Йөҙ йыллыҡ һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
14 юл:
}}
 
'''Йөҙ йыллыҡ һуғыш''' ({{lang-fr|Guerre de Cent Ans}}, {{lang-en|Hundred Years' War}})  — бер яҡтан [[Франция]] һәм уның союздаштары һәм икенсе яҡтан [[Англия]] һәм уның союздаштары араһындағы яҡынса 1337 йылдан алып 1453 йылға тиклем дауам иткән һуғыштар серияһы.
 
Был низағтарғанизағтарҙың төп сәбәбе - — инглиз короле ''Плантагенеттар нәҫеле''нең француз тәхетенә дәғүә итеүе. Плантагенеттарҙы һәм француз короле ''Капетингтар нәҫеле''н туғанлыҡ ептәре бәйләгән була.
 
Француздар үҙҙәренең яғынан инглиздәрҙе Гиеньдан сығарырға ынтыла, был ерҙәр 1259 йылғы [[Париж]] килешеүе менән Францияға ҡушылырға тейеш була. Баштағы уңыштарына ҡарамаҫтан, Англия үҙенең маҡсаттарына ирешә алмай, һуғыш һөҙөмтәһендә континенттағы бөтә биләмәләрен дә юғалта, тик ''Кале порты'' ғына 1558 йылға тиклем инглиздар ҡулында була.
 
Һуғыш тәнәфестәр менән бергә барлығы 116 йыл дауам итә. Тураһын әйткәндә, быны низағтар серияһы тип атарға мөмкин:
* беренсе (Эдвардиан һуғышы)  — 1337—1360,
* икенсе (Каролинг һуғышы)  — 1369—1396,
* өсөнсө (Ланкастер һуғышы)  — 1415—1428,
* дүртенсе  — 1428—1453 йылдарҙа дауам итәләр.
 
Ошо низағтар серияһын дөйөмләштереп торған ''«Йөҙ йыллыҡ һуғыш»'' исемле термины
40 юл:
 
== Һуғыш алдынан Франция ҡораллы көстәренең хәле ==
Һуғыш алдынан Францияның ҡораллы көстәре феодаль рыцарҙар төркөмдәренән, контракт нигеҙендә саҡырылған һалдаттарҙан һәм сит ил ялланыусыларынан (улар исемлегенңүә Генуяның арбалетсылары ла ингән)<ref name="ReferenceA">''Д. Николле, А. МакБрайд.'' Французская армия в Столетней войне.  — М.: АСТ; Астрель, 2004.  — (Военно-историческая серия «Солдатъ»)  — ISBN 5-17-022699-3</ref>. Низағ башланыр алдынан ҡорал күтәрә алған рыцарҙарҙың һаны 2350—4000 яугир тәшкил иткән<ref name="ReferenceA"/>.
 
== Беренсе этап ==
49 юл:
1346—1351 йылдарҙа бөтә Европа буйлап чума пандемияһы («Ҡара үлем») тарала, ул бик күп кешеләрҙең үлеүенә килтерә һәм һуғыштың әүҙемлеген төшөрә. 1351 йылдың 26 мартында булған утыҙ инглиз рыцаре һәм сквайрҙары бер яҡтан, һәм утыҙ француз рыцарҙары һәм уларҙың ярҙамсылары икенсе яҡтан ҡатнашҡан алыш тарихта «Утыҙ алышы» исеме аҫтында билдәле ҡалған.
 
1356 йылда Эдуард III улы ''Эдуард—Ҡара принц'' етәкселегендәге 30-меңлек инглиз ғәскәре Пуатье янындағы алышта француздарҙы ҡыйраталар һәм король ''Иоанн II Мәрхәмәтле''не тотҡонға алалар. Иоанн II инглиз короле менән килешеү төҙөргә мәжбүр була. Франция короле тотҡонда булған осорҙа уның хөкүмәте тарҡала башлаған. 1359 йылда Лондон тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылған, уға ярашлы Англияға ''Аквитания герцоглығы'' күскән, һәм Иоанн II иреккә ебәрелгән. Хәрби уңышһыҙлыҡтар һәм иҡтисади ҡыйынлыҡтар Францияла халыҡтың баш күтәреүҙәренә килтерә  — 1357—1358 йылдарҙа ''Париж ихтилалы'' һәм 1358 йылда ''Жакерия'' була. Быны менән файҙаланып Англия ғәскәрҙәре өсөнсө тапҡыр Францияға барып инә, Реймс ҡалаһын ҡамауға алалар, һуңынан ҡамауҙы сисеп Парижға юлланалар. Әммә Эдуард Парижды ла, Реймсты ла баҫып алырға теләмәй, уның маҡсаты булып Франция хөкүмәтенең көсһөҙлөгөн күрһәтеү булған. 1360 йылда Франция дофины буласаҡ король ''Карл V'' инглиздәр менән Бретиньи тыныслыҡ килешеүен төҙөргә мәжбүр була. Беренсе этаптан һуң Англия үҙенә Бретаньдың яртыһын, Аквитанияны, Кале һәм Пуатье ҡалаларын, һәм Францияның вассал биләмәләренең яртыһын ҡуша. Һөҙөмтәлә Франция үҙенең территорияһының өстән бер өлөшөн юғалта.
 
== Тыныслыҡ осоро (1360—1369) ==
58 юл:
== Францияның көсәйеүе. Ваҡытлыса килешеү. Икенсе этап ==
[[Файл:Reconquète Charles V-es.svg|мини|Реконкиста (1369—1380 йй.)]]
Тыныслыҡ осоро менән файҙаланып француз короле Карл V ғәскәрҙе яңынан ҡора һәм иҡтисади реформалар үткәрә. Былар бөтәһе лә Францияға икенсе этапта 1370-се йылдарҙа байтаҡ хәрби уңыштар яуларға ярҙам итә. Инглиздәр илдән ҡыҫырыҡланғандар. Бретань нәҫеле өсөн барған Ор янындағы алышта инглиздәр еңеүенә ҡарамаҫтан, бретон герцогтары француз хөкүмәтенә яҡын мөнәсәбәттә булған, ә бретон рыцаре ''Бертран Дюгеклен'' хатта Францияның коннетабле булып киткән. Был осорҙа ''Ҡара Принц'' 1366 йылдан алып Иберия ярымутрауындағы һуғыш менән мәшғүл булға, ә Эдуард III инлиз ғәскәрҙәрен етәкләр өсөн бик ҡарт булған. Былар бөтәһе лә Францияға уңайлы булып торған. Кастилия короле ''Педро I'' ҡыҙҙары Констанция һәм Изабелла Ҡара Принцтың ҡустыларында Джон Гонт һәм Эдмунд Лэнгли менән никахлашҡан булалар. 1370 йылда Педро I тәхеттән ''Энрике II'' менән төшөрә, уға Дюгеклен етәкселегендә француздар ярҙам итә. Франция һәм Кастилия менән бер яҡтан һәм Англия һәм Португалия менән икенсе яҡтан һуғыш башлана.
 
Дюгеклен етәкселегендәге француз ғәскәрҙәре күп кенә ҡалаларҙы, шул иҫәптән 1372 йылда Пуатьены һәм 1377 йылда Бержеракты, азат итәләр. Союздаш француз-кастиль флоты Ла-Рошель янындағы алышта инглиз эскадраһын ҡыйрата.
74 юл:
Англия короле Нормандия өлкәһенең күп өлөшөн, шул иҫәптән 1417 йылда ''Кан'' һәм 1419 йылда ''Руан'' ҡалаларын баҫып алырға ирешә. 1419 йылда Жан Тәүәкәллене үлтергәндән һуң Парижды Бургундия герцогы Парижды ала һәм инглиздәр менән союзға инә. Был Англия ғәскәрҙәренә биш йыл эсендә Франция территорияһының яртыһын баҫып алырға ярҙам итә. 1420 йылда инглиз короле Генрих V аҡылдан яҙған Карл VI менән осраша һәм уның менән ''Труа килешеүен'' төҙөй. Килешеү буйынса Францияның тәхет вариҫы итеп Карл VI улы дофин ''Карл VII'' түгел, ә Англия короле Генрих V иғлан ителгән. Труа килешеүенән алып 1801 йылға тиклем инглиз королдәре Франция короле титулында йөрөткәндәр. 1421 йылда Генрих V Парижға барып инә һәм был килешеү рәсми рәүештә Генераль штаттар менән раҫлана.
 
Англия короленең уңыштары Францияға алты меңлек Шотландия ғәскәре килеүе менән тамамлана. 1421 йылда граф ''Джон Стюарт'' етәкселегендәге шотланд ғәскәре Боже янындағы алышта һан яғынан күп булған инглиз армияһын ҡыйрата. Был һуғышта Англия армияһының командующийы һәм кенә юғары дәрәжәле инглиз ғәскәре башлыҡтары һәләк була. 1422 йылда ''Мо'' ҡалаһында король Генрих V мәрхүм була. Уның берҙән бер 1 йәшлек малайы шунда уҡ Англия һәм Франция короле тип иғлан ителгән, әммә Арманьяктар дофин Карл яғында ҡалғандар һәм һуғыш дауам иткән.
[[Файл:Siege orleans.jpg|мини|350п|Орлеанды ҡамау]]
1423 йылдағы Краван янындағы алышта француз-шотланд ғәскәрҙәре бик ҙур юғалтыуҙар кисерәләр. Франция армияһы еңелгәндән һуң уның территорияһы һаманда урталай бүленгән килеш ҡала: Пикардия һәм Көньяҡ Франция менән бәйләнеш өҙөлә. Ике өлөштәрҙә инглиздәр менән айырым-айырым көрөшергә мәжбүр була. Краван янындағы алышта еңелгәндән һуң Карл VII ғәскәрҙәре тағы ла бер нисә уңышһыҙлыҡтарға тарый.
83 юл:
1424 йылда Генрих VI олаталары регентлыҡ өсөн көрәш башлайҙар. Уларҙың берәүһе Глостер герцогы ''Хамфри Ланкастерлы'', Геннегау графиняһы ''Якоба''ға өйләнеп һәм уның биләмәләрен ҡайтарырға теләп, [[Нидерланды|Голландияны]] баҫып ала. Был Бургундия герцогы ''Филипп III'' менән низағ тыуыуына килтерә.
 
1428 йылға ҡарай Орлеанды ҡамап, инглиздәр һуғышты дауам итәләр. Уларҙың ҡаланы алырға хәленән килмәй, әммә француз ғәскәрҙәре лә ҡалаға ярҙам итергә ашыҡмайҙар. 1429 йылда [[Жанна д'Арк]] дофинды (буласаҡ король Карл VII) уға Орлеанды ҡамауҙан сисер өсөн ғәскәр бирергә өгөтләй. Тиҙҙән Жанна д'Аркд’Арк етәкселегендәге француз ғәскәрҙәре Орлеандан ҡамауҙы ысҡындырыуға ирешәләр. Жаннан илһамланып, француздар Луара йылғаһы буйындағы бер нисә мөһим ҡәләғәләрҙе алалар. Пат янындағы алышта Жанна д'Аркд’Арк етәкселегендәге француз ғәскәрҙәре инглиздәрҙе еңәләр һәм Реймс ҡалаһына юл асалар, тиҙҙән бында дофин Карл VII исеме аҫтында Франция короле тип иғлан ителә.
 
[[Файл:100 Years War France 1435-ru.svg|thumb|1435 йыл]]
1430 йылда Жанна д'Арктыд’Аркты бургундтар тотҡонға алалар һәм инглиздәргә тапшыралар. 1431 йылда уны язалап үлтерәләр. Әммә был ваҡиға һуғыштың артабанғы барышына тәҫьир итмәй. 1435 йылда бургундтар Франция короле яғына күсәләр һәм уларҙың герцогы Филипп III француз короле Карл VII килешеү төҙөп Парижды ҡайтара. Карл VII хөкүмәтте һәм армияны яңынан ҡора. Француз ғәскәрҙәре яйлап күп кенә ҡалаларҙы азат итәләр. 1449 йылда Руан ҡалаһын азат итеүгә ирешәләр, Форминья янындағы алышта граф де Клермон етәкелегендәге француз ғәскәрҙәре тулыһынса тиерлек инглиздәрҙе ҡыйрата. Шул уҡ йылдың 6 июлендә француздар Нормандияның Кан ҡалаһын азат итәләр.
 
Шрюсбери графы Джона Талбот етәкселегендәге инглиз ғәскәренең Гасконь өлкәһен ҡайтарыуға ынтылышы уңышһыҙлыҡҡа осрай. 1453 йылда Кастильон янындағы алышта инглиздәр емергес еңелеүгә тарыйҙар. Был Йөҙ йыллыҡ һуғыштың аҙаҡҡы алышы булып тора һәм 1453 йылдағы Бордо ҡалаһындағы инглиз гарнизонының капитуляциялауы уның тамаланыуына килтерә.
94 юл:
Һуғыш тамамланыуы тураһындағы Англия һәм Франция араһындағы тыныслыҡ килешеүе 1453 йылда ла, унан һуңғы йылдарҙа ла төҙөлмәй. Әммә оҙаҡҡа һуҙылған Англия эсендә барған [[Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы]] инглиз королдәрен Францияға һөжүмдәр ойошторға мөмкинлек бирмәйҙәр. 1475 йылда инглиз короле ''Эдуард IV'' Францияға баҫып инә, һөҙөмтәлә француз короле ''Людовик XI'' менән Пикиньи килешеүен төҙөй. Был килешеүһе йыш ҡына Йөҙ йыллыҡ һуғыштың тамалауын һыҙыҡ аҫтына алыусы килешеү тип иҫәпләйҙәр.
 
Англия королдәре тағы ла оҙаҡ йылдар буйы француз тәхете өсөн дәғүә иткәндәр<ref>''Калмыкова Е.'' Незаконченная война: притязания английских королей на французскую корону после 1453  г. // Диалог со временем.  — 2009.  — №  29.  — С. 132—146.</ref>, ә «Франция короле» титулы һаманда Англия королдәре титулатураһында һаҡланып килгән. Франция Республикаһы менән һуғыштарҙан һуң, Англия килешеүгә ҡул ҡуя. Уға ярашлы инглиз королдәре үҙенең француз тажына булған дәғүәләренән һәм 1801 йылдың 1 ғинуарында сыҡҡан прокламацияға ярашлы «Франция короле» титулынан баш тартҡандар<ref>[http://www.heraldica.org/topics/britain/britstyles.htm#1801 «Proclamation as to the Royal Style and Titles and as to the Ensigns Armorial, Standard, and Union Jack»]</ref>.
 
== Һуғыштың эҙемтәләре ==
Һуғыш һөҙөмтәһендә, 1558 йылға тиклем Англия составында булған Кале портынан башҡа, Англия континенттағы бөтә биләмәләренң юғалта. Шулар араһында XII быуаттан алып уҡ инглиз тәхетенең көньяҡ-көнбайыш Францияла урынлашҡан киң биләмәләре лә була. Англия короленең аҡылдан яҙыуы илде [[Анархизм|анархия]] һәм үҙ-ара һуғыштарға  — [[Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы]]на килтерә. Эске һуғыштар арҡаһында, континентта юғалтҡан территорияларҙы ҡайтарыр өсөн Англияның бер ниндәй көстәре һәм саралары ҡалмай. Быға өҫтәп дәүләт ҡаҙнаһы ҙур хәрби сығымдар арҡаһында буш булған.
 
Йөҙ йыллыҡ һуғыш хәрби эш үҫешенә көслө йоғонто яһай: ҙур ғәскәрҙәр төҙөр өсөн бәләкәй генә сығымдар талап иткән пехотаның алыш яландарында роле көсәйә, тәүге даими ғәскәрҙәр килеп сыға. Яңы төр ҡоралдар уйлап табыла, атыусы ҡорал үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуа.