Баннов Геннадий Ефимович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
10 юл:
== Йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
Геннадий Баннов йәш сағынан [[спорт]]ҡа ныҡлап ылыға. [[Башҡортостан Республикаһы]] Бокс федерацияһының рәсми сайтында мәғлүмәттә «[[Бөйөк Ватан һуғышы]]нан һуң үткәрелгән [[БАССР]]-ҙың беренсе чемпионатында ҙур уңышҡа өлгәшеүселәр» араһында уның да исеме бар. Артабан да төп эше менән бер рәттән Г. Баннов бокс менән әүҙем шөғөлләнә, [[Сахалин өлкәһе]]нең һәм [[Башҡортостан]]дың чемпионы була. Бынан төш, ул спорттың был төрөн таратыуға, пропагандалауға һәм артабан үҫтереүгә лә ҙур көс һала. Геннадий Баннов хаҡлы рәүештә республикала боксҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып танылған.
 
== Әҙәби ижады ==
Геннадий Баннов уҙған ХХ быуаттың илленсе йылдары аҙағында әҙәби ижад менә әүҙем шөғөлләнә башлай. 1957 йылдан уның публицистик мәҡәләләре, очерктары һәм [[хикәйә]]ләре [[гәзит]]-[[журнал]]дарҙа, төрлө йыйынтыҡтарҙа даими баҫылып килә. Ул башлыса үҙе яҡшы бөлгән мөхит – һөнәри училищеләрҙә уҡыусылар, эшсе йәштәр һәм спортсылар тураһында яҙа. [[Журналистика]]ны [[нәфис әҙәбиәт]] өҫтөндә эшләү менән тығыҙ бәйләп алып барырға көндәлек тырышлығын һала. Артабанғы бер нисә тиҫтә йыл арауығанда сыҡҡан унға яҡын [[проза]] китабында ул [[Бөйөк Ватан һуғышы]] елдәре ҡағылған быуын вәкилдәренең яҙмышын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй, үҙ геройҙарының эске донъяһын һәм уй-кисерештәрен асып биреүҙә үҙенсәлекле алымдар ҡуллана.
Әҙиптең «Под сенью черемухи» исемле [[урыҫ теле]]ндәге беренсе [[хикәйә]]ләр йыйынтығы [[Башҡортостан китап нәшриәте]]ндә 1970 йылда донъя күрә. «Ребята из девятнадцатой» тип аталған повесы 1973 йылда баҫыла, һәм автор уның өсөн [[Башҡортостан]] комсомолы премияһы лауреаты исемен ала.
 
1974 йылда Геннадий Баннов [[СССР]] Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителә.
 
1980 йылда [[Өфө]]лә сыҡҡан «Звезды на росстани» повесы 1985 йылда [[Мәскәү]]ҙең «Современник» нәшриәтендә тағы бер әҫәре менән бергә яңынан нәшер ителә һәм [[ВЛКСМ]] Үҙәк Комитетының, СССР Яҙыусылар союзының һәм СССР-ҙың Нәшриәт, полиграфия һәи китап сауҙаһы буйынса дәүләт комитетының берлектәге Бөтә союз премияһына лайыҡ була.
 
1996 йылда әҙиптең В«иктория» романы [[«Китап» нәшриәте]] донъяға сығарҙы.
 
== Китаптары ==
* Под сенью черемухи: Рассказы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1970. — 128 с. (урыҫ.)
* Ребята из девятнадцатой: Повесть. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 214 с. (урыҫ.)
* Звезды на росстани: Повесть. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — 208 с. (урыҫ.)
* Звезды на росстани: Повести. — М.: Современник, 1985. — 238 с. (урыҫ.)
* Висячий камень: Повести, рассказы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987. — 320 с. (урыҫ.)
* Эстафета: Повести. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1991. — 336 с. (урыҫ.)
* Виктория: Роман. — Уфа: Китап, 1996. — 254 с. (урыҫ.)
* Отзовется вдали колокольцами: Повести. — Уфа: Китап, 2004. — 516 с. (урыҫ.)
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре ==