Баш мейеһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Human brain midsagittal cut description.JPG|350px|мини|Кешенең баш мейеһе:
1. Баш мейеһенең ҙур ярымшарҙары (Артҡы мейе)
2. Таламус (Аралыҡ мейе)
3. Гипоталамус (Аралыҡ мейе)
4. Урта мейе
5. Варолиео күпере
6. Кесе мейе
7. Оҙонса мейе
8. Арҡа мейеһе]]
'''Баш мейеһе'''  — арҡа һөйәкле йән эйәләренең үҙәк [[нервы системаһы]] ағзаһы, уларҙың кәүҙәләренең өҫкө йә алдағы өлөшөндә, баш һөйәге ҡыуышлығында урынлашҡан.

== Дөйөм мәғлүмәт ==
Бер-береһе менән ныҡлы бәйләнештә булған бихисап нейрондарҙан торған баш мейеһе (латин теле|латинса ''«cerebrum»'', [[грек теле|боронғо грекса]] ''«ἐγκέφαλος»'', [[урыҫ теле|урыҫса]] ''«головно́й мозг»'')  — дөйөм алғанда, нервы туҡымаһы массаһы. Бындағы нейрондар үҙ-ара бәйләнешле тәьҫир итешеү һөҙөмтәһендә бөтә [[организм]]дың эшмәкәрлеген контролдә тотҡан ҡатмарлы электрик импульстар тыуҙыра. Баш мейеһендә төрлө һиҙемләү ағзаларынан алынған мәғлүмәт туплана, уның нигеҙендә [[организм]] теге йәки был хәрәкәтте башҡара. [[Умыртҡалылар]]ҙа мейе бер үк ваҡытта төрлө йүнәлештә белем алыу үҙәге лә булып тора. Дөйөмләп әйткәндә, кешелек донъяһының һәм фәндең төрлө тармаҡтарының ниндәйҙер дәрәжәлә ныҡ алға китеүенә һәм һуңғы ун йыллыҡтарҙа баш мейеһен өйрәнеүҙә күп яңы нәмә асылыуға ҡарамаҫтан, уның эшмәкәрлегенең күп яҡтары беҙҙең өсөн әле һаман ҙур сер булып ҡала. Кеше [[организм]]ындағы, шул иҫәптән баш мейеһендәге айырым [[күҙәнәк]]тәрҙең эше ғалимдар тарафынан, бер яҡтан ҡарағанда, бик ябай аңлатыла. Әммә мейеләге меңләгән һәм миллионлаған нейрондар ярҙамында уның бар яҡлап та бик камил эшмәкәрлеген шартлы рәүештә генә ябайлатып тикшерергә мөмкин. Был баш мейеһенең һоҡланғыс эше киләсәктә лә тәрән өйрәнеүҙәр талап итә тигәнде аңлата.

== Баш мейеһенең төҙөлөшө ==
Баш мейеһе организмдың баш һөйәге ҡыуышлығында урынлашҡан. Уның бүлектәре:
* Артҡы мейе ({{lang-ru|Мозг конечный}})  — алғы мейенең ҙур бүлеге; ҙур һәм еҫ һиҙеү мейеһенән тора;
* Аралыҡ мейе ({{lang-ru|Промежуточный мозг}})— баш мейеһе олононоң өлөшө;>
* Гипоталамус  — аралыҡ мейеһенең мөһим өлөшө; таламустан аҫҡараҡ урынлашҡан аралыҡ мейеһенең мөһим өлөшө.
* Урта мейе ({{lang-ru|Средний мозг}}) - — баш мейеһе олононоң өлөшө;
* Варолио күпере ({{lang-ru|Варолиев мост}})  — (VәRөLIө - — итал. анатомы) оҙонса мейе менән мейе тәпәйе (нигеҙе) араһында урынлашҡан баш мейеһе өлкәһе;
* Кесе мейе ({{lang-ru|Мозжечок}})  — баш ҡумтаһының артҡы соҡорсаһында, ҙур мейе ярымшарҙарының соңҡа бүлкәһендә урынлашҡан баш мейеһе өлөшө;
* Оҙонса мейе ({{lang-ru|Продолговатый мозг}})  — баш мейеһе олононоң өлөшө, арҡа мейеһе менән тоташа;
* Арҡа мейеһе, йөлөн {{lang-ru|Спинной мозг}})  — умыртҡа һөйәгенең эсендәге йомшаҡ матдә, үҙәк нервы системаһы ағзаһы<ref>Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)</ref>, <ref>Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)</ref>.

Арҡа мейеһендәге кеүек үк, баш мейеһендә лә аҡ һәм һоро матдәләр бар. Аҡ матдә үткәреү юлдарын төҙөй  — улар баш мейеһен арҡа мейеһе менән, шулай уҡ баш мейеһенең өлөштәрен уҙ-аллы тоташтыра. Үткәреү юлдары ярҙамында бөтә үҙәк нервы системаһы бер бөтөн булып эшләй. Һоро матдә айырым тупланмалар  — ядролар рәүешендә аҡ матдәнең эсендә ята. Бынан тыш, һоро матдә, мейе ярымшарҙарын һәм кесе мәйене ҡаплап, мейе ҡабығын барлыҡҡа килтерә.

== Баш мейеһе бүлектәренең эшмәкәрлеге ==
Оҙонса мейе менән күпер арҡа мейеһенең дауамы булып тора. Улар рефлектор һәм үткәргес функциялар үтәй.

''Оҙонса мейе'' менән ''күперҙең'' ядролары [[аш һеңдереү]], [[һулыш алыу системаһы|һулыш алыу]], [[йөрәк]] эшмәкәрлеген һәм башҡа процесстарҙы көйләй, шуға ла оҙонса мейе менән күперҙең зарарланыуы йәшәү өсөн үтә хәүефле. Мейенең был бүлектәре менән сәйнәү, йотоу, имеҙеүҙе көйләү, шулай уҡ һаҡланыу рефлекстары  — ҡоҫоу, сөскөрөү, йүткереү  — турана-тура бәйләнгән.

''Кесе мейе'' оҙонса мейенең тап өҫтөндә урынлашҡан. Уның өҫтө һоро матдәнән - — мейе ҡабығынан (уның аҫтындағы аҡ матдәлә ядролар ята) тора. Кесе мейе үҙәк нервы системаһыны күп бүлектәре менән тоташҡан. Кесе мейе хәрәкәт өсөн «яуаплы». Уның ғәҙәти эшмәкәрлеге боҙолған осраҡта кешенең хәрәкәттәрендә ярашлылыҡ, теүәллек, кәүҙәнең тигеҙлек һәм тотороҡлоҡ һаҡлау һәләте юғала. Бындайҙар, мәҫәлән энәгә еп һаплай алмай, йөрөгәндә, иҫерек кеүек, тәнтерәкләп атлай, ҡул-аяҡ хәрәкәттәре ипһеҙ була, ҡайһы саҡта улар кинәт кенә һелтәнеп ала.

''Урта мейелә'' ядролар урынлашҡан, улар даими рәүештә [[һөлдә]] мускулдарына уларҙың көсөргәнешлеген  — тонусын һаҡлап отоусы нервы импульстары ебәреп тора. Урта мейелә күреү һәм өн-тауыш ҡуҙғытыуына ориентация рефлекстарының рефлектор дуғалары үтә. Ориентация рефлекстары башты һәм кәүҙәне ҡуҙғытҡыс яғына борғанда тыуа.

Оҙонса мейе, күпер һәм урта мейе ''мейе олонон'' хасил итә. Унан 12 пар ''баш һөйәге-мейе'' нервылары сығып китә. Нервылар мейене башта урынлашҡан һиҙеү ағзалары, мускулдар һәм биҙҙәр менән бәйләй. Бер пар нервы  — ''гиҙеүсе нервы'' мейене эске ағзалар: [[йөрәк]], [[үпкәләр]], ашҡаҙан, эсәктәр һ. б. менән бәйләй.

''Аралыҡ мейеһе'' аша импульстар ҙур ярымшарҙар ҡабығына бөтә рецепторҙарҙан (күреү, ишетеү, [[тире]], тәм тойоу һ. б.) килә. Йөрөү, йүгереү, йөҙөү кеүек ҡатмарлы хәрәкәт рефлекстарының күпселек өлөшө аралыҡ мейеһе менән бәйләнгән. Уның ядролары төрлө эске ағзаларҙың эшен көйләй. Аралыҡ мейеһе матдәләр алмашыныуын, аҙыҡ һәм [[һыу]] тотоноуҙы, тәндең даими температураһын һаҡлауҙы тәьмин итә. Аралыҡ мейеһенең ҡайһы бер ядроларының нейрондары, гумораль ([[ҡан]], лимфа һәм туҡыма шыйыҡсаһы аша) бәйләнеште һәм яйға һалыуҙы тормошҡа ашырып, биологик әүҙем матдәләр эшләп сығара.
36 юл:

== Һылтанмалар ==
* Атлас анатомии человека. Издание на русском языке. / Перевод: к.м.н. В. В.  Серов. /  — М.: Белый город, 2005. — 103 с. с илл. ISBN 5-7793-0982-5 {{ref-ru}}
* Цузмер А. М., Петришина О. Л. Кеше. Анатомия, физиология и гигиена. / С. В. Атнағолова тәржемәһе / — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 239 бит.
* Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. {{ref-ru}}
* Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968. {{ref-ru}}
* Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.
{{commons|Category:Brain}}

== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}

[[Категория:Анатомия]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Баш_мейеһе» битенән алынған