Каруанһарай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
52 юл:
Төҙөлөш материалдары әҙерләү һәм ҡулланыу башҡорттарға борондан таныш була. Ырымбурҙы башҡорт орнаменты менән биҙәлеп эшләнгән биналар быға дәлил булып тора. Миҫал өсөн, Каруанһарай янындағы бер ҡатлы йорттоң фасады башҡорт орнаментындағы геометрик фигуралар менән биҙәлгән.
 
Каруанһарайға [[Башҡорт-мишәр ғәскәре]] идаралығы, ҡорал склады, башҡорт балалары өсөн училище, тимерлек, ағас эшкәртеү, ҡамыт-ыңғырсаҡ эшләү, тегеү оҫтаханалары урынлашырға тейеш була. [[КарауанһарайКаруанһарай мәсете|Каруанһарайҙың мәсете]] иһә мосолмандарға намаҙ уҡыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн тәғәйенләнә.
 
Перовскийҙың изге ниәтен кантондар хуплап ҡабул итә һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтан төҙөлөш фондына мул ғына аҡса йыйыла. Архитектор [[А. П. Брюллов]] эшләгән проект [[1877]] йылдың [[19 ғинуар]]ында раҫлана, шул йылдың йәйендә үк төҙөлөш эштәре башланып китә. Төҙөлөш материалдарын әҙерләүҙә, уларҙы ташыуҙа, биналарҙы һалыуҙа һәм биҙәүҙә төрлө милләт кешеләре ҡатнашаһа ла, төп ауырыҡ башҡорттар иңенә төшә. Төҙөлөштөң дөйөм күләме 804914 һум күләмендә баһалана. Был суммаға халыҡтың үҙ ирке менән йыйған иғәнәһе, почта хеҙмәте өсөн түләүҙәр, [[поташ заводтары]]нан килгән килем керә.