Молодёжная газета: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Гәзит
|рәсем = Логотип Молодёжной газеты.jpg
|рәсем_стиле =
|исеме = Молодёжная газета
11 юл:
}}
 
'''Молодёжная газета'''  — [[Башҡортостан Республикаһы]]ның йәштәр өсөн [[урыҫ теле]]ндә сыҡҡан аҙналыҡ ижтимағи-сәйәси гәзите. Кесаҙна көндө 24 бит булып донъя күргән был баҫмала йәштәрҙең төрлө яҡлы: ижтимағи—сәйәси, иҡтисады, мәҙәни һәм спорт тормошо яҡтыртыла.
 
«Молодёжная газета» 1996 йылға тиклем «Ленинец» исеме менән нәшер ителде.
 
== Газетаның ҡыҫҡаса тарихы ==
[[Файл:Логотипы Молодёжной газеты разных лет.JPG|thumb|left|Төрлө йылдарҙа гәзит логопибы]]
* Баҫманың юл башы 1923 йылдың 12 ғинуарында РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты органы булараҡ сыға башлаған «Йәш юҡсыл» (урыҫса -«Юный пролетариат») гәзитенә барып тоташа. Ул 1000 дана менән аҙнаһына бер тапҡыр донъя күрә.
* 1925 йылдың 27 мартында ВЛКСМ Үҙәк Комитеты күрһәтмәһе менән республикала «Башҡортостан йәштәре» исемле дүрт битле гәзит сыға башлай. ВЛКСМ өлкә комитеты ҡарары нигеҙендә 1930 йылдың 6 апреленән "Башҡортостан йәштәре"нең исеме «Ленинсы»ға үҙгәртелә.
* [[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланыу менән йәштәр баҫмалары сығыуҙан туҡтай.
* 1951 йылдың 4 ғинуарында ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы «Ленинсы» гәзитен тергеҙеү мәсьәләһен хәл итә, ә ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарары менән республикала бер баҫма ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты органы булған «Ленинец»  — «Ленинсы» булдырыла: ул урыҫ телендә «Ленинец», ә башҡорт теленә (башлыса тулыһынса) тәржемә ителеп, - — Ленинсе (һуңыраҡ Ленинсы) исеме менән сыға башлай.
* 1990 йылдың ғинуарынан «Ленинец»  — «Ленинсы» газеты нигеҙендә ике баҫма булдырыла: урыҫ телендә  — «Ленинец» һәм башҡорт йәштәре өсөн өр-яңы гәзит  [[Йәшлек (гәзит)|«Йәшлек»]] донъя күрә башлай.
* 1996 йылдан «"Ленинец»"тың исеме «Молодежная газета» итеп үҙгәртелә һәм бөгөнгө көндә лә ул шулай сығып килә.
 
== Һылтанмалар ==