Дипломатия: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
1 юл:
'''Диплома́тия'''
Дипломатия
== Атаманың ҡыҫҡаса мәғәнәһе ==
«Дипломатия» атамаһы боронғо [[грек теле]]ндәге «δίπλωμα» һүҙенән алынған тигән фараз бар, [[Урыҫ теле|урыҫсаға]] бермә-бер әйләндергәндә, эшләнелгән хәрәкәт мәғәнәһендә «удваиваю» тигәнде аңлата. [[Француз теле]]ндәге «diplôme» һүҙенә бәйләп тәржемәләгәндә, [[урыҫ теле]]ндә «сложенный вдвое лист» или «документ» тигән мәғәнәгә эйә. [[Башҡорт теле|Башҡортсаға]]
Һүҙҙең «дипломатия» тип ҡулланылған төрөнөң, беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, мәғәнәүи яҡтан [[Боронғо Греция]]ға барып тоташыуы нигеҙлерәк. Сөнки унда вәкилдәргә, һуңыраҡ төрлө һөйләшеүҙәргә юлланыусы илселәргә, уларҙың хоҡуҡтарын һәм вәкәләтлектәрен раҫлаған ышаныс ҡағыҙҙары итеп боронғо яҙыу тамғалары төшөрөлгән икегә бөкләнгән таҡта киҫәктәре бирер булғандар. Улар һөйләшеү алып барыласаҡ яҡтың был эш өсөн яуаплы кешеләренә тапшырылған. «Дипломатия» һүҙенең бөгөнгө төп мәғәнәһе нәҡ бына шунан килә.
«Дипломатия» һүҙенең донъяның барлыҡ телдәренен дә тиерлек көндәлек телмәрендә төрлө ҡулланышта булыуын һәм бер-береһенә бөтөнләй алыҫ булған мәғәнәләрҙә йөрөүен дә әйтеп үтергә кәрәк. Был бигерәк тә матбуғат саралары
Бөгөнгө мәғәнәлә был атама XVI быуат аҙағында телмәр әйләнешенә индерелә: уны тәү тапҡыр [[Англия]]ла 1645 йылда ҡулланалар. Һуңыраҡ бөйөк [[немецтар|немец]] ғалимы [[Готфрид Лейбниц]] «дипломатик» тигән аңлатманы ([[латин теле|латинса]] «diplomaticus») 1693 йылда үҙе нәшер иткән
Баҫмала «дипломатия»
== Дипломатия тарихынан мәғлүмәт ==
Төрлө кимәлдәге мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу ысулы булараҡ дипломатия тәү тормош кешеләре араһында ла булғандыр, тип фараз ителә. Мәҫәлән, ике ҡәбилә араһындағы үлемесле бәрелештәр ваҡытында яралыларҙы йыйыу, үлгәндәрҙе ерләү өсөн ҡапма-ҡаршылыҡты аҙға булһа ла туҡтатып тороу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барылған. Был шарттарҙа әгәр ҙә бер яҡтың вәкиле үҙ хәбәрен еткереп, тәғәйенләнгән бурысын үтәгәнсе юҡ ителһә, бындай аралашыуҙар тормошҡа ашмаҫ ине. Шуға ла боронғо замандарҙан уҡ был һөйләшеүселәр айырым хоҡуҡ һәм өҫтөнлөктәр менән файҙаланған. Бөгөнгө барлыҡ дипломатик хеҙмәткәрҙәрҙең именлеккә һәм тейелһеҙлеккә (дипломатик иммунитетҡа) эйә булыуы нәҡ ошо йоланан башланған.
Эшсе көстәр һанын тулыландырыу маҡсатында даими рәүештә баҫып алыу һуғыштары алып барылған ҡол биләүселек йәмғиәтендә тышҡы сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа башлыса хәрби саралар ҡулланылған. Ара-тирә илселектәр дипломатик бәйләнештәр нигеҙендә айырым дәүләттәргә тәғәйен бурыс менән үҙ вәкилдәрен ебәргән, эштәрен тамамлағас, улар кире әйләнеп ҡайтҡан.
Артабан, донъя дәүләттәренең феодаль тарҡаулығы һәм бүленгәнлеге осоронда, бары тик «шәхсән» дипломатияға өҫтөнлөк бирелгән. Айырым илдәр һуғыш бәрелештәре араһында тыныслыҡ килешеүҙәре төҙөгән, хәрби берлектәр (союздар) ойошторған. Тарихсылар был йәһәттән [[Византия]]ның һиҙелерлек әүҙемлеген билдәләй. XV быуат уртаһында халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең етерлек үҫешеүе арҡаһында дәүләттәрҙең сит илдәрҙә даими вәкиллектәре барлыҡҡа килә башлай.
== Әҙәбиәт ==
* Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. {{ref-ru}}
* Ожегов С. И.
* Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г.
== Һылтанмалар ==
|