Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
28 юл:
[[1859 йыл]]дың 23 ноябрендә [[Ырымбур губернаһы]] [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]]нең Ергән ауылында тыуған. Уның атаһы Мөхәммәтсаҙиҡ [[1862 йыл]]да Ырымбур губернаһында һабын ҡайнатыу заводы һатып ала, ә ете йылдан һуң алтын табыу буйынса беренсе приискыһын аса. Уның улдары Мөхәммәтзакир менән Мөхәммәтшакир аталарының эшен киңәйтә һәм [[XX быуат]] башына хәҙерге [[Башҡортостан]] һәм [[Силәбе өлкәһе]] территорияһында егерме алтын приискыһы ойоштора, улар ҙур табыш килтерә.
 
Закир менән Шакирҙы татар теленә лә, русурыҫ теленә лә әсәһе өйрәтә. Һуңынан улар башланғыс мосолман мәктәбендә, унан һуң ике ҡыш Орск ҡалаһында, ата-әсә йортонан 70 саҡырым алыҫлыҡтағы Муллаҡай ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыйҙар. Шунан Закир ике йылға [[Төркиә]]гә китә. Истанбулда уҡый, төрөк телен һәм әҙәбиәтен, башҡа предметтарҙы өйрәнә.
 
Төркиәлә уҡып ҡайтҡандан һуң Закир Рәмиев тыуған иленә ҡайта һәм күпмелер ваҡыт [[Орск]]иҙа йәшәй. Бында ул сауҙа менән шөғөлләнә, йәйҙәрен алтын приискыһында үткәрә, Төркиәнән ҡайтҡандың икенсе йылына сауҙагәр Бурнаевтың ҡыҙы Мәхүпъямалға өйләнә. Уларҙың һигеҙ балалары тыуа.