Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
28 юл:
|в отставке =
}}
'''Йәүҙәт Оморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин'''<ref>Исеменең башҡа варианттары  — ''Жәүҙәт''; атаһының исеменең башҡа варианттары  — ''Ғүмерҙаҡ улы''.</ref> ([[12 июнь]] [[1924]]  — [[29 сентябрь]] [[2007]]) — [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы, [[Советтар Союзы Геройы]] (1944).
 
== Тормош юлы ==
39 юл:
Воронеж фронтына ҡараған 52-се армияның 254-се уҡсылар дивизияһы составындағы 933-сө уҡсылар полкының штаб начальнигы элемтәсеһе булған рядовой Йәүҙәт Оморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин 1943 йылдың 2 октябрендә Украина ССР‑ы Черкассы өлкәһенең Крещатик ауылы янында Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була<ref>{{warheroes|id=1748}}</ref>.
1946 йылда демобилизациялана. 1946—1949 йылдарҙа [[К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]нда белем ала. Учалы районы эске эштәр бүлегендә паспортист булып эшләй. «Милиция майоры» джәрәжәһендә хаҡлы ялға китә. Учалы урта мәктәбендә уҡыта һәм директор булып эшләй.<ref name="Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь в двух томах" />.
 
Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы 2007 йылдың 29 сентябрендә [[Өфө]]лә вафат була, [[Учалы]] ҡалаһында ерләнә<ref name="БЭ2013" />.
 
== Батырлығы ==
«1943 йылдың 13 ноябрендә иптәш Сөнәғәтуллин тәүгеләрҙән булып Днепрҙың көнбайыш ярына һыу аша сыға һәм батальон командиры фарманына ярашлы, ҡараңғылыҡтан файҙаланып, бер үҙе дошман ҡурғауылының алғы сигенә бара һәм постарҙың ҡайҙа ҡуйылғанын асыҡлай. Был мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу һөҙөмтәһендә дошман ҡурғаулығы көтөлмәгән һөжүм менән алына. Свидовки ауылы өсөн алыштарҙа Сөнәғәтуллин, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп, граната менән танкты һәм йөк тейәлгән автомашинаны шарлата. Быға өҫтәп пулемётты һәм уны хеҙмәтләндереүселәрҙе юҡ итә. Автомат уты менән 14 фашисты дөмөктөрә»<ref name="нлГСС">{{Подвиг Народа|46327714|архив=ЦАМО|фонд=33|опись=686043|дело=22|лист=15, 16}}</ref>.
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 февралендәге Указына ярашлы, командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне, күрһәткән ҡаһарманлығы һәм ҡыйыулығы өсөн рядовой Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улына [[Ленин ордены]] һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 5134) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә<ref name="ГСС">{{Подвиг Народа|46245601|title=Указ|архив=ЦАМО|фонд=33|опись=686043|дело=22|лист=36}}</ref>.