Хәсәнов Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ib, категория
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
21 юл:
'''Хәсәнов Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы''' — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең тәүге осоронда әүҙем ҡатнашҡан эшмәкәрҙәрҙең береһе.
 
1894 йылда [[Ырымбур губернаһы]] Ырымбур өйәҙе Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ улысының [[Теләүембәт]] ауылында тыуған<ref name="Х" />. 11 йәшендә етем ҡалып, атаһының бер туған ҡустыһы ҡулында тәрбиәләнә. Аҙаҡ ауыдағы русурыҫ-башҡорт мәктәбе янындағы етемдәр пансионына барып урынлаша. Ауылда өс йыл уҡығандан һуң, Теләүембәттән йыраҡ түгел Сәйетҡол ауылындағы 2 класслы русурыҫ-башҡорт училищеһына уҡырға инә. Бында, өс йыл эсендә столяр һөнәрен үҙләштереп, бер-аҙ аҡса эшләп алып, 1911 йылда [[Пермь губернаһы]]ның Красноуфимск ҡалаһындағы сығып китә. Бында ул [[Красноуфимск]] русурыҫ-башҡорт ауыл хужалығы училищеһына керә. "Башҡорт степендияһы"на уҡый. Училищела Ғәлиәхмәт Хәсәнов столяр, тимерсе-слесарь һөнәрҙәрен үҙләштерә, һабын ҡайнатыусы һәм май етештереүсе заводтарҙа эшләй.
 
1915 йылда ауыл хужалығы училищеһын тамамлап, практикант сифатында помещик Шоттың имениеһында эшләй. Артабан [[Ырымбур губернаһы]] земствоһына эшкә төшөп, 1917 йылдың йәйенә тиклем Ырымбур өйҙенең Покровский агрономия участкаһында агроном ярҙамсыһы булып йөрөй.