Проза: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
9 юл:
Тәүге проза әҫәрҙәрен ижад итеүселәр исемлегенә боронғо [[Греция|грек]] космологы (Йыһанды өйрәнеүсе) һәм мифографы (мифтарҙы аңлатыусы) [[Ферекид Сиросский]]ҙы (боронғо [[грек теле|грекса]] ''Φερεκύδης'', беҙҙең эраға тиклем 584/583 — 499/498 йылдар) һәм Боронғо [[Греция]]ның беҙгә тиклем килеп етмәгән Милет ҡалаһында эшләгән фәнни-философик мәктәп вәкилдәрен ([[урыҫ теле|урыҫса]] — «Миле́тская школа», «миле́тцы») индерәләр.
 
Боронғо [[Греция]] [[нәфис әҙәбиәт]]ендә поэзия менән бер ҡатарҙан проза ла булған. Телсе ғалимдәр уларҙы «миф», «риүәйәт», «[[әкиәт]]» һәм «[[комедия]]» жанрҙары тип һанай. Ә [[Греция|гректар]] үҙҙәре уларҙы бер нисек тә [[шиғриәт|поэзия]]ға индермәгән, сөнки, мәҫәлән, мифты - бөтөнләй ижад емеше түгел, ә дини тәғлимәт итеп ҡараған. Үҙ сиратында, риүәйәт – тарихи әҫәр, [[әкиәт]] – тормош-көнкүреш хәбәре, һәм [[комедия]] – [[шиғриәт|поэзия]]нан ныҡ түбән торған әйбер булып һаналған. Бер үк ваҡытта ораторҙар һәм сәйәсмәндәр телмәре, һуңыраҡ фәнни яҙмалар [[нәфис әҙәбиәт]]кә туранан-тура ҡағылмаған проза итеп ҡаралған. Шулай итеп, элекке донъяла (античный мир), [[Боронғо Рим]]дә, аҙаҡтан Урта быуаттар Европаһында, юғары ижад һәм [[нәфис әҙәбиәт]] жанры булып танылған [[шиғриәт|поэзия]] менән сағыштырғанда, проза гел икенсе планда йөрөгән, һәм уның тураһында бары тик «көнкүреш әҙәбиәте», ҡайһы саҡ «публицистик әҙәбиәт» тигән фекерфекерҙәр йәшәп килгән.
 
[[Урта быуаттар]]ҙың икенсе яртыһында хәл яйлап үҙгәрә башлай. Тәүҙә антик, һуңынан феодаль дәүләт ҡоролошо тарҡалыу менән, ул замандарҙа популяр булған поэма, [[трагедия (жанр)|трагедия]] һәм ода жанрҙары әкренләп иҫкерә төшә. Сауҙа буржуазияһының үҫеүе, уның мәҙәни һәм идея кимәле артыуы менән һәм ҙур ҡалалар мәҙәниәте нигеҙендә [[нәфис әҙәбиәт]]тең прозаик жанрҙары күтәрелеш кисерә. Башта «повесть» һәм «новелла» тыуһа, улар артынан «роман» жанры барлыҡҡа килә. Ҡол биләү осоро һәм феодал дәүләттәр әҙәбиәтендә төп урынды алып торған поэтик жанрҙар, иҫкереүгә дусар булып, әҙәбиәт өлкәһенән бөтөнләй юғалмаһалар ҙа, тора бара үҙҙәренең баштағы әйҙәүсе асылдарын юғалта. Буржуаз, һуңынан капиталистик йәмғиәттә төп ролде үҙ өҫтөнә ала барыусы әҙәби ысулдар нығыраҡ прозаға тартыла. Был жанрҙағы [[нәфис әҙәбиәт]] [[шиғриәт|поэзия]]ның алдынғылығын ҡыҫырыҡлай башлай, тәүҙә уның менән бер тәңгәлгә күтәрелһә, капитализмдың сәскә атыуы ваҡытында уны һиҙелерлек артҡа һәм түбәнгә ҡалдыра. XIX быуатҡа прозаик-яҙыусылар, новелла һәм роман авторҙары [[нәфис әҙәбиәт|матур әҙәбиәт]]тә һиҙелерлек ижадсыларға әйләнә. Улар [[шиғриәт|поэзия]] тантана иткән замандарҙағы поэма һәм трагедия яҙыусылары кеүек үҙ әҫәрҙәрендә йәмғиәткә оло һәм киң күләмдәге типик дөйөмләштереүҙәр һәм һөҙөмтәләр тәҡдим итә.
 
== Прозалағы әҙәби жанрҙар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Проза» битенән алынған