Ибн Рөшд: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ҡалып
1 юл:
{{rq|wikify}}
 
'''Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы''', шулай уҡ ''Ибн Рушд'', ''Аверро́эс'' — данлыҡлы ғәрәп фәлсәфәсеһе. Уның атаһы баш хөкөмдар һәм мөфтөй вазифаһын биләй. Ул үҙ быуатының данлыҡлы ғалимдарынан белем ала, теософтар һәм ғалимдар менән дуҫ була. Белеме һәм таланттары арҡаһында, Йософ солтан (1163—1184) заманында юғары вазифалар биләй. Йософ солтан вариҫы әл-Мансур тәүҙә Әбүл Вәлид Мөхәммәт улына ҙур мәрхәмәт күрһәтә, әммә аҙаҡ дошмандары уны Ҡөрьән тәғлимәтен үтәмәүҙә ғәйепләй. Әл-Мансурҙың мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалғас, ул бөтә вазифаларын юғалта һәм Кордова янындағы Елизенда, Люценала һөргөндә йәшәй. Бер нисә йылдан, солтан философия менән шөғөлләнә башлағас, Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улын яңынан Мароккоға саҡыра һәм яҡын күрә башлай, тик философ оҙаҡламай (1198 йыл, 12 декабрь)вафат була.
 
Юл 11 ⟶ 9:
Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улының фәлсәфәүи әҫәрҙәре менән таныштырыу эшендә М. Мюллер ҙур хеҙмәт күрһәтә — «Аверроэстың философияһы һәм теологияһы» тигән ғәрәп текстарын нәшер итә(Мюнхен, 1859). Уларҙың тәржемәһе Мюллер вафат булғандан һуң, Бавария академияһы тарафынан баҫтырылып сығарыла (Мюнхен, 1875).
 
{{rq|wikify|cat|sources|check}}
{{карточка юҡ|Философ}}
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Алфавит буйынса философтар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ибн_Рөшд» битенән алынған