыҫлы-киң япраҡлы урмандар, урта һәм көнъяҡ тайга), урманлы дала, дала һәм ярым сүллек зоналары.Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары йылға башының көнъяҡ-көнбайыш өлөшөндәге бассейнында 250-300миллиметр тирәһендә тирбәлә.Ә инде Сихоте Алинь һыртының көнъяҡ-көнбайыш өлөшөндә 750 миллиметрға етә.
 
Рәсәйҙә Амур бассейнының майҙаны (1 855 тысяч км²) буйынса Йәнәсәй, Обь, Лена йылғаларынан ҡала – дүртенсе, ә донъя кимәлендә унынсы урынды биләй. Йылғаның үҙәне өс өлөшкә бүленә:үрге Амур(Зея йылғаһы ҡушылған ергә тиклем 883км) –ағым тиҙлеге 5,3 км/сәғ., урта Амур(Зея тамағынан Уссури ҡушылған ургә тиклем 975 км)-ағым тиҙлеге 5,5 км/сәғ. Һәм түбәнге Амур(Уссури тамағынан Амурҙағы Николаевскка тиклем 966 км) –ағым тиҙлеге 4,2 км/сәғ.
 
==Гидрология==
Амурҙың уртаса айлыҡ ағымы(Амурҙағы Комсомольск ҡалаһындағы гидрометрик станцияһы 1993-1990 йылғы үлсәмдәре буйынса
 
Иң мөһим үҙенсәлектәренең береһе, йыл әйләнәһендә Амурҙың һыу кимәле ҡырҡа үҙгәреп тора. Был иң беренсе нәүбәттә йәйге-көҙгө муссон ямғырҙарына бәйле булып, йыллыҡ ағымдың 75% -ын тәшкил итә.Һыу кимәлендәге тирбәлештәр үрге һәм урта Амурҙа 10-15м булһа, түбәнге Амурҙа 6-8м тирәһенә етә.Ҡойма ямғырҙар мәлендә урта һәм түбәнге Амур 10-25 км-ға тиклем йәйелеп, ике айҙан(70 көн тирәһе) ашыу ярҙарына ҡайтмай ятырға мөмкин.
 
Амурҙың бассейны өс илдең сиктәрендә ята: Рәсәйҙә(995 мең квадрат км, территорияһының 54%), Ҡытайҙа(44,2%) һәм Монголияла(1,8%).Үҙ сиратында, бассейндың Рәсәйҙәге секторы ике өлөшкә: Шилка менән Аргунь йылғаларының бассейнына тура килгән себер һәм Амурҙың үҙенең үҙәненә тура килгән алыҫ көнсығыш(бөтә түбәнге Амур менән урге һәм урта Амурҙың һул яры) өлөштәренә бүленә.
 
== Амур –сик буйы йылғаһы==
XX быуаттың уртаһынан Амур йылғаһының яңы йырҙаға тәбиғи күсеүе башлана.Ә XXI быуат башынан был күсеш Ҡытай яғының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡырҡа көсәйә.Ғәлимдарҙың фекеренсә, йырҙаның үҙгәреүе ҡайһы бер рәсәй ҡасабаларының йыуылыуына, Амур аша һалынған автомобиль һәм тимер юл күперҙәренең емерелеүенә килтерәсәк.
 
Белгестәр ысын мәғәнәһендә гидротехник һуғыш тураһында иҫкәртәләр.Һуңғы 10-15 йыл эсендә Ҡытай яғынан Амур ярҙарын нығытыу бара.Киң ҡолас менән километрҙарға һуҙылған бетон нығытмалар йырҙаны төнъяҡҡараҡ, рәсәйҙең уйһыу һәм еңел йыуыла торған һул яҡ ярына “этеп” сығарасаҡ.
Хабаровск эргәһендә Амур ҙур тиҙлектә һайыға, шул уҡ ваҡытта ҡаршы яр яғынан ағып сыҡҡан Бешеная һәм Пензенская тигән һыу юлдары йылдан йыл киңәйә һәм тәрәнәйә бара.Гидрологтарҙың иҫәбе буйынса, уларҙың ағымы йылына 3% артығыраҡҡа арта.2005 йылдың ҡышынан уҡ Пензенская Амурҙың ағымынан 51% үҙенә алып, төп йырҙаға әүерелгән дә инде.Әлеге ваҡытта Владимировка ҡасабаһы (Еврей автоном өлкәһе) янында Пензенская аша һыуҙы кире ауҙарыу өсөн ҙурҙан гидротехник ҡоролма – быуа төҙөлә. Плотина аҫтына 80 мең кубометрҙан ашыу таш һалыу ҡаралған.Был саралар Бешеная һыу юлы ҡулсаһына һыу ағымын көсәйтмәһен өсөн унда ла саралар ҡаралған. Шулай уҡ, проектировщиктар Амурҙағы гидротехник ҡоролмалары йыуылып ҡуймаһын өсөн, уның ҡомлоҡай һул яҡ ярын нығытырға тәҡдим итәләр.2005 йылдан Амурҙың һайығыуы кәмей төшкән.
 
Тик Ҡытай менән Рәсәй араһында 2004-2005 йылдарҙа сик буйы мәсъәләләрен көйләү нигеҙендә КНР(КХР) 350 кв.км ерҙе:Тарабаров утрауы менән Хабаровск районындағы Оло Уссури утрауының өстән бер өлөшен үҙ юрисдикцияһына ала.Шул ерҙәр менән бергә гидротехник ҡоролмалар, шул иҫәптән Оло Уссуриск һәм Тарабаров утрауҙарын айырып торған нығытма ла сит ҡулдарға күсә. Яңы хужалар нығытмаларҙы емерә ҡалһалар, Хабарвск районында Амурҙың һайығыуы һәм һул ярының ашалыуы дауам итер тигән хәүеф бар.
 
== Экология==
 
Йыл һайын тиерлек фенол, нитрат һәм микробиологик күрһәткестәренең норманан (мөмкин булған миҡдарҙан) артыуы күҙәтелә. 2005 йылдың 14 ноябрендә Ҡытайҙағы химик заводтарының береһендәге авария булып, Сунгари йылғаһына күпләп ағыулы матдәләр һибелә.Нитробензол, нитробензин һәм башҡа химикаттар Амур йылғаһына ағып төшә. Хабаровскиҙағы һыуйыйғысты ағыулы һыу эләгеүҙән һаҡлау һылтауы менән кытайҙар Казакевичев йылғаһы башында нығытма
(дамба)төҙөйҙәр.Шуның һөҙөмтәһендә ағыулы һыу Рәсәй ярҙарына йүнәлә.
2008йылда Амур өлкәһендә урындағы халыҡ йылғала 2км-ға йәйелгән билдәһеҙ таптарҙы күреп ҡалалар.
==Сығанаҡтар==
* http://world-river.ru/index/amur/0-12
 
Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында һәм Ҡытайҙа 2013 йылдағы һыу баҫыуҙар
Оҙайлы ҡойма ямғырҙарҙан 2013 йылдың авгусында Амур йылғаһы ярҙарынан сыға. Амур өлкәһендәге, Еврей автоном өлкәһендәге, Хабаровск крайындағы тиҫтәләгән ҡала һәм ауылдарҙы, Хабаровскиҙы, Благовещенскты һыу баҫа. Көтөүлектәр, бесәнлектәр, баҫыуҙар һыу аҫтында ҡалып, малдар аҙыҡһыҙ ҡала, ауыл хужалығы культуралары юҡҡа сыға. Августың 26-дағы мәғлүмәттәр буйынса 185 торама пункттары, 9,5 меңдән ашыу өй, 13,8 мең тирәһе шәхси биләмәләр, 3,8 мең баҡса йорттары, 374 социаль объект зыян күрә. 661 км һуҙымында автомобиль юлдары һәм 566, 8 мең гектар сәсеүлектәр һыуҙан йыуыла.Транспорт туҡтап ҡала.13 августа Хабаровск янында һыу кимәле 642 см-ҙан ашып, 1913 йылғы рекордты үтеп китә. 27 августа(мәскәү ваҡыты менән 5-00, урындағы ваҡыт буйынса 12-00 ) ул күрһәткес 736 см-ға , 4 сентябрҙа 808 см-ға етә.5 сентябрҙән генә һыу ҡайта башлай.Ә Амурҙағы Комсомольск эргәһендә 12 сентябрҙа һыу кимәле 910 см-ға барып етә. 23 сентябрҙан ғына ташҡындың һырты Татар боғаҙына сығып, бар тарафта ла һыу кәмеүгә китә.
==Ихтиофауна==
Балыҡтарының төрө буйынса Рәсәйҙә Амурға еткән йылға юҡ .Бында 108(һуңғы мәғлүмәттәр буйынса-139) төр балыҡ тереклек итә.Сағыштырыу өсөн, Сырдаръя ла балыҡтарҙың төрө -42, Ленала-46, Обь йылғаһында-47, Йәнәсәйҙә-63, Волгала- 77.
Амур-Евразияла һөмбаштарға иң бай йылға. Бында 9 төр һөмбаш ыуылдырыҡ сәсә. Мәрсендәр төркөменән иң ҙур балыҡ-оҙонлоғо 4-5 м еткән калуга, амур һәм сахалин мәрсендәре тереклек итә.
 
36 төр балыҡ- бик мөһим промысло әһәмиәтендәгеләрҙән һанала. Калуга, желтощёк, ауха (ҡытай алабуғаһы), амур сигы, косатка-скрипун и змееголов-эндемик төрҙәр булып тора.
 
{{Река
|Название = Амур
Юл 311 ⟶ 263:
[[Категория:Ҡытай йылғалары]]
[[Категория:Сик буйы йылғалары]]
 
==Һылтанма==
*https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%90%D0%BC%D1%83%D1%80
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Амур» битенән алынған