Филиппов Александр Павлович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
1 юл:
{{Писатель
|Имя = Филиппов, Александр ПавловичФилиппов
|Изображение = Afilippov.jpg
|Дата рождения = 7.11.1932
|Место рождения = [[Йомағужа (Күгәрсен районы)|Йомағужа]], {{МестоРождения|Күгәрсен районы|Күгәрсен районында}}, [[Башҡорт АССР-ы]]<ref name="РБ">[http://volganews.info/oblast5/terraxn/ip-ksgxaw7.htm ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА] {{ref-ru}}</ref>], [[РСФСР]], [[СССР]]
|Дата смерти = 15.10.2011
|Место смерти = {{МестоСмерти|Өфө|Өфөлә}}, [[Башҡортостан]], [[Рәсәй]]
13 юл:
|Язык произведений = урыҫ теле
|Дебют = «Зарницы» китабы (1961)
|Премии = [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы]] лауреаты (19721973)
|Награды = {{орден Салавата Юлаева}}
|Викисклад =
|Викитека =
}}
'''Александр Филиппов, Александр Павлович Филиппов''' ([[7 ноябрь]] [[1932]] — [[15 октябрь]] [[2011]]) — [[Башҡортостан]]да тыуып, урыҫ телендә ижад итеүсе шағир, прозаик, тәржемәсе һәм сценарист, 1965 йылдан [[СССР]] Яҙыусылар союзы, 1958 йылдан КПСС ағзаһы. [[Башҡортостандың халыҡ шағирҙары|Башҡортостандың халыҡ шағиры]] (2004), [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы]] лауреаты (19721973), [[Салауат Юлаев (орден)|Салауат Юлаев ордены]] кавалеры.
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
Филиппов Александр Павлович Филиппов 1932 йылдың 7 ноябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]]<ref name="РБ" />) [[Күгәрсен районы]] [[Йомағужа (Күгәрсен районы)|Йомағужа]] ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1951 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, [[К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]ның (1957 йылдан [[Башҡорт дәүләт университеты]]) урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, [[Ауырғазы районы]] [[Ишле (Ауырғазы районы)|Ишле]] ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай, артабан [[Башҡортостан]] радиоһының [[Күмертау]] һәм [[Салауат]] ҡалалары буйынса үҙ хәбәрсеһе вазифаһына саҡырыла. Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән радиожурналист 1961 йылда [[Өфө]]гә күсерелә һәм [[БАССР]] Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетының йәштәр редакцияһына мөхәррир итеп тәғәйенләнә һәм бында 1968 йылға тиклем эшләй. Шул уҡ йылда урыҫ яҙыусылары секцияһы етәксеһе итеп һайланыу сәбәпле, [[Башҡорт АССР-ы]] Яҙыусылар союзы аппаратында хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә, артабан союздың идара рәйесе урынбаҫары була. 1983—1991 йылдарҙа [[БАССР]] Яҙыусылар союзының Әҙәби фондын етәкләй, идара секретары вазифаһын башҡара. Был осорҙа шулай уҡ [[СССР]] Яҙыусылар союзы Әҙәби фондының идараһы ағзаһы һәм ойошманың Сит ил яҙыусылары менән бәйләнештәр советы ағзаһы, бер нисә матбуғат баҫмаһының редколлегия ағзаһы була. Күп тапҡырҙар сит дәүләттәргә рәсми сәфәрҙәргә сыға, шул иҫәптән [[Ангола]], [[Венгрия]], [[Вьетнам]], [[Германия|Германия Демократик Республикаһы]] (хәҙер [[Германия]]), [[Конго Демократик Республикаһы|Конго]] һәм башҡа илдәрҙә була.
 
199 йылдан урыҫ телендә нәшер ителгән [[«Истоки»]] журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала ике тиҫтә йыл үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара.
 
[[Өфө]] ҡалаһының Киров район Советы депутаты итеп һайлана, [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Президент советы]] ағзаһы итеп тәғәйенләнә.
 
Александр Филиппов 2011 йылдың 15 октябрендә [[Өфө]]лә вафат була, [[«Көньяҡ» зыярат]]тазыяратта ерләнгән.
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Александр Филиппов бала сағында уҡ шиғырҙар яҙа башлаған һәм бишенсе синыфта уҡығанда уларҙың бер нисәһен ул ваҡытта бөтә [[СССР|Советтар Союзын]]ың балалар баҫмаһы булараҡ [[Мәскәү]]ҙә нәшер ителгән [[«Пионерская правда»]] гәзитенә ебәргән. Улар унда баҫылып сыҡҡан. Үҙәк матбуғат материалдарына ул осорҙа ниндәй талаптар ҡуйылғанан иҫкә төшөрөү ҙә шиғырҙарҙың ниндәй кимәлдә булыуы тураһында асыҡ һөйләй. 19 йәшендә педагогия инстиутына уҡырға килгәндә Александр Филиппов ижад емештәрен «[[Ленинец]]» республика йәштәр гәзитендә лә баҫтырып өлгөргән йәш шағир була. Шуға ла фекерҙәштәре уны бер тауыштан факультетта эшләп килгән әҙәби түңәрәктең старостаһы итеп һайлап ҡуя. Вуз тамамлап ауылға уҡытыусы итеп ебәрелһә лә, ижад ҡомары өҫтөнлөк алғас, йәш белгес журналистика юлынан китә. Республика радиоһының үҙ хәбәрсеһе, аҙаҡтан [[Өфө]]лә радиотапшырыуҙар редакцияһында мөхәррир булыу Александр Филиппов оло тәжрибә бирә. Ҡәләмен ҡулынын төшөрмәгән әҙип тиҫтә йыл әсендә тос ҡына йыйынтыҡҡа етерлек шиғри әҫәрҙәр туплап өлгөрә һәм уның тәүге ижад ҡарлуғасы «Зарницы» исемле беренсе китабы 1961 йылда донъя күрә. Аҙаҡтан 3 — 4 йыл арауыҡ менән уның йыйынтыҡтары бер-бер артлы нәшриәттән сығып ҡына тора. 1972 йылда [[Башҡортостан китап нәшриәте]]ндә баҫылған «Пора тополиных вьюг» тигән шиғырҙар һәм поэма ингән китабы өсөн шағир 1973 йылда республика комсомолының [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы]]на лайыҡ була. Дөйөм алғанда әҙиптең өс тиҫәтәнә артыҡ китабы уҡыусыларға тәҡдим ителгән.
 
Александр Филиппов үҙен оҫта һәм әүҙем тәржемәсе итеп тә танытты. Билдәле [[башҡорт]] яҙыусылары [[Сәғит Мифтахов]]тың «Зимагорҙар» драмаһын, [[Муса Ғәли]]ҙең «Ҡояш һәм күҙ йәше» поэмаһын, [[Хәким Ғиләжев]]тың «Ил улы» драматик поэмаһын, [[Фәрит Иҫәнғолов]]тың «Һәйкәлдәр тереләр өсөн» һәм [[Исхаҡов Вәзих Мөхәмәтша улы|Вәзих Исхаков]]тың «Бәхтизин» романдарын, шулай уҡ композитор [[Заһир Исмәғилев]]тың [[Салауат Юлаев (опера)|«Салауат Юлаев» операһыны]]ң либреттоһын, күп кенә авторҙарҙың шиғырҙарын [[башҡорт]]санан [[урыҫ теле]]нә тәржемә итә. Әҙиптең был йүнәлештәге ижади эшмәкәрлегенә баһа итеп мәшһүр [[Мостай Кәрим]]дең "«Александр Филиппов үҙенең ҡайһы бер ижадташ туғандарына ҡарағанда күпкә [[башҡорт]]ораҡ» тигән һүҙҙәрен китереү ҙә етә.
 
Бар ижадындағы кеүек үҙенең сценарийҙарында ла Александр Филиппов тыуған республикаһы темаһына даими мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, уның «Башҡорт балы», «Башҡортостан нефтселәре», «Республиканың бер көнө», «[[Башҡортостан]] умартасылыҡтарында» тип исемләнгән киносценарийҙары бының асыҡ дәлиле булып тора. Улар тамашасының һәм тәнҡитселәрҙең юғары баһаһын алды, ә 1965 йылда төшөрөлгән «[[Башҡорт]] балы» документаль кинофильмы үҙ ваҡытында [[Бухарест]]аБухареста үткән халыҡ-ара конкурста беренсе премияға лайыҡ булды.
 
== Китаптары ==
63 юл:
== Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре ==
* [[Башҡортостандың халыҡ шағирҙары|Башҡортостандың халыҡ шағиры]] (2004)
* [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы]] лауреаты (19721973).
* [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
* [[Салауат Юлаев (орден)|Салауат Юлаев ордены]]
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Сығанаҡтар ==
Юл 71 ⟶ 74:
* Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
* Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.{{ref-ru}}
 
 
{{Башҡортостандың халыҡ шағирҙары}}
{{Башҡортостандың халыҡ сәсәндәре}}
Юл 82 ⟶ 87:
[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:Башҡортостандың халыҡ шағирҙары]]
[[Категория:КПСС ағзалары]]