Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
| башлыҡ = Театр
| рәсем исеме = 800px-Башкирский государственный театр оперы и балета.JPG
| рәсем тексы = Башҡорт дәүәтдәүләт опера һәм балет театры
 
| тасуирлама1 = Урынлашҡан урыны | мәғлүмәт1 = [[Өфө]] ҡалаһы
| тасуирлама2 = Нигеҙләнгән ваҡыты | мәғлүмәт2 = [[1938]] йыл
| тасуирлама3 = Рәсми сайты | мәғлүмәт3 = [http://www.bashopera.ru www.bashopera.ru]
 
| тасуирлама4 = | мәғлүмәт4 =
16 юл:
}}
 
'''Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры''' — [[Башҡортостан]]дың баш ҡалаһы [[Өфө (ҡала|)|Өфө]] ҡалаһындағыләге [[театр]], архитектура ҡомартҡыһы, мәҙәниәт хазинаһы.
==Тарихы==
[[1909]] йылда, Өфө губернаһында тыуып үҫкән бөйөк рус яҙыусыһы [[Аксаков, Сергей Тимофеевич|С.Т. Аксаковтың]] вафат булыуына 50 йыл тулыуға, губернаторҙың тәҡдиме буйынса Өфөлә халыҡҡа сәнғәт, мәҙәниәт, аң-белем килтерерлек Аксаков халыҡ йорто төҙөргә ҡарар ителә. Бөтә Өфө губернаһынан, хатта күршеләрҙән дә аҡса йыйыла. Ленин (Үҙәк) һәм Пушкин урамдары мөйөшөндә ҡыҙыл кирбестән бина ҡалҡып сығыуға [[Беренсе бөтә донъя һуғышы|һуғыш]] та, [[Октябрь революцияһы|революциялар]] ҙа ҡамасаулай алмай. Бында [[Башҡорт дәүләт академия драма театры|башҡорт драма]], [[Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры|рус]], [[М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры|йәш тамашасы]], [[Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры|ҡурсаҡ театрҙары]] эшләй башлай, хатта данлыҡлы ғәскәровсылар халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә тәүге аҙымдарын ошо сәхнәлә яһай.
 
Театр [[ 1938]] йылдың [[14 декабрь|14 декабрендә]] тамашасы алдында тәүге тапҡыр үҙ шаршауын аса. Опера театрының тәүге йондоҙҙары, Мәскәү консерваторияһын тамамлаусы Б.Вәлиева, Ш.Вәлиәхмәтова, Х. Ғәлимов, В. Галкин һәм башҡалар беренсе спектакль – Д.Паизиеллоның «Прекрасная мельничиха» операһы ҡуйыла.
 
М. Сәлиғәскәрова, М. Хисмәтуллин һәм башҡа талантлы артистәрартистар труппаны тулыландыра. [[1941]] йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлап, З.Насретдинова, Х.Сафиуллин, Ф.Саттаров килә. Театр эргәһендәге балет студияһында [[Рудольф Нуриев]] шөғөлләнә, ул Өфө опера һәм балет театрын бөтә донъяға таныта. РудольРудольф Нуриев [[1953]] йылда балет труппаһына ҡабул ителә, уның ижади карьераһы ошонда башлана.
 
[[1993]] йылдың мартынан күренекле хореограф Юрий Григоровичтың инициативаһы менән театр сәхнәһендә Р.Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестивале үткәрелә.
 
Опера һәм балет театры сәхнәһендә тәүге милли балет тыуа, беренсе башҡорт операһы ҡуйыла, милли композиторҙар мәктәбе барлыҡҡа килә һәм нығына. Балет артистары – халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, дипломанттары һәм призерҙары. Башҡортостан балетының донъя баҫҡыстарына сығыуы хәҙерге замандың бөйөк хореографы Юрий Григоровичтың исеме менән бәйләнгән.
Бөйөк рус йырсыһы [[Шаляпин, Федор Иваниович|Ф.Шаляпиндың]] дебюты Өфөлә үтә, шул айҡанлы [[1991]] йылдан алып йыл һайын театр сәхнәһендә Рәсәй һәм сит йондоҙҙары ҡатнашлығында сағыу музыкаль ваҡиға – “Шаляпин кисәләре – Өфөлә” Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале үткәрелә.
==Театр репертуары==
Коллектив сит ил һәм [[Рәсәй|ватан]] классикаһының иң яҡшы өлгөләрен сәхнәләштереүгә йүнәлеш тота. Репертуар нигеҙен Чайковский, Бородин, Римский-Корсаков, Верди, Бизе, Пуччини, Моцарт, Россини, Минкус, Адан әҫәрҙәре тәшкил итә. [[Исмәғилев, Заһир Ғарип улы|З. Исмәғилевтың]] “Ҡаһым түрә” халыҡ-музыкаль драмаһы “Дирижерҙың иң яҡшы эше” (дирижеры – А.Людмилин) номинацияһында “Алтын битлек” Милли театр премияһына лайыҡ булды. [[Исмәғилев, Заһир Ғарип улы|З.Исмәғилевтың]] “Салауат Юлаев”, “Аҡмулла”, С.Низаметдиновтың “Ай тотолған төндә” һәм «Memento» милли опералары репертуар биҙәге булып тора. Беҙҙең опера йондоҙҙары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Йәмил Әбделмәнов, Раил Кучуков, Светлана Арғынбаева, Геннадий Родионов һәм башҡаларҙың исемдәре киң билдәле.
34 юл:
Директоры БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре В.Г. Рихтер етәкселегендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы мауығып яңы спектаклдәр өҫтөндә эшләй, ижади пландар менән янып йәшәй. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына ҡарата Мәскәүҙә, Башҡортостандың Мәҙәниәт көндәре сиктәрендә, З. Исмәғилевтың “Урал илселәре” операһы һәм Л.Исмәғилеваның “Арҡайым” балеты ҡуйылды.
==Һылтанмалар==
*[http://www.bashopera.ru/ Театрҙың рәсми сайты]
*[http://www.rosteatr.ru/search.asp?org=285 «Театральная Россия» сайты]
*[http://www.mknprb.ru/bash/?part_id=203,313 Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы сайты]