Ризаитдин Фәхретдинов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
216 юл:
| isbn = 5-295-01269-7
| ref =
}}}}</ref>. Шул уҡ йылдың ноябрендә Өфөлә [[һиндостанҺиндостан]] дәүләт эшмәкәре ''М. Бәрәкәтулла'' менән осраша һәм бергә митингыларҙа ҡатнаша. Мәҡәләләрен «Ислам» журналында баҫтыра башлай.
 
1921—1922 йылдарҙағы [[Башҡортостандағы аслыҡ (1921—1922)|Башҡортостандағы ҙур аслыҡ ваҡытында]] Диниә назаратының асығыусыларға иғәнәләр йыйыу, үкһеҙ етем ҡалған балаларҙы йыйып ашатыу, тәрбиәләү буйынса саралар күрә. Был эштәр менән Ризаитдин Фәхретдин шөғөлләнә. Был осорҙа уның үҙенең ғаиләһе лә мохтажлыҡ, ҡытлыҡ кисереү сәбәпле Фәхретдинов ҡиммәтле китаптарын һатырға, аҙыҡҡа алыштырырға мәжбүр була<ref name="Ризаитдин бин Фәхретдин. Тарихи-биографик китап"/>.
222 юл:
1922 йылдың ғинуарында [[Рәсәй Үҙәк диниә назараты|Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты]] идараһы тарафынан Ризаитдин Фәхретдин мөфтөй итеп тәғәйенләнә. 1923 йылдың йәйендә уҙғарылған Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының съезы уны рәсми рәүештә раҫлай. Был яуаплы вазифаны башҡарғанда, Фәхретдиновҡа Совет хөкүмәте яғынан булдырылған бик күп ҡаршылыҡтар менән көрәшергә тура килә.
 
1922 йылдың сентябрендә ''Башҡортостан Академия үҙәге'' ойошторола, һәм уның идараһы составына ағза итеп Ризаитдин Фәхретдин һайлана. Шул уҡ йылда ''Башҡорт яңы әҙәби теленең алфавиты менән орфографияһын эшләүтөҙөү комиссияһы''на йәлеп ителә.
 
1924 йылда төркиәтсе ''А. Н. Самойлович'' менән Өфөлә осраша. 1925 йылда Бохара һәм Сәмәрҡәнд ҡалаларына
сәйәхәтрсәйәхәттәр ҡыла, дин әһелдәре менән осраша. Был сәфәр тураһында «Сәмәрҡәнд мөсхәбе вә Төркөстан сәйәхәте» исемле сәйәхәтнамәһен яҙа. 1925 йылдың сентябрендә ''Рәсәй Фәндәр Академияһы''ның төҙөлөүенә 200 йыл тулыу айҡанлы Ленинградҡа саҡырыла. Академик В. В. Бартольд, И. Ю. Крачковский, А. Н. Самойловичтар менән осраша<ref name="Материалы к биобиблиографии Ризы Фахретдинова"/>. 1925 йылда «Ислам дине» исемле ҙур хеҙмәтен һәм «Әл-бәлағ әл-мөбин» китабын тамамлай.
 
1926 йылда [[Мәккә]]гә [[хаж]] ҡыла һәм дипломат [[Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы|Кәрим Хәкимов]] булышлығы арҡаһында Фәхретдинов ''Бөтә донъя мосолмандарының конгресы''нда Бөтә Рәсәй мосолмандары делегацияһы етәксеһе булараҡ ҡатнаша. Унда уны конгресс президиумының рәйес урынбаҫары итеп һайлайҙар. Барыр һәм ҡайтыр юлдарында [[Истанбул]]да була, уның китапханалары менән таныша.