Ғафури районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
яңыртыу (мәғлүмәттәрҙе), өҫтәмә мәғлүмәт, ҡалып, категория
6 юл:
|Герб = Coat of Arms of Gafuri rayon (Bashkortostan).png
|Флаг = Flag of Gafuri rayon (Bashkortostan).png
|Описание флага = Ғафури районы флгагыфлагы
|Страна = {{RUS}}
|Статус = [[муниципальныймуниципаль район]]
|Гимн =
|Входит в = {{s|[[Башҡортостан]]}}
|Включает = {{s|16 [[ауыл биләмәһе]]}}
|Столица = [[КрасноусольскийКрасноусол]]
|КрупныйГород =
|КрупныеГорода =
27 юл:
|Язык =
|Языки =
|Население = 35{{ 605Население | Гафурийский район | тс }}
|Год переписи = 2010{{ Население | Гафурийский район | г }}
| Процент от населения = {{ #expr: ( {{ Население | Гафурийский район | ч }} * 100 / {{ Население | Башкортостан | ч }} round 2 ) }}
|Место по населению =
|Плотность = 12
Юл 52 ⟶ 53:
|Примечания =
}}
'''Ғафури районы''' ({{lang-ru|Гафурийский район}}) — [[Башҡортостан]]дағы муниципаль район.
Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 1930 йылда Красноусол районы ойошторолған, 1940 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге  — [[Красноусольский|Красноусол]] ҡасабаһы. Өфөгә  — 130  км, Стәрлетамаҡҡа  — 60  км. Майҙаны  — 3039 км². Халыҡ һаны 2010 йыл  — 35,6 мең (1970 йыл  — 54,8; 1979 йыл  — 44,4; 1989 йыл  — 36,8, 1995 йыл  — 35,1). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы  — 1 км²-ға 12 кеше. Районда 97 ауыл бар: шуларҙың иң ҙурҙары  — [[Красноусольский|Красноусол]] ҡасабаһы (10,8 мең кеше), [[Табын (Ғафури районы)|Табын]] (1,9 мең) һәм [[Сәйетбаба (ауыл)|Сәйетбаба]] (1,4 мең) ауылдары. [[Башҡорттар]], [[урыҫтар]] һәм [[татарҙар]] күпселекте тәшкил итә.
 
== Географияһы ==
Район территоряһының ҙур өлөшө таулы (иң бейек урыны 600—700 м-ға етә), ярайһы уҡ дымлы, киң япраҡлы һәм [[ҡайын]] ҡатыш [[уҫаҡ]] урмандар менән ҡапланған. Көнбайышыдағы тар тигеҙлекте [[Ағиҙел]] йылғаһы үҙәне биләй. Климаты бер аҙ ҡоро. Район ерҙәрендә һоро урман, туғай тупрағы һәм көлһыу ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Гидрографик селтәрен Ағиҙелдең уң яҡ ҡуш-ры [[Еҙем]], [[Егән]] һәм [[Тоҙйылға]] (Усолка) йылғалары барлыҡҡа килтерә.
 
Ер аҫты байлыҡтарынан [[нефть]] (Табын, Ҡарлы), быяла [[доломит]]ы (Ташлы), кварц ҡомо (Ҡотлоғужа, Ҡарауылтау), ҡом (Табын), ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы (Татар Һаҫыҡкүле, Табын), [[эзбизташ]] (Воскресенск), [[гипс]] (Аҡташ), кирбес сеймалы (Һамар, Үтәш) ятҡылыҡтары бар.
 
[[Аҡкүл (Ғафури районы)|Аҡкүлдең]] тирә-яғында йәшәгән [[ҡондоҙ]], [[һыуһар]], [[шәшке]], [[бурһыҡ]] һ.б. йәнлектәрҙе ҡурсалау өсөн Аҡкүл дәүләт заказнигы ойошторолған. Аҡкүл, Красноусол минераль һыуҙар, Ҡотлоғужа ауылы янындағы диңгеҙ фауналы өҫкө аҡбур осоро тоҡомдарының күренеп ятҡан урыны, Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сәтләүек ҡыуаҡлыҡтары, Еҙем йылғаһының урта ағымындағы шыршылыҡтар тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.
 
== Халҡы ==
{{ Население | Гафурийский район | Оформление=standard| Столбцов=6}}
<br />
{{ Население | Гафурийский район | д }}
 
Халыҡтың тығыҙлығы {{ #expr: ( {{ Население | Гафурийский район | ч }} / 3039 round 2 ) }} кеше — 1 км².
 
== Иҡтисад ==
Район иҡтисады [[ауыл хужалығы]] һәм урман сәнәғәте йүнәлешле. [[Ауыл хужалығы]] ерҙәре 85,2 мең га (райондың дөйөм майҙанының 28 %) алып тора, шуның 50,3 мең га-һы  — һөрөнтө ерҙәр, 12,2  — сабынлыҡтар һәм 22,7 мең га  — көтөүлектәр. Райондың Көнбайышдағы тигеҙлек көньяҡ [[урман-дала зонаһы]]на ҡарай һәм яҙғы [[бойҙай]], [[шәкәр сөгөлдөрө]], [[картуф]], йәшелсә үҫтереүгә, һөт-ит йүн-дәге һыйыр малы, сусҡа һәм һарыҡ аҫырауға махсуслашҡан. [[Умартасылыҡ]] киң таралған. Райондың һөрөнтө ере күп булмаған көнсығыш тау-урман өлөшөндә ит-һөт йүн-дәге малсылыҡ өҫтөнлөк итә. Райондың 184,1 мең га майҙанын (Район территоряһының 60,6 %) урман ҡаплай. Ағас запасы 28529,5 мең м3, күбеһен өлгөргән һәм оҙаҡ торған йомшаҡ япраҡлы ағастар тәшкил итә. Нефть ятҡылыҡтарында «[[Ишембайнефть]]» НГДУ-һы эш алып барауылы
 
== Транспорт ==
Район територияһын Көнбайышта [[Өфө]]—[[Ырымбур]] тимер юлы киҫеп үтә. [[Талбаҙы (Кушнарен районы)|Талбаҙы]]— [[Красноусол]] һәм [[Архангел (Архангел районы)|Архангель]]—[[Красноусол]]—[[Петровский (Ишембай районы)|Петровск]] автомобиль юлдары мөһим роль уйнай.
 
== Социаль-мәҙәни өлкә ==
Районда 57 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 26 урта мәктәп; Красноусол ПУ-һы, 33 дөйөм китапхана, 46 клуб учреждениеһы, Ҡаранйылға ауылында [[Жәлил Кейекбаев|Ж.Кейекбаев]] музейы, үҙәк Район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы бар. Район территорияһында “Красноусол”«Красноусол» курорты урынлашҡан.
Башорт телендә “Табын”«Табын», урыҫ телендә “Звезда”«Звезда» газеталары сыға.
== Урындағы диалект (урта һөйләш) ==
 
== Урындағы диалект (урта һөйләш) ==
{{Таҙартырға||Был бүлекте}}
Урта һөйләш тураһында дөйөм төшөнсә
Урта һөйләш Башҡортостан Республикаһының Архангель, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Ишембай районының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Белорет районының — Инйәр, Иглин районының Ләмәз буйында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләү телен үҙ эсенә ала. Улар табын ҡәбиләһенең ҡумрыҡ, баҙраҡ, кәлсер, кесе, дыуан, күрпәс, йомран-табын ырыуҙарына шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың гәрәй-ҡыпсаҡ һәм тәлтем-ҡыпсаҡ ырыуҙарына, ҡатайҙарҙың бер өлөшөнә ҡараған башҡорттар. Йомран-табындарҙың бер төркөмө элегерәк Ырымбур өлкәһенеңТуҡ һәм Соран буйҙарына күсеп ултырған һәм унда, нигеҙҙә, дим һөйләше үҙенсәлектәрен ҡабул иткән.
Һөйләштең төп диалекталь үҙенсәлеге –лт-лт, -нт, -ңт, -мт, -ңҡ, -ңк, -мҡ, -мк диссимилятив өн ҡушылмаларының ҡулланыуы менән характерлана. Бында л, м, н, ң тартынҡыларынан һуң яңғырау ғ, г өндәре урынына һаңғырау ҡ, к өндәре килә: дамҡа — әҙәби телдә тамға, ямҡыр — ямғыр, кемкә — кемгә, һин кенә — һин генә, ҡомҡан — ҡомған, еңкә - — еңгә, саңҡа/саңҡы — саңғы (һунарҙа ҡулланыла торған махсус эшләнгән саңғы), таңҡа — таңға.
Диссимилятив өн ҡушылмалары Асҡын һәм Ҡариҙел райондарында йәшәгән (һун) һәм балыҡсы ырыуҙары башҡорттарының теле, йәғни ҡариҙел һөйләше һәм Ғафури, Ишембай райондарының Егән буйында урынлашҡан типтәр ауылдарының һөйләү теле өсөн дә характерлы. Был күренеш буйынса урта һәм ҡариҙел һөйләштәренең себер татарҙары, һары уйғырҙар һәм боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларының теленә яҡынлығы бар һәм ул бик үҙенсәлекле боронғолоҡ күренеше тип иҫәпләнә.
Бынан тыш урта һөйләштә һүҙ башында б-п өндәренең төп килеше, йәғни б өнө урынына һаңғырау п өнөн ҡулланыу шулай уҡ характерлы үҙенсәлектәрҙең береһе иҫәпләнә. Мәҫәлән: пысҡы — әҙәби телдә бысҡы “пила”«пила», пысаҡ — бысаҡ, палта — балта, пыйала — быяла, пысраҡ — бысраҡ, паҙар — баҙар, пармаҡ — бармаҡ, палтаҡ — балдаҡ, пажа — бажа, паҡта баҡта “весенняя«весенняя линька, шерсть весенней стрижки”стрижки», пелеү — белеү.
Һүҙ башында б өнө урынына п өнөн ҡулланыу буйынса урта һөйләш күршеләге егән һәм төньяҡ-көнбайыш диалекты составындағы ҡариҙел һөйләшенә, алтай һәм уйғыр телдәре һөйләштәренә, сыуаш һәм себер татарҙары теленә яҡын тора . Б өнө шулай уҡ ике һуҙынҡы араһында ла п өнөнә күсә: тупырсыҡ — әҙәби телдә тубырсыҡ, ҡапырсаҡ — ҡабырсаҡ, йапалаҡ — ябалаҡ.
Һөйләштә һүҙ башында т өнө урынына д өнөн ҡулланыу күҙәтелә: дуғай — әҙәби телдә туғай, дамға — тамға, думар умарта — түмәр умарта, дирән — тәрән, дүңгәк — түңгәк. Шул уҡ ваҡытта айырым осраҡтарҙа һүҙ башында д, т өндәре параллель рәүештә килә: донйа/тонйа — әҙәби телдә донъя, дәғә — таға, домбойоҡ — томбойоҡ, дәүәт — тәүәт.
Һүҙ башында һ өнө, бүтән позицияларҙа иһә, шулай уҡ ике һуҙынҡы араһында күп ваҡыт ҫ өнө ҡулланыла: һикҫән — әҙәби телдә һикһән, туғҫан — туҡһан, танҫыҡ — танһыҡ, ҡорҫаҡ — ҡорһаҡ, һыуҫау — һыуһау, йаҫау — йаһау, ғоҫор — ҡоһор.
Көнсығыш һөйләштәрҙәге һәм ҡариҙел һөйләшендәге һымаҡ уҡ, урта һөйләштә лә -а/-ә өндәренә бөткән хәл ҡылымдар менән ал- модаль ҡылымы алдына ике һуҙынҡы араһына й өнө өҫтәлә, ә л өнө төшөп ҡала: бара-й-алмайым — бара алмайым, тора-й-алмайым — тора алмайым, әйтә-й-алмайым — әйтә алмайым. Ә л сонанты, ғөмүмән, ал-, һал-, ҡал-, шулай уҡ һирәкләп бул-, кил- ҡылымдарының үткән һәм киләсәк заман формаларында төшөп ҡала: Йөрөмәгән геше ғаманты — Йөрөмәгән кеше ҡалманы; Эй бүлли бул, бүлли бул, бүҙәнәләй түлли бул; бер ғулың майҙа бу(л)һын, бер ғулың балта бу(л)һын, кө(л)өксәң тулы көл бу(л)һын, итәгең тулы ит бу(л)һын, итәгең тулы ул бу(л)һын, ҡаҙаның тулы ит бу(л)һын (еҙем һөйләшсәһе).
Урта һөйләш көньяҡ диалекттың егән, эйек-һаҡмар, дим, көнсығыш диалекттың ҡыҙыл һөйләштәре менән сиктәш урынлашҡан. Һөйләштең көнбайыш өлөшө айырыуса дим һәм өршәк һөйләштәре менән тығыҙ аралашыу процесын кисерә.
Һөйләш нигеҙҙә лексик үҙенсәлектәре буйынса өс һөйләшсәгә бүленә. Улар — инйәр, еҙем һәм ҡырмыҫҡалы һөйләшсәләре. Инйәр һөйләшсәһе — Белорет районының ҡатай, Архангел районының бүҙрәк-табын һәм ҡумрыҡ-табын ырыуҙары башҡорт ауылдары өсөн характерлы. Ғафури районының кәлсер-табын һәм кесе-табын ырыуы башҡорттарының һөйләү теле — инйәр һөйләшсәһенә, Ҡырмыҫҡалы районы йомран-табын һәм дыуан-табын ырыуы ауылдары ҡырмыҫҡалы һөйләшсәһенә берләшә. Һөйләшсәләрҙең һүҙлек составы диалекталь синонимдарҙың ғәйәт күп булыуы менән айырылып тора. С.  Ф.  Миржанова был күренеште урта һөйләштең башҡа һөйләштәр менән әүҙем бәйләнеш һөҙөмтәһе тип аңлата. Мәҫәлән, инйәр һөйләшсәһендә махсус һораулыҡ буйынса яҙып алынған 90 диалекталь һүҙҙең 50-нән артығырағы, ғөмүмән, бөтөн көньяҡ диалект һөйләштәре өсөн уртаҡ лексик берәмек иҫәпләнә (мәҫәлән: ҡаҙна “наличник«наличник нар”нар», ҡәйенһеңне “младшая«младшая золовка”золовка»), 32-һе — ҡыҙыл һөйләше (албар “хлев”«хлев», тәпәс “цеп”«цеп», мышар “рябина”«рябина», ҡойолтороҡ “неказистый”«неказистый», туҡрау “остановиться”«остановиться»), 16-һы — күбәләк һөйләше (тупый “шапка«шапка мужская”мужская», шәүкәләй “шапка«шапка детская”детская», ләшә “снег«снег на деревьях”деревьях», әберсә “малина”«малина»), 16-һы — төп урта һөйләш диалектизмдары (ләс “водянистый«водянистый (о хлебе)», сөңкөлтәк “ворчун”«ворчун», мәретеү “подтаивать«подтаивать (о снеге)», тыуыш “наледь”«наледь», йаңҡыҙайаҡ “земляника”«земляника») һәм бары тик етәүһе һөйләшсәнең үҙе өсөн характерлы диалектизм булып тора (ауһар — әҙәби телдә иҫәр “глупый”«глупый», әрҙәмәс — әрһеҙ “беспардонный”«беспардонный»; һарымай, һарыбаш, аҡпабай — бәпембә “одуванчик«одуванчик в цвету и после цветения”цветения»; шәкәлшәй, сәкәлсән, мәшәй — йәкәл “бабка”«бабка»; урман кәзәһе — ҡоралай “косуля”«косуля»; әтәрбай — кәрлә “карлик”«карлик», әтүкәш, өтөкөш алыу “окунуться«окунуться в холодную воду перед купаньем”купаньем») .
Гөлнур Якупованың “Ҡатындар”«Ҡатындар» трилогияһында диалектизмдар
Гөлнур Якупова үҙенең әҫәрҙәрен башҡорт халҡының йәнле һөйләү теленә таянып ижад итә. Ысынлап та, фәҡәт халыҡ ижады менән йәнле һөйләү телен яҡшы белгәндә генә, уларҙы ижад процесында дөрөҫ файҙаланғанда ғына һәйбәт әҫәрҙәр яҙырға мөмкин. Яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә башҡорт теленең һүҙ байлығын, уның фразеологик берәмектәре һәм мәҡәлдәрен уңышлы файҙалана, туған телебеҙҙең һүрәтләү, тасуирлау саралары менән оҫта эш итә. Бынан тыш, Г.Якупова әҫәрҙәрендә профессиональ һәм көнкүреш терминдарын, иҫкергән һәм тарихи һүҙҙәрҙе, бик күп топонимик атамаларҙы — ер-һыу исемдәрен осратабыҙ. Шуныһы ла мөһим: әҙибә ғәрәп, фарсы, рус һәм рус теле аша ингән башҡа телдәрҙең һүҙҙәрен дә киң һәм оҫта ҡуллана.
Ысынлап та, трилогия менән танышҡан саҡта урта һөйләштә (бигерәк тә еҙем һөйләшсәһенә ҡағылышлы) актив ҡулланылған бик күп диалект һүҙҙәрҙе осратырға мөмкин өс төркөмгә бүлергә мөмкин: вариант диалектизмдар, лексик диалектизмдар, семантик диалектизмдар.
Вариант диалектизмдар — семантик яҡтан айырылмаған, әммә әҙәби телдәге һүҙҙәрҙән өн үҙенсәлеге, морфологик ҡоролошо йәки ялғауҙарҙағы өндәре яғынан айырылған өндәр инә: ысвикла — сөгөлдөр, анта — унда, мынта — бында, тиеп — тип, шуңа — шуға, ҡай саҡ — ҡайһы саҡ, инте- инде, көпә-көнтөҙ — көпә-көндөҙ, мына — бына, типтер — тиептер, апҡайтһа — алып ҡайтһа, әйбәт — һәйбәт, ҡыҙый — ҡыҙыҡай, малатса — молодцы, сәтләүек — сәртләүек, үрҙәк — өйрәк, барник — парник, йәмкә — йәмгә, көтөй — көсөк, ҡай саҡ — ҡайһы саҡ-саҡта.
Лексик диалектизмдар — башҡорт әҙәби теленең һүҙҙәре менән сағыштырғанда, бөтөнләй башҡа сығанаҡлы һүҙҙәр: мөстән — урам буйында күп йөрөргә яратуысы кеше, иветә — күпселек һорауҙарҙа, диалогтар аҙағында ҡулланыла, кәбәркә — келәт, бәс — темпераментлыҡ: аптырау, ҡыуаныу, ярһып әйтеү ҙә, ҡыҫҡаһы, эмоцияларҙы белдерә, әтнәкәһе — сере, мыҙыҡараҡ — яйыраҡ, һүлпәнерәк, силсәүит — ауыл биләмәһе башлығы (сельсовет, ), бәләсник — бәлә һалырға ярытыусы кеше, буйтым — күп, шарҡылдаҡ — юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып көлөргә яратыусы кеше, елгүтән — елдәй еңел ҡуҙғалып хәбәрен уйламайыраҡ һөйләүсе.
Семантик диалектизмдар — әҙәби телдә бер мәғәнәлә, һөйләштәрҙә икенсе мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәр: итә — уйлай, елле –шәп-шәп, апа –апай-апай, абый — ағай өндәшә, тая һалдым — ҡаса һалдым, йәме — яраймы, йүнләп — яҡшылап, сүмес — ижау, ҡойо- ҡоҙоҡ, инәй — әсәй.
“Диалекттарҙы"Диалекттарҙы мин махсус индереп ебәрәм ул, төрлө төбәктәрҙекен, геройҙарымдың теле байыраҡ булһын өсөн, " — ти әҙибә һәм был ысынлап та шулай. Уҡыусы берҙән — бер ерле һөйләштең диалекты менән танышһа, икенсенән — бындай әҫәрҙәрҙе уҡыуы ла күңеллерәк.
 
Тәү сиратта трилогиянан вариант диалектиздарҙы ҡарап үтәйек:
Эт балаһын еҙем һөйләшсәһендә көтөй тип атау бар: Ә ысын дөрөҫөн Әхмәҙин, әй, Бүреһуҡҡан бабай, үҙе генә белде: ниндәйҙер серле тәҡдир илә, бүре өйөрөндә аҙаштырған көтөйө — Һарыгүҙ үҫеп, хас та бүре булып ҡайтып ингәйне. Исемде көтөйгә үҙе ҡушҡайны, күҙенең төҫө сылт һары булғанға. Шәкәрҙе — бисүк, сөгөлдөрҙө — ысвикла тип йөрөтөү бар еҙем һөйләшсәһендә: Әйткәндәй, беҙҙә уны “ысвикла”«ысвикла» тиергә өйрәнеш итеп алдылар, йәнәһе, урыҫсалап. Ә Толпарлының бөтә ҡатындары ла тиерлек хәҙер бер ҡушаматта йөрөй: “ысвикла«ысвикла бисәләре”бисәләре». Бығаса өйрәнеп бөтөр инек “ысвикла«ысвикла бисәһе”бисәһе» булып. — Сөгөлдөр түгел — ысвикла! — тип ҡысҡыра бирҙе Ишбирҙе, үҙен туҡтатып алырлыҡ түгел, саң күтәреп һөрөп бара баҫыуҙы тәпке менән.
“Ҡатындар”«Ҡатындар» трилогияһында лексик диалектизмдар йәғни башҡорт әҙәби теленең һүҙҙәре менән сағыштырғанда, бөтөнләй башҡа сығанаҡлы һүҙҙәр ҙә бик күп һәм урынлы ҡулланыла. Трилогиялағы миҫалдарҙа ҡарап үтәйек:
Бәләһен һалырға яратыусы кешене еҙем һөйләшсәһендә бәләсник тип атайҙар: - — Бәләсник. Шул кәүҙәң менән.
Мәш килеү — донъяңды онотоп нимәлер эшләү, шуның менән генә булышыу: Мәш килеп донъя көтөп, ашлыҡ һуғып йөрөүҙәре. Беҙ ҙә Зөлхизә янында мәш киләбеҙ.
ла мөстән — урам буйында бушты-бушҡа ауҙарып йөрөүсе кешенең ҡушаматы булараҡ ҡулланыла: - — Һынды бит ҡалтағайым, аҙна элек кенә, яңыһын эшләтергә өлгөрмәнем. Ҡайтып етә инем, бынау мөстән юлымды бүлде. “Чырагым«Чырагым, ғай, син кайда?” –» — тип йыш ҡына әрәмәлектә эҙләп йөрөй шул кәзәһен, мөстән әллә уныһы?
Кәбәркә — еҙем һөйләшсәһенән башҡа һөйләштәрҙә бөтөнләй телмәрҙә ҡулланылмаған тиерлек һүҙ йәғни әҙәби телдә келәт һүҙен алмаштырып килә: Мейес башын, карауат аҫтарын, соланды-кәбәркәне тотош ҡарап сыҡтылар. (“Ағиҙел”«Ағиҙел» 2010, №10№ 10, 22-се бит). Әсмә ошо арауыҡта кәбәркәлә һутлыраҡ булып ҡыҙарып бешеп ятһын өсөн турпыша менән ҡаплап баҫырылған баланды баулай, оло мейестә муйыл киптерә, бәшмәк тоҙлай, сәтләүек таҙарта — урмандағы кейектәр шикелле, ҡышҡыллыҡҡа сырса әҙерләй.
Еҙем һөйләшендә башҡа һөйләштәрҙә, һөйләшсәләрҙә бөтөнләй тиерлек ҡулланылмаған ивит/иветә һүҙе бар. Ж.Ғ.Кейекбаев “Туғандар«Туғандар һәм таныштар”таныштар» романында уны ибит тип ҡулланған ине, ә Г.Якупова трилогияһында иветә тип ҡуллана: - — Һин — Зирәк Райхана, иветә? — ти һалам, үҙем бесәй һымаҡ ҡартәсәйемә һырпаланып алам. Ҡалышмаҫһың, үҙҙырып ебәрерһең әле унан, иветә? — Иветә! — Шулай тинем дә, ҡартәсәйем биргән ике төргәкте, аҡ һәм ҡара сатинды, ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырып, Татар әбекәйгә йүгерҙем
Трилогияла семантик диалектизмдарға ла урын бирелгән, яҙыусы әҙәби телдә бер мәғәнәлә, һөйләштәрҙә икенсе мәғәнәлә ҡулланған һүҙҙәрҙе миҫалдарҙа ҡарайыҡ:
Абый, апа һүҙҙәр - — тигән уҡытыусы ағайға һәм апайға өндәшеү бар (исеменә ҡушып, атаһының исемен әйтмәй генә): Ә уҡырға мине Мәүлиҙәнең атаһы Әмин абый (беҙҙә уҡытыусыларҙы “абый”«абый», “апа”«апа» тип йөрөтәләр), өйҙәгеләрҙән дә һорап тормай, етәкләп алды ла китте. Уңарсы абый класс таҡтаһын ҡап уртаға бүлеп, вариантлап мәсьәләләр яҙырға тотондо
Шәп һүҙе лә елле һүҙе менән алмаштырыла, мәҫәлән: Елле йүгерә, иветә? (шәп йүгерә, иветә?). Трилогияла ла бар ундай алмаштырыуҙар: Минең башҡа яңыраҡ елле генә бер шиғыр килгәйне, әй, онотмаҫмын әле, тип яҙып ҡуйманым — аҙаҡ иҫләп ҡараным да, ҡайҙа, ти, ул — осҡан.
Шулай уҡ йәме урынына ярай менән, тая һалдым — ҡаса һалдым урынына алмашынып киләләр: Өләсәй, шул орденыңды алырға Мәскәүгә барыуыңды һөйләрһең әле берәй ваҡыт, йәме. — Кәнсәләрҙән ҡайтышлай инеп алырым, йәме! — Йәме, йәме. Ҡыҙый, һин ҡалмайһың инде, килерһең, йәме. — Йәме. Бик күрәһем килә ул яҡтарҙы. — Абыйҙың һынап ҡарап тороуын һиҙеп, шып туҡтаным да тая һалдым янынан. Тайҙым тиҙерәк, ныҡ һуҡмаһа ла, эләктереүе бар — бүтән төкөрмәҫтәй булырһың.
 
== Иҫкәрмәләр ==
Тәү сиратта трилогиянан вариант диалектиздарҙы ҡарап үтәйек:
{{иҫкәрмәләр}}
Эт балаһын еҙем һөйләшсәһендә көтөй тип атау бар: Ә ысын дөрөҫөн Әхмәҙин, әй, Бүреһуҡҡан бабай, үҙе генә белде: ниндәйҙер серле тәҡдир илә, бүре өйөрөндә аҙаштырған көтөйө – Һарыгүҙ үҫеп, хас та бүре булып ҡайтып ингәйне. Исемде көтөйгә үҙе ҡушҡайны, күҙенең төҫө сылт һары булғанға. Шәкәрҙе – бисүк, сөгөлдөрҙө – ысвикла тип йөрөтөү бар еҙем һөйләшсәһендә: Әйткәндәй, беҙҙә уны “ысвикла” тиергә өйрәнеш итеп алдылар, йәнәһе, урыҫсалап. Ә Толпарлының бөтә ҡатындары ла тиерлек хәҙер бер ҡушаматта йөрөй: “ысвикла бисәләре”. Бығаса өйрәнеп бөтөр инек “ысвикла бисәһе” булып. – Сөгөлдөр түгел – ысвикла! – тип ҡысҡыра бирҙе Ишбирҙе, үҙен туҡтатып алырлыҡ түгел, саң күтәреп һөрөп бара баҫыуҙы тәпке менән.
“Ҡатындар” трилогияһында лексик диалектизмдар йәғни башҡорт әҙәби теленең һүҙҙәре менән сағыштырғанда, бөтөнләй башҡа сығанаҡлы һүҙҙәр ҙә бик күп һәм урынлы ҡулланыла. Трилогиялағы миҫалдарҙа ҡарап үтәйек:
Бәләһен һалырға яратыусы кешене еҙем һөйләшсәһендә бәләсник тип атайҙар: - Бәләсник. Шул кәүҙәң менән.
Мәш килеү – донъяңды онотоп нимәлер эшләү, шуның менән генә булышыу: Мәш килеп донъя көтөп, ашлыҡ һуғып йөрөүҙәре. Беҙ ҙә Зөлхизә янында мәш киләбеҙ.
ла мөстән – урам буйында бушты-бушҡа ауҙарып йөрөүсе кешенең ҡушаматы булараҡ ҡулланыла: - Һынды бит ҡалтағайым, аҙна элек кенә, яңыһын эшләтергә өлгөрмәнем. Ҡайтып етә инем, бынау мөстән юлымды бүлде. “Чырагым, ғай, син кайда?” – тип йыш ҡына әрәмәлектә эҙләп йөрөй шул кәзәһен, мөстән әллә уныһы?
Кәбәркә – еҙем һөйләшсәһенән башҡа һөйләштәрҙә бөтөнләй телмәрҙә ҡулланылмаған тиерлек һүҙ йәғни әҙәби телдә келәт һүҙен алмаштырып килә: Мейес башын, карауат аҫтарын, соланды-кәбәркәне тотош ҡарап сыҡтылар. (“Ағиҙел” 2010, №10, 22-се бит). Әсмә ошо арауыҡта кәбәркәлә һутлыраҡ булып ҡыҙарып бешеп ятһын өсөн турпыша менән ҡаплап баҫырылған баланды баулай, оло мейестә муйыл киптерә, бәшмәк тоҙлай, сәтләүек таҙарта – урмандағы кейектәр шикелле, ҡышҡыллыҡҡа сырса әҙерләй.
Еҙем һөйләшендә башҡа һөйләштәрҙә, һөйләшсәләрҙә бөтөнләй тиерлек ҡулланылмаған ивит/иветә һүҙе бар. Ж.Ғ.Кейекбаев “Туғандар һәм таныштар” романында уны ибит тип ҡулланған ине, ә Г.Якупова трилогияһында иветә тип ҡуллана: - Һин – Зирәк Райхана, иветә? – ти һалам, үҙем бесәй һымаҡ ҡартәсәйемә һырпаланып алам. Ҡалышмаҫһың, үҙҙырып ебәрерһең әле унан, иветә? – Иветә! – Шулай тинем дә, ҡартәсәйем биргән ике төргәкте, аҡ һәм ҡара сатинды, ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырып, Татар әбекәйгә йүгерҙем
Трилогияла семантик диалектизмдарға ла урын бирелгән, яҙыусы әҙәби телдә бер мәғәнәлә, һөйләштәрҙә икенсе мәғәнәлә ҡулланған һүҙҙәрҙе миҫалдарҙа ҡарайыҡ:
Абый, апа һүҙҙәр - тигән уҡытыусы ағайға һәм апайға өндәшеү бар (исеменә ҡушып, атаһының исемен әйтмәй генә): Ә уҡырға мине Мәүлиҙәнең атаһы Әмин абый (беҙҙә уҡытыусыларҙы “абый”, “апа” тип йөрөтәләр), өйҙәгеләрҙән дә һорап тормай, етәкләп алды ла китте. Уңарсы абый класс таҡтаһын ҡап уртаға бүлеп, вариантлап мәсьәләләр яҙырға тотондо
Шәп һүҙе лә елле һүҙе менән алмаштырыла, мәҫәлән: Елле йүгерә, иветә? (шәп йүгерә, иветә?). Трилогияла ла бар ундай алмаштырыуҙар: Минең башҡа яңыраҡ елле генә бер шиғыр килгәйне, әй, онотмаҫмын әле, тип яҙып ҡуйманым – аҙаҡ иҫләп ҡараным да, ҡайҙа, ти, ул – осҡан.
Шулай уҡ йәме урынына ярай менән, тая һалдым – ҡаса һалдым урынына алмашынып киләләр: Өләсәй, шул орденыңды алырға Мәскәүгә барыуыңды һөйләрһең әле берәй ваҡыт, йәме. – Кәнсәләрҙән ҡайтышлай инеп алырым, йәме! – Йәме, йәме. Ҡыҙый, һин ҡалмайһың инде, килерһең, йәме. – Йәме. Бик күрәһем килә ул яҡтарҙы. – Абыйҙың һынап ҡарап тороуын һиҙеп, шып туҡтаным да тая һалдым янынан. Тайҙым тиҙерәк, ныҡ һуҡмаһа ла, эләктереүе бар – бүтән төкөрмәҫтәй булырһың.
 
== Һылтанмалар ==
* ''Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия.'' «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. — Өфө, 2007.
* [http://www.bashkortostan.ru/state/municipality/detail.php?ID=2720 Башҡортостан Республикаһы сайтында]
 
{{Башҡортостан райондары}}
{{Ғафури районы ауылдары}}
Миржанова С. Ф.  Южный диалект башкирского языка М.: Наука, 1979. 106-106106—106-сы биттәр.
 
[[Категория:Башҡортостан райондары]]
[[Категория:Ғафури районы]]
[[Категория:Мәжит Ғафуриҙа арнап аталған объекттар]]