Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Ләйсән ҡулланыусыһының (фекер алышыу) 531598 үҙгәртеүенән баш тартыу. Башҡорт телендә урыҫсағы «РОД» юҡ.
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
17 юл:
| imdb_id =
}}
 
'''Рәғиҙә Янбулатова, Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатова''' ([[28 декабрь]] [[1915]] — [[13 октябрь]] [[1997]]) — күренекле [[башҡорт]] [[СССР|совет]] театр актёры, шағир, драматург һәм тәржемәсе, [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған (1949) һәм халыҡ (1954), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955) артисы, 1957 йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы.
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатова 1915 йылдың 28 декабрендә [[Өфө губернаһы]] [[Өфө өйәҙе]]нең (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Кушнаренко районы]]) [[Баҡай (Кушнарен районы)|Баҡай ауылы]]нда крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Үҫмер сағы хәҙерге [[Ҡариҙел районы]]ның [[Бәҙрәш]] ауылында үтә — ҡыҙ бер нисә йыл бында йәшәгән ағаһында тәрбиәләнә. Тәбиғәттән күп һәләттәргә эйә булған Рәғиҙә бик йәшләй үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнаша, һәм нәҡ ошо әүәҫлек уның артабанғы тормош юлына туранан-тура йоғонто яһай ҙа инде. 1932 йылда ул бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ [[Өфө]] ҡалаһындағы ул ваҡытта эшләп килгән [[Өфө сәнғәт училищеһы|Башҡорт сәнғәт техникумы]]на уҡырға инә һәм уның актер бүлеген легендар [[Хажи Бухарский]]Бохарский класы буйынса 1935 йылда уңышлы тамамлап сыға. Ошо йылдан Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙының артабанғы бар тормошо һәм булмышы [[Башҡорт академия драма театры]] (хәҙер [[М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры]]) менән оҙаҡ йылдарға ныҡлы бәйләнә.
Рәғиҙә Янбулатова 1997 йылдың 13 октябрендә Өфөлә вафат була.