Иман шарттары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл:
 
=== Аллаһы Тәғәләнең китаптарына ышаныу===
Аллаһы Тәғәлә ҡайһы бер пәйғәмбәрҙәр аша кешелеккә бер нисә китап ебәргән. Мәҫәлән, Тәүрат (руссаурыҫса - Тора) китабы Муса пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм аша бирелгән, Инжил китабы (Евангелие) - Ғайса пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм (ғәрәпсә - (Ғ)Иса, руссаурыҫса - Иисус) аша, Забур (Псалтырь) - Дауыт пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм аша, һәм һуңғы китап - ул Ҡөрьән, был китап Мөхәммәт пәйғәмбәргә (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) бирелде. Был китаптарҙа Аллаһы Тәғәлә Үҙенең барлығын, берлеген, иман шарттарын, Ахирәт хәлдәрен, әхләҡ төшөнсәләрен, ғибрәтле тарихи ваҡиғаларҙы, киләсәк хәбәрҙәрен, шәриғәтте аңлатты. Атап үткән китаптарҙың барыһы ла тура юлды күрһәтер өсөн индерелгән ине. Һәм беҙ, мосолмандар, уларға ышанырға тейешбеҙ.
 
Әммә шундай һорау тыуыуы бар: әгәр был китаптар барыһы ла Аллаһы Тәғәләнән икән, ни өсөн беҙ тик Ҡөрьән буйынса ғына йәшәргә тейешбеҙ һуң? Эйе, был һорау йыш бирелә. Һәм уға яуап ошолай: Ҡөрьъәндән алда булған китаптар кешеләр тарафынан үҙгәртелгәндәр. Уларҙы күпләп тәржемә итеү һәм күпләп күсереп яҙыу һөҙөмтәһендә уларға сит һүҙҙәр - кеше һүҙҙәре - килеп ингән. Был турала Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «Әллә һеҙ уларҙың (йәһүдиҙәрҙең һәм насраниҙарҙың) һеҙгә ышаныуына өмөт итәһегеҙме? Улар араһында бит Аллаһ һүҙҙәрен аңлағандаң һуң да, уларҙы күрәләтә үҙгәртеп яҙыусылар булды...» («Һыйыр» сүрәһе, 2:75). Йәғни Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьәндән алда бирелгән китаптары үҙгәртелгәндәр. Тимәк, әлеге көндә йөрөгән Тәүрат (Тора), Инжил (Евангелие) кеүек китаптар тәү хәлендә һаҡланып ҡалмағандар. Һәм бөгөн ул китаптарҙа Аллаһы Тәғәләнең нисә процент һүҙҙәре һаҡланып ҡалғанын беҙ белмәйбеҙ. Бәлки, яртыһынан күберәге лә хатта үҙгәртелгәндер. Шуға күрә ул китаптар инде тура юл күрһәтә алмайҙар. Иң һуңында Аллаһы Тәғәлә кешелеккә Үҙ Рәхмәте менән Ҡөьән-Кәримде индерҙе. Ҡөрьән - Аллаһы Тәғәләнең Ҡиәмәт көнө алдынан кешелеккә ебәргән һуңғы китабы. Ул ғәрәп телендә ғәрәп пәйғәмбәренә бирелгән булһа ла, бөтә кешеләргә лә берҙәй йүнәлтелгән. «Беҙ һине барлыҡ кешеләргә һөйөндөрөүсе һәм иҫкәртеүсе-өгөтләүсе итеп ебәрҙек...» - ти Аллаһы Тәғәлә. Шулай итеп, донъялағы бөтә кешеләр ҙә Аллаһы Тәғәлә тарафынан индерелгән нурға, Ҡөрьәнгә, эйәрергә тейеш. Быны аңлаған кешеләр, ниндәй генә милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, ислам динен ҡабул итәләр. Һәм шуға күрә лә бөгөн мосолмандар һаны немец, француз, инглиз, русурыҫ, ҡытай, япон һәм башҡа халыҡтар араһында арта бара.
 
=== Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәрҙәренә ышаныу===
 
Аллаһы Тәғәлә китаптар бирә, тип әйттек, ләкин Аллаһы Тәғәлә китаптарҙы кемдәр аша бирә? Пәйғәмбәрҙәр аша (ғәрәпсә - нәбий, рәсүл, руссаурыҫса - пророк). Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) әйткәнсә, йәмғеһе 124 000 пәйғәмбәр булған.
 
Эйе, Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмаған. Уларға әленән-әле, тура юлды аңлатыр өсөн, Үҙенең илселәрен - пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреп торған. Ошо донъяла ҡайҙа ғына кеше йәшәмәһен, ҡасандыр уларға пәйғәмбәр килеп, Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген һәм ахыр сиктә беҙҙең Уға ҡайтасағыбыҙҙы аңлатып киткән. Тик беҙ был пәйғәмбәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре тураһында ғына яҡшылап беләбеҙ. Ҡөрьәндә, мәҫәлән, 25 пәйғәмбәрҙең исемдәре телгә алынған: Әҙәм, Нух, Сәлих, Һуд, Иҙрис, Ибраһим, Лут һәм башҡалар, ғаләйһим сәләм (уларға сәләм). Пәйғәмбәрҙәр барыһы ла бер хаҡиҡәт - иман хаҡиҡәтен килтергән. Улар барыһы ла Аллаһы Тәғәлә тураһында аңлатҡандар, барыһы ла Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген һәм Уға ғибәҙәт итеү кәрәклеген һөйләгәндәр.
 
Мосолман кеше бөтә пәйғәмбәрҙәргә лә ышанырға тейеш. Һис бер ҡасан да мосолман, мәҫәлән: «Мин Муса пәйғәмбәргә (руссаурыҫса - Моисей) ышанмайым», - тип әйтә алмай. Былай тип әйткән кеше Исламдан сығып китә. Әгәр мосолман ниндәйҙер пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр тип танымай икән, тимәк ул Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәрен инҡар итә. Шул уҡ Муса пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм, мәҫәлән, Ҡөрьәндә күп кенә урындарҙа атап әйтелгән. Пәйғәмбәрҙәрҙе инҡар итергә ярамай.
 
Әгәр барлыҡ пәйғәмбәрҙәр ҙә бер үк нәмәне аңлаткан икән, ниңә беҙ Мөхәммәт пәйғәмбәргә генә (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) эйәрергә тейешбеҙ, тип һорар кемдер. Яуап бирәбеҙ. Әйтәйек, хәҙерге көндә христиандар (насраниҙар), Ғайса пәйғәмбәр (Иисус) артынан эйәрәбеҙ, тиҙәр. Ләкин ысынында улар уның артынан тейешенсә эйәрмәй. Ғайса пәйғәмбәр үҙенә ғибәҙәт итеүҙе, табыныуҙы талап итмәне. Ә христиандар иһә бөгөн туранан-тура уға табыналар, шул рәүешле улар ширк (иң ҙур гонаһ!) эшләйҙәр. Ҡөрьәндә әйтелгән: «Аллаһы Тәғәлә Ғайса пәйғәмбәрҙән: «Эй Ғайса! Һин кешеләргә: «Миңә һәм минең әсәйемә ғибәҙәт итегеҙ», - тип әйттеңме?» - тип һораясаҡ. Ғайса пәйғәмбәр: «Дан Һиңә, Аллаһ! Мин быны әйткән булһам, Һин белер инең. Мин бит уларға: «Тик Аллаһҡа ғына ғибәҙәт итегеҙ!» - тип әйттем», - тиер». Эйе, христиандар үҙ диндәрен ҡурҡыныс итеп боҙҙолар. Ә Ғайса пәйғәмбәрҙең өйрәткән нәмәләре иһә дөрөҫ хәлдә һаҡланып ҡалманылар. Шуға Аллаһы Тәғәлә кешелеккә яңы пәйғәмбәр - Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) ебәрҙе. Уға эйәреү - кешенең берҙән-бер ҡотолоу юлы. Ә'башҡа кешеләргә эйәргән бәхетһеҙҙәр Ҡиәмәт көнөндә бик ныҡ үкенерҙәр, ләкин ул көндө үкенес һәм илау-аҡланыуҙар ярҙам итмәҫ. Был турала Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «Ул көндө залим кеше ҡулдарын тешләр һәм: «Аһ! Әгәр мин Аллаһ рәсүле менән бер юлды тотҡан булһам икән! Ниндәй ҡайғы миңә! Әгәр мин фәлән-фәләнде үҙемә дуҫ итмәгән булһам ине!» - тип әйтер».