Ибраһим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
34 юл:
 
=== Тәүратта (Иҫке Ғәһедтә) ===
[[Файл:Molnár Ábrahám kiköltözése 1850.jpg|230px|thumb|Ибраһимдың күсенеүе. [[Венгрия|венгр]] рәссамы [[Молнар, Йожеф|Йожеф МолнарМолнаркартина]]картинаһыһы , [[1850]].]]
Ибраһимдың (Авраам) тормош юлы [[Йәшәйеш китабында]] (Книга бытия) һүрәтләнгән ({{Тәүрат2|Йәш|11:26}}-{{Тәүрат2|Йәш|25:10}}).
 
Авраам (אַבְרָם) [[Шумер]]ҙағы [[Ур]] ҡалаһында б.э.т XXI—XX быуатта донъяға килгән (Тәүратта (Библияла) «Ур Касдим» — « халдей Уры»), көньяҡ [[Месопотамия|Месопотамиялағы]] иң боронғо һәм мөһим ҡалаларҙың береһе. Шунда ул ғаиләгә аҫрауға алынған ҡыҙға —[[Сарра|Сараға]] өйләнә ({{Тәүрат|Йәш|20:12}}. Аврам атаһы [[Фарра]] (Терах) Алланың ҡушыуы буйынса Ур ҡалаһынан балаларын алып [[Ханаан]]ға күсенә({{Тәүрат|Йәш|12:4}}). Юлда, [[Харран]] ҡалаһы янында, (Төнъяҡ Месопотамия) Фарра вафат була. Бынан һуң Аллаһ Аврамға Үҙе күрһәткән тарафҡа юл тоторға ҡуша. Аллаһ унан бөйөк халыҡ китәсәген хәбәр итә, Ибраһимды юғары күтәрәсәген, уның аша Ерҙәге һәммә кешелеккә рәхмәтен бирәсәген әйтә. Аврамға был ваҡытҡа 75 йәш тулған була, ҡатыны Сара, туғаны Лутты , ҡул аҫтында булған кешеләрен һәм милкен алып Харрандан сыға ла хананиҙар еренә күсенә. Аллаһ был ерҙәрҙе Аврамдың тоҡомдарына ҡалдырасағын вәғәҙә итә.Аллаһыға ҡорбан килтерер урындар ҡороп ҡалдырып, Аврам көньяҡҡа юл тота, әммә унда аслыҡ була, шуға күрә Мысырға барырға ҡарар итә. Сараның матурлығын күреп , уны алыр өсөн үлтереүҙәренән ҡурҡып, Аврам Мысырҙа Сараға һеңлеһе тип әйтергә ҡуша. Мысыр вельможалары ысынлап та Сараның сибәрлеген фирғәүенгә еткерәләр. Фирғәүен Сараны үҙенә ала, Аврам да шул арҡала мал, ҡолдар тотоп, етеш йәшәй. Әммә Аллаһ Сара өсөн фирғәүенгә һәм йортона ҡаза бирә. Фирғәүен Аврамды саҡырып ала ла, ниңә Сара -ҡатының икәнен әйтмәнең, тип һорай. Фирғәүен шунан һуң Аврамға туғандары, бар малы, мөлкәте менән китергә рөхсәт итә, уның кешеләре юлға оҙатып ҡуя ({{Тәүрат|Йәш|11}}-{{Тәүрат2|Йәш|12}}).
 
[[Файл:LotAndAberham.jpg|thumb|||230px|Лутты айырым сығарыу]]
43 юл:
 
[[Файл:Gheorghe Tattarescu - Agar în deşert (1870).jpg|thumb|230px|left|Һәжәр сүллектә ([[Таттареску, Георге|Георге Таттареску]], 1870)]]
Аллаһ был хәлдәрҙән һуң йәнә Мысыр йылғаһынан Евфратҡа тиклем ерҙәр уның тоҡомдарына ҡаласағын, башта улар ҡоллоҡҡа эләгәсәген, әммә һуңынан ҡотоласағын һәм байыясағын белдерә. Аврам Алланың талабы буйынса өс йәшлек тыуса, өс йәшлек кәзә, өс йәшлек тәкә, һәм пар күгрәсенде ҡорбанға килтерә. ({{Тәүрат|Йәш|15}}). Мәгәр Сара түлһеҙ була  , үҙенең ҡол хеҙмәтсеһе [[Һәжәрҙе (Агарь)]] иренә тәҡдим итә. Ауырға ҡалғас,[[Һәжәр]] Сараға өҫтән ҡарай башлай, Сара иһә Аврамға дәғүә белдерә. Аврам Сараға хеҙмәтсе менән ни эшләһә лә рөхсәт икәнен әйтә.[[Һәжәр]] хужабикәһенең йәберләүҙәренә түҙмәй, сүлгә ҡаса. Һыу сығанағы янында уға фәрештә тап була һәм кире ҡайтырға бойора. Аллаһ уның ялбарыуҙарын ишеткәнен, Исмәғил (Тәүратта - — Измаил)исемле улы буласағын хәбәр итә. Улы тыуғанда Авраға 86 йәш була ({{Тәүрат|Йәш|16}}).
 
13 йылдан Аллаһ Аврамға ишле тоҡом һәм унан күп халыҡтар китәсәген яңынан иңдерә. Тәүратта әйтелгәнсә, тыуғанда уның исеме Аврам булһа, хәҙер Аллаһ тарафынан Авраам тип үҙгәртелә. Ханаан мәңгелеккә уның тоҡомдарына ҡаласағы белдерелә. Аллаһ һәр сабыйҙы (көмөш биреп һатып алынғандарын да) тыуғандың һигеҙенсе көнөнә сөннәткә ултыртырға бойора. Сараның исеме Сарра тип үҙгәртелә. Сарра [[Исаак]] тигән малай табасағы тураһында иҫкәртелә. Авраам үҙе 99 йәшендә сөннәтләнә ({{Тәүрат|Йәш|17}}).
50 юл:
Сөннәтләнгәндән һуң Авраам янына Аллаһ өс юлсы ҡиәфәтендә килә. Авраамға улы тыуасағы хәбәр ителә. Аллаһ Содомда аҙғынлыҡ артҡанын белешергә ҡуша. Ебәрелгән ике кеше, ҡайтып, халыҡтың аҙғанлығын дөрөҫләй. Авраам гонаһлылар менән бергә бергә һәләк булырға тейешле иманлыларҙы тере ҡалдырыуҙы һорай. Аллаһ һәләк булырға тейешле иманлыларҙы илленән унға кәметеп, уның янынан китә ({{Тәүрат|Йәш|18}}).
 
Сарра ул таба. Йөҙ йәшлек Авраам уға [[Исаак]] тип исем ҡуша һәм һигеҙенсе көнгә сөннәтләндерә. Һәжәрҙең (Агарь) улы Измаил Исаактан көлә. Сара асыуланып, быны иренә әйтә. Авраам икмәк менән һыу биреп Һәжәрҙе улы менән сығарып ебәрә. ({{Тәүрат|Йәш|21}}).
 
Аллаһ Авраамдың иманы төҙөклөгөн тикшерергә була һәм Исаакты ҡорбанға килтерергә ҡуша. Мориа тауы башына менеп, Авраам ҡорбан өсөн ут яға, улын салырға тип киҙәнгәс, фәрештә килеп, Аллаһ уны һынарға ғына теләгәнен әйтә. Аллаһ уның шундай тәҡүәлеге өсөн ҙур рәхмәттәр менән ҙурлаясағын белдерә, еңеүҙәр вәғәҙә итә. Авраам бынан һуң [[Беер-Шева|Вирсавияға]] (Беер-Шева) ҡайта ({{Тәүрат|Йәш|22}}).
58 юл:
Ҡартайған Авраам Исаакты өйләндерергә теләп Төньяҡ Месопотамияға ҡолон ҡыҙ күҙләргә ебәрә. Нахор ҡалаһы яянында бер ҡыҙ юлсыларға ла, дөйәләренә лә һыу эсерә. Ҡыҙ Авраамдың туғаны [[Вафуил]]дың (Бетуэль) ҡыҙы [[Ревекка|Ребекка]] (Ривка) булып сыға. Ата-әсәһе рөхсәте менән ҡыҙҙы алып ҡайталар һәм Исаак уға өйләнә ({{Тәүрат|Йәш|24}}).
 
Ныҡ ҡартайғас әле Авраам [[Хеттура|Хеттураға]] (Ктура) өйләнә, ул Зимран, Иокшан, Медан, Мадиан, Ишбак һәм Шуах тигән балалар таба. Авраамдың тәүге улы — [[Измаил (в Библии)|Измаил]] — кеүек үк, уларҙан төрлө ғәрәп ҡәбиләләре тарала. <ref name="ПЭ"/>,Авраам- күп ҡәбиләләр атаһы тигәнде аңлата. Шул рәүешле уның исеме аҡлана. ({{Тәүрат|Йәш|17:5}}). Авраам бар байлығын улы Исаакҡа ҡалдыра, ә кәнизәктәрҙән тыуған улдарына бүләктәр биреп, шәреҡкә оҙата. Авраам 175 йәшендә вафат була, [[Хеврон]]да ҡатыны Сарра янында [[Пещера Махпела|Махпела мәмерйәһендә]] ерләнә ({{Тәүрат|Йәш|25}}).
 
=== Инжилдә ===
68 юл:
=== Ҡөрьәндә ===
{{main|Ибраһим_пәйғәмбәр}}
[[Файл:Fresco Binding of Isaac (Persian).jpg|thumb|right|Фрескала - — фәрештә [[Ибраһим]]ды улын ҡорбанға килтереүҙән туҡтата (Шираздағы Хафт Танан музейы)]]
[[Ҡөрьәндә]] Авраам Ибраһим исеме менән телгә алына, уның хөрмәтенә Ҡөрьәндә "«Ибраһим"» сүрәһе индерелгән (14-се сүрә). Сүрә Мәккәлә иңгән һәм 52 аяттан тора.
 
'''Ибраһи́м''' ({{lang-ar|ابراهيم}})  [[Ислам]]да - — пәйғәмбәр, ул Тәураттағы [[Авраам]] шәхесенә тура килә. [[Ҡөрьән]] буйынса Ибраһим пәйғәмбәр - — [[хәниф]], йәғни бер Аллаһыға табынған.
 
{{начало цитаты}}
Ибраһим пәйғәмбәр үҙен йәһүд йә нәсара тип атамаған, бәлки хәниф һәм мосолман тип атаған.
{{конец цитаты|источник=Ҡөрьән, 3 сүрә, 60(67). }}
 
145 юл:
* Глава [http://tarasskeptic.blogspot.com/2011/09/1.html «В поисках патриархов»] из книги И.Финкельштейна и Н. А. Зильбермана «Раскопанная Библия. Новая точка зрения археологии на древний Израиль и происхождение его священных текстов»
 
{{Авраам}}
 
{{Род от Адама}}
 
{{Библейские пророки|Пятикнижие}}
[[Категория:Тәү аталар]]
[[Категория:Авраам]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ибраһим» битенән алынған