Ҡараһаҡал: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
}}
 
'''Ҡараһаҡал'''  — (ысын исеме Миндеғол Юлаев , ?-[[1741]], башҡа сығанаҡтар буйынса ?- [[1749.]]). ({{lang-ba|Ҡараһаҡал}}, {{lang-tt|Qarasaqal, Карасакал}}, {{lang-kk|Қарасақал}}). Ағаһының йәшерен мәкерлеге арҡаһында тәхеттән мәхрүм булған жунғар хана тип, ялған исем менән йөрөүсе. Хәбәрһеҙ юғала.
 
Башҡорт фольклорында (йырҙарҙа, риүәйәттәрҙә) [[Салауат Юлаев]] кеүек киң билдәле.
 
[[1552]] йылда [[Иван IV]] [[Ҡазан ханлағы|Ҡазанды]] алып, уның ханлығын еңгәндән һуң, Иван батша башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын, динен, йолаларын һаҡларға вәғәҙә бирә. Әммә уның заты, [[Рюриковичтар династияһы]] власть башынан китеүе була  — [[Романовтар династияһы]] тәхеткә килә ([[1613]] йыл). Шунан башлап башҡорттарҙың [[Иван IV|Аҡ бей батша]] таныған хоҡуҡтары сикләнә бара, ер тәләфләнә, властар баш-баштаҡлыҡ итә, Башҡортостанға башҡа халыҡтар күсереп ултыртыла. Унда заводтар, ҡәлғәләр төҙөй башлайҙар. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡы [[Башҡорт ихтилалдары|ихтилалдарға]] күтәрелә: XVII-XVIIIXVII—XVIII быуаттар буйы Башҡортостанда тынғылыҡ бөтә.
 
Академик [[:ru:Любавский, Матвей Кузьмич|М. К.  Любавский]] яҙыуынса,
{{Цитата|шул дәүер эсендә, үҙҙәренең хоҡуҡтарын даулап, башҡорттар һымаҡ ихтилалға күп күтәрелгән халыҡ Рәсәйҙә бер ҡайҙа ла бер ҡасан да булмаған.}}
{{Listen
29 юл:
[[Медиа: karahakal.ogg]]
 
Ҡараһаҡал тураһында танылған урыҫ ғалимы [[:ru:Рычков, Пётр Иванович|П. И.  Рычков]]
{{Цитата|«аҡыллы, мауыҡтырғыс һәм дәлилле итеп һөйләүсе, дөрөҫ йәшәүсе, динле»,}}тип яҙа,ә XIX быуатта йәшәгән [[:ru:Игнатьев, Руф Гаврилович|Р.  Г.  Игнатьев]]{{Цитата| «яҡшы фекерләүсе, ҡыйыу, динле, [[Ҡөрьән]]де һәм ғәрәп телен яҡшы белгән башҡорт»}} тип яҙып ҡалдырған. Ҡараһаҡал — 30-сы йылдарҙа Мәккә менән Мәҙинәгә [[хаж]] ҡылған мосолман.
 
== Ихтилалға күтәрелеү сәбәптәре ==
1739 йылда халыҡ иҫәбен алыу башлана. Ә башҡорттарҙың иҫәбен белһәләр, шунса һалым талап итәсәктәр. Шуға иҫәп алыусыларҙы ҡыуып ебәргәндәр. Икенсенән, быға тиклем булған ихтилалда ҡатнашҡан кешеләрҙең аттарын тартып ала башлағандар. Штраф аттарын йыйыу тип аталған ул. Ә был йорт хайуаны башҡорттоң көндәлек тормошонда — иң кәрәклеһе. Был да килешмәүсәнлек тыуҙырған. Урыҫтар башҡорттоң ерен талап алған, һалымды арттырған. Шулай итеп, [[башҡорттар|халҡыҡ]] ере, теле, дине өсөн көрәшкән.
 
Ҡараһаҡал был күтәрелеште үҙ ҡулына алды. Башҡорттарға Жунғария һәм ҡаҙаҡтарҙан үҙе яҡлы кешеләрҙе ярҙамға саҡырып килтереүҙе, өҫтәүенә Төрөк солтанынан да ҙур ярҙам киләсәге тураһында вәғәҙә алды. Башҡорттар быға ышандылар һәм 1740 йылда яңынан ҙур башҡорт [[Башҡорт ихтилалдары|ихтилалы]] башланды. Ҡараһаҡалдың был болаһы еңеүгә ирешһә, [[Әстрхан ханлығы|Әстрхан]] һәм [[Ҡазан ханлығы]] кире аяҡҡа баҫыуҙы өмөт ителде.
 
Ҡараһаҡал был күтәрелеште үҙ ҡулына алды. Башҡорттарға Жунғария һәм ҡаҙаҡтарҙан үҙе яҡлы кешеләрҙе ярҙамға саҡырып килтереүҙе, өҫтәүенә Төрөк солтанынан да ҙур ярҙам киләсәге тураһында вәғәҙә алды. Башҡорттар быға ышандылар һәм 1740 йылда яңынан ҙур башҡорт [[Башҡорт ихтилалдары|ихтилалы]] башланды. Ҡараһаҡалдың был болаһы еңеүгә ирешһә, [[Әстрхан ханлығы|Әстрхан]] һәм [[Ҡазан ханлығы]] кире аяҡҡа баҫыуҙы өмөт ителде.
== Боланы баҫтырыу ==
Ҡараһаҡал бик аҡыллы, һалҡын ҡанлы, һуғышҡа оҫта башлыҡ булһа ла, берҙән, боласыларҙың юғары ҡатламы менән түбән массаһы араһында боланан маҡсат бер-беренә башҡаса булыу, икенсенән, башҡорттар араһында һөнәрселек булмау арҡаһында уларҙың ҡоралы насар булыуы сәбәпле, был бола ла бик ҙур ҡатылыҡ менән баҫылды.
 
[[1740]] йылдың июнендә Ҡараһаҡал яралана һәм уны ҡаҙаҡ далаларына алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Карательдәр ғәскәре етәксеһе Урусов, 300-гә яҡын башҡорт әсиренән һорау алып, Ҡараһаҡал ысынында иһә  — [[Нүғай даруғаһы]] [[Юрматы]] ырыуы башҡорто тигән һығымтаға килә.
 
Яңғыҙ рәсми хисаптарға ҡарағанда ла был боланы баҫҡанда һәм баҫҡас, барлығы 696 башҡорт ауылы таланып, яндырылып, 16634 башҡорт үлтерелеп, 4 меңдәре төрлө ерҙәргә урыҫ араларына каторгаға ебәрелгән, 9200 ҡатын-ҡыҙ һәм балалары эске Рәсәйҙәге урыҫ баярҙарына таратылған; башҡорттарҙан 20 меңләп йылҡы-һыйыр һәм байтаҡ аҡса штраф итеп түләнгән. Был хисаптар бары рәсми ҡағыҙҙарға кергәндәре генә һаналып, былай талау һәм үлтереүҙәр менән байтаҡ артыҡ булһа кәрәк. Быларҙан тыш, боласыларҙан бик күп меңдәр менән халыҡ Себергә оҙатылып, түрә, купец һәм урыҫ крәҫтиәндәренә ҡол ителеп һатылды.
 
== Һылтанмалар ==
* [http://www.bashqort.com/site/index.php?option=com_content&view=article&id=66:katajzar-karahakal&catid=72:tarih&Itemid=Ҡатайҙар Ҡараһаҡал яуында]
Юл 55 ⟶ 58:
* [http://www.vatandash.ru/pics/pdf/576.pdf Ғайса Хөсәйенов. Батырша. Тарихи роман]
 
[[Категория:Башҡортостан шәхестәретарихы]]
[[Категория:Башҡорт ихтилалдары етәкселәре]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡараһаҡал» битенән алынған