Ағиҙел (йылға): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Аудио һылтанма
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
33 юл:
}}
 
'''Ағиҙел''' {{Audio|ba-Ағиҙел.ogg|''(тыңлау)''}}  — [[Башҡортостан|Башҡортостандағы]] иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы. [[Кама (йылға)|Кама]] йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. [[Уралтау]] итәгенән башлана. Оҙонлоғо  — 1430  км, бассейнының майҙаны  — 141900 км<sup>2</sup>. Көмөштәй аҡ был йылға [[Ирәмәл (тау)|Ирәмәлтау]] тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, [[Тирлән]] ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. [[Белорет]], [[Бөрйән]] ерҙәренән [[Урал (тау)|Урал]] тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы [[Нөгөш (йылға)|Нөгөштө]] юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. [[Ҡариҙел (йылға)|Ҡариҙел]] ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.
 
Иң ҙур ҡушылдыҡтары:
* уң яҡтан: [[Нөгөш (йылға)|Нөгөш]], [[Эҫем (йылға)|Эҫем]], [[Ҡариҙел (йылға)|Ҡариҙел]], [[Бөрө]], [[Тере Танып]];
* һул яҡтан: [[Ашҡаҙар (йылға)|Ашҡаҙар]], [[Өршәк (йылға)|Өршәк]], [[Дим (йылға)|Дим]], [[Ҡармасан (Ағиҙел ҡушылдығы)|Ҡармасан]], [[Сәрмәсән (Ағиҙел ҡушылдығы)|Сәрмәсән]], [[Баҙы (йылға)|Баҙы]], [[Сөн (йылға)|Сөн]].
43 юл:
Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлатып торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, [[Белорет (ҡала)|Белорет]], [[Мәләүез (ҡала)|Мәләүез]], [[Салауат (ҡала)|Салауат]], [[Ишембай (ҡала)|Ишембай]], [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡ]], [[Өфө]], [[Благовещен (ҡала)|Благовещен]], [[Бөрө (ҡала)|Бөрө]], [[Дүртөйлө (ҡала)|Дүртөйлө]], [[Ағиҙел (ҡала)|Ағиҙел]] ҡалалары урынлашҡан.
 
Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә Ағиҙел Иҙел тип тә йөрөтөлә. «[[Урал батыр, ҡобайыр|Урал батыр]]» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар.
 
Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: [[1627]] йылда сыҡҡан «Ҙур һыҙма китабы»нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел "«Белая Воложка"» тип атала<ref>Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С. 23.</ref>.
 
== Әҙәбиәт ==
 
* [[Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия]]. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир [[Рәшит Шәкүр|Р. З.Шәкүров]]. Өфө: [[Башҡорт энциклопедияһы]] дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
* Сәлимйән Бәҙретдинов. [[Башҡортостан]] календары 2008 йылға.
 
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013|index.php/read/8-statya/403-a-i-el-jyl-a|автор=Балков В. А.}}
 
[[Категория:Башҡортостан йылғалары]]