Морозкин Николай Данилович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
}}
 
'''Моро́зкин Никола́й Дани́лович''' (27.11.1953)  — [[Башҡортостан]]дың билдәле ғалимы, физика-математика фәндәре докторы, профессор, 2013 йылдан [[Башҡорт дәүләт университеты]] ректоры, [[Рәсәй Федерацияһы]]ның почётлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре һәм [[Рәсәй Федерацияһы]] юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
 
== Тормош һәм хеҙмәт юлы ==
Николай Данилович Морозкин 1953 йылдың 27 ноябрендә Мордва АССР-ы (хәҙер [[Мордва Республикаһы]]) Ельников районының Кержиманы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1975 йылда ''Мордва дәүләт университетын'' тамамлағандан һуң [[Ленинград]] дәүләт университетында стажер—тикшереүсе була. Артабан ғәмәли [[математика]] факультетында аспиратурала уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
 
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда Мордва дәүләт университетында башлай: ассистент, шунан өлкән уҡытыусы булып эшләй.
 
1983 йылдан Николай Морозкин  — Башҡортостанда. Үҙенең фәнни эҙләнеүҙәрен һәм уҡытыусылыҡ хеҙмәтен [[Башҡорт дәүләт университеты]]нда дауам итә: иҫәпләү математикаһы кафедраһында өлкән уҡытыусы һәм доцент, 1993 йылдан — ошо кафедра мөдире. 1996 йылда «физика—математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1997 йылдан — профессор.
Шул уҡ йылда университеттың уҡыу эштәре буйынса проректоры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала тиҫтә ярым йылдан артыҡ эшләй.
2013 йылдың 16 майында Николай Данилович Морозкин [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның ректоры итеп һайлана.
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
Профессор Николай Морозкиндың ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә математик моделләү һәм информатика нигеҙендә ҡулайлы идара итеү һәм уны камилләштереү мәсьәләре инә. Был йүнәлештә уның 100-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәте, ике уйлап сығарыуға рәсми патенты бар. Шулай уҡ ул тиҫтәләгән уҡыу-методик ҡулланмаһы һәм уҡыу әсбаптары авторы. Ғалим йәш быуын ғилми хеҙмәткәрҙәр әҙерләүгә лә даими иғтибар бирә. Уның фәнни етәкселегендә һигеҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.
 
Н. Д.  Морозкин «йылылыҡ физикаһы һәм теоретик йылылыҡ техникаһы», «шыйыҡса, газ һәм плазма механикаһы» ғилми һөнәрҙәре буйынса докторлыҡ диссертациялар яҡлау советтары ағзаһы.
 
== Ғалимдың төп хеҙмәттәре ==
'''Урыҫ телендә''':
* Об одном итерационном методе решения задачи оптимального нелинейного нагрева с фазовыми ограничениями // Журнал вычислительной математики и математической физики. М.: Издательство РАН, т.40, N 11, 2000 г., с. 1615 — 16321615—1632 (соавторы Голичев И. И., Дульцев А. В.).
* Применение метода конечных элементов для расчета пластового давления в нефтяном месторождении // Нефтяное хозяйство, М., N 11, 1998 г., с. 28—30 (соавтор Бикбулатова Г. С.).
* Оптимальное управление процессами нагрева с учетом фазовых ограничений. Учебное пособие, Уфа: Издательство БашГУ, 1997 г., 114 с.
* The Convergence of Finite — Dimensional Approximations in the Problem of the Optimal One — Dimensional Heating Taking Phase Constraints into Account // Comp. Math. Phys., vol. 36, N 10, 1996 г. pp. 1331–1339 1331—1339 (Printed in Great Britain).
* Оптимальное управление одномерным нагревом с учетом фазовых ограничений // Математическое моделирование. М.: Издательство РАН, N 3, т.8, 1996 г., с. 91—110.
* Оптимизация высокотемпературного индукционного нагрева сплошного цилиндра с учетом ограничений на термонапряжения // Электричество, М.: Издательство РАН, N 5, 1995 г., с. 56—60.
* О сходимости конечномерных приближений в задаче оптимального одномерного нагрева с учетом фазовых ограничений // Журнал вычислительной математики и математической физики.  — Издательство РАН.  — 1996. № 10.  — С. 12—22.
 
== Ғалим тураһында материалдар, уның менән әңғәмәләр ==
* Николай Морозкин: «У Башкирского государственного университета отличные перспективы для развития» // Эксперт Урал,  9 (635). 2015, февраль. {{ref-ru}}
 
== Маҡтаулы исемдәре ==
67 юл:
* [http://www.bashedu.ru/ba/etakselek Башҡорт дәүләт университеты сайты. Етәкселек]
* [http://posredi.ru/Doc/BashGU/m/morozkinnd.htm МОРОЗКИН НИКОЛАЙ ДАНИЛОВИЧ]
* [http://www.expert-ural.com/archive/nomer-9-635/nikolay-morozkin-u-bashkirskogo-gosudarstvennogo-u.html Архив журнала Эксперт Урал №  9 (635). 2015, февраль]
 
[[Категория:Башҡортостан ғалимдары]]