Арғаяш милли округы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
56 юл:
|Примечания =
}}-->
'''Арғаяш милли округы'''  — [[1934]] йылдың 17 ғинурынан 17 ноябренә тиклем [[Силәбе өлкәһе]] составына ингән [[башҡорттар|башҡорт]] милли округы.
<br />
Үҙәге  — [[Арғаяш (ауыл)|Арғаяш]] ауылы.
 
== Тарихы ==
[[Файл:1928 atlas of the Soviet Union (merged).jpg|left|thumb|250px|Арғаяш кантоны СССР-ҙың картаһында, 1928 йыл]]
[[1917]]-се йылдың 15-се ноябрендә сыҡҡан Башҡорт Үҙәк советы ҡарары буйынса, Урал аръяғы [[башҡорттар]]ы [[Бәләкәй Башҡортостан]]дың Арғаяш кантонына индерелә. [[1934]]-се йылдың 17 ғинуарына тиклем Арғаяш кантоны [[Башҡорт АССР-ы]] составында административ-территориаль берәмек булып килә.
Арғаяш кантоны ифрат ҙур [[:ru:Уральская область|Урал өлкәһе]] эсендә [[анклав]] рәүешендә урынлашҡан була.
[[1934]]-се йылдың башында [[:ru:ВЦИК|ВЦИК]] Президиумы ҡарары Урал өлкәһен өскә бүлә. Һөҙөмтәлә Арғаяш кантоны өр-яңынан барлыҡҡа килгән Силәбе өлкәһе составына "«Арғаяш башҡорт милли округы"» статусында индерелә.
Борондан килгән көнсығыш башҡорт ерҙәре, бығаса Башҡорт АССР-ына ингән [[Арғаяш районы|Арғаяш]] һәм [[Ҡоншаҡ районы]] ошолай итеп яңы Силәбе өлкәһенә тапшырыла.
[[1934]]-се йылдың 17-се ноябрендә ВЦИК Президиумы ҡарары менән Арғаяш милли округы бөтөрөлә.
 
Хәҙерге Силәбе өлкәһендәге милли берәмектәр [[СССР]]-ҙа үткәрелгән административ реформа һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. [[:ru:XVI съезд ВКП (б)|ВКП(б)-ның XVI-сы съезы]] ҡарарҙарын үтәү барышында ''тамырлаштырыу'' (''[[:ru:коренизация|коренизация]]'') төшөнсәһе киң ҡулланыла башлай. [[1930]]-сы йылда Башҡортостанға ингән кантондар тарҡатыла һәм бөтөрөлә. Арғаяш кантоны урынына 2 район, атап әйткәндә Арғаяш һәм Ҡоншаҡ районы булдырыла.
Тамырлаштырыу түбәндәгеләрҙе күҙ уңында тота: аҙсылыҡ милләт телдәрендә мәктәп-педтехникумдар асыу, канцелярия эштәрен милли телдәргә күсереү, [[яңалиф]]ҡа ([[латин алфавиты]] нигеҙендә булдырылған төрки алфавитҡа) күсеү.
 
[[1980]]-[[1990]]-сы йылдар сигендә Арғаяш һәм Ҡоншаҡ башҡорттары милли округты тергеҙеүҙе яҡлап мөрәжәғәт итә, әммә был тырышлыҡ һөҙөмтә килтермәй.
 
 
[[Категория:География]]
[[Категория:Башҡортостан]]
[[Категория:Башҡортостан тарихы]]
[[Категория:Башҡорттар]]
[[Категория:ТарихАрғаяш районы]]
[[Категория:Ҡоншаҡ Силәбе өлкәһерайоны]]
[[Категория: Силәбе башҡорттары]]
[[Категория: Арғаяш районы]]
[[Категория: Ҡоншаҡ районы]]