Паль Роберт Васильевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
|Викицитатник =
}}
'''Паль Роберт Васильевич''' (15 апрель 1938 йыл)  — [[урыҫ теле]]ндә ижад иткән [[Башҡортостан]] шағиры һәм яҙыусыһы, тәржемәсе һәм журналист, [[Башҡортостан]]дың Яҙыусылар (1969) һәм Журналистар союздары ағзаһы, [[Башҡортостан]]дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Роберт Васильевич Паль 1938 йылдың 15 апрелендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Ауырғазы районы]] «Әлшәй» совхозында (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Стәрлетамаҡ районы]] [[Первомайский (Стәрлетамаҡ районы)|Первомайский]] ауыл Советы) тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң [[Стәрлетамаҡ]] һәм [[Белорет]] педагогия училищеләрендә уҡый, 1961 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның тарих-филология факультетын тамамлай. Юғары белем алғас, йүнәтмә буйынса [[Ҡырмыҫҡалы районы]] [[Подлуб (Ҡырмыҫҡалы районы)|Подлуб]] ауылы мәктәбендә тарих уҡыта. Аҙаҡтан [[Башҡортостан китап нәшриәте]]ндә мөхәррир, редакция мөдире һәм баш мөхәррир булып эшләй. 1986 — 19881986—1988 йылдарҙа [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты. 1988 йылдан [[урыҫ теле]]ндә [[Өфө]]лә сыҡҡан [[«Бельские просторы»]] республика әҙәби журналында — бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Төп хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бер рәттән [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзының [[урыҫ теле]]ндә яҙыусы әҙиптәренең ижади берекмәһен етәкләй.
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Роберт Паль әҙәби ижад менән уҙған быуаттың илленсе йылдарында, [[Стәрлетамаҡ]] һәм [[Белорет]]та педучилищелә уҡығанда шөғөлләнә башлай, был ҡалалар гәзиттәрендә уның тәүге шиғырҙары баҫыла. [[Башҡорт дәүләт университеты]]нда әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөй, был уның һиҙелерлек әүҙемләшеүенә булышлыҡ итә. Йәш әҙиптең «Живые маки» тип исемләнгән беренсе шиғри йыйынтығы [[Башҡортостан китап нәшриәте]]ндә 1964 йылда донъя күрә. Артабан бер-ике йыл арауыҡ менән шиғырҙар һәм поэмалар тупланған «Горизонты романтики» (1966), «Третье свидание» (1968), «Высокое пламя» (1969), «Лебединое поле» (1972), «До высоты звезды» (1983), «Лицом к лицу» (1988), «Плач одинокой кукушки» (1993) тигән һәм башҡа шиғыр һәм поэма китаптары баҫылып сыға. Дөйөм алғанда, ул тиҫтәләгән шиғри йыйынтыҡ авторы. Роберт Паль шиғырҙарына яҡшылыҡ идеяларын тәүге урынға ҡуйыу, уларға дан йырлау хас. Шағирҙың лирик геройҙарында гел алдынғы сафтарҙа, уларҙа даими әүҙемлек һәм кешелек донъяһының тик ыңғай сифаттары ғына өҫтөнлөк итә.
 
Шиғри ижадта етәрлек дәрәжәлә тәжрибә туплаған әҙип прозала ла үҙен уңышлы һынап ҡараны. Төрлө быуын китап уҡыусылары уның «Иду до конца» (1973) һәм [[башҡорт]] халҡының ҡаһарман улы, ике тапҡыр [[Советтар Союзы Геройы]] хәрби осоусы [[Гәрәев Муса Ғaйса улы|Муса Гәрәев]]ҡа арналған «Есть у неба земля» (1975) повестарын бик йылы ҡаршыланы. Әҙиптең китап баҫыу тарихына арналған «Человек придумал книгу» тигән әҫәре, 1983 йылда [[Мәскәү]]ҙең «Советская Россия» нәшриәтендә күп тираж менән баҫылып, тиҙ арала таралып бөттө.
ХХ быуаттың беренсе ун йыллыҡтарында [[Көньяҡ Урал]]да булған революцион ваҡиғаларҙы әҙәби күҙлектән тергеҙеүгә арналған «Легенды будут потом», «На исходе ночи», «Отзовется в живых», «Бессмертники  — цветы вечности» тип исемләнгән роман-хроникаларын әҙәби тәнҡит ыңғай ҡабул итте.
Яҙыусының 2008 йылда [[«Китап» нәшриәте]]ндә донъя күргән «Заглянуть в бездну» исемле повестар китабы «Алтын [[Урал]]» әҙәби премияһына лайыҡ булды.
 
Роберт Паль әҫәрҙәре [[башҡорт]], [[украин теле|украин]], [[ҡаҙаҡ теле|ҡазаҡ]], [[татар теле|татар]], [[сыуаш теле|сыуаш]] һәм башҡа телдәргә әйләндерелгән. Уның китаптары [[Өфө]], [[Мәскәү]], [[Ҡаҙан]] һәм башҡа ҡалаларҙа донъя күрҙе. Әҙиптең һуңғы ун йыллыҡтарҙа яҙылған шиғырҙары ҙәм повестары [[«Бельские просторы»]] журналында донъя күрә килә.
 
Поэзия һәм проза жанрҙары менән бергә Роберт Васильевич тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул [[башҡорт]]санан [[урыҫ теле|урыҫ]]саға [[Башҡортостандың халыҡ шағирҙары]] [[Рауил Бикбаев]] һәм [[Факиһа Туғыҙбаева]], билдәле әҙиптәр [[Муса Ғәли]], [[Рамаҙанов Ғилемдар Йыһандар улы|Ғилемдар Рамазанов]], [[Яҡуп Ҡолмой]], [[Тамара Ғәниева]], [[Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы|Гөлфиә Юнысова]], [[Әнисә Таһирова]] шиғырҙарын, [[Хәким Ғиләжев]] һәм [[Байрамов Әхнәф Арыҫлан улы|Әхнәф Байрамов]]тың повестарын тәржемә итте.
[[Башҡортостан]]дың [[урыҫ теле|урыҫ]] әҙәбиәтен һәм матбуғатын үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө һәм ижади ҡаҙаныштары айҡанлы Роберт Васильевич «[[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Шағир, яҙыусы һәм тәржемәсенең хеҙмәт емештәре шулай уҡ [[Степан Злобин]] һәм [[Фатих Кәрим]] исемендәге әҙәби премиялар менән баһаланды.
 
== Китаптары ==
* Живые маки: Стихи и поэма.  — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1964.  — 78 с. {{ref-ru}}
* Горизонты романтики: Стихи и поэма.   Уфа, Башкирское книжное издательство, 1966.  — 72 с. {{ref-ru}}
* Третье свиданье: Стихи.  — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1968.  — 144 с. {{ref-ru}}
* Высокое пламя: поэмы.  — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1969.  — 92 с.
 
== Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре ==
* [[Башҡортостан]]дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Юл 53 ⟶ 54:
 
== Әҙип тураһында ==
* Могучев А. Стихи, рожденные судьбой: о гражданском пафосе лирики Р. Паля // Истоки.  — 2010.  — сентябрь (№  17) .  — С. 4-5. {{ref-ru}}
 
== Сығанаҡтар ==
* [[Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы|Гайнуллин М. Ф.]], [[Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы|Хусаинов Г. Б.]] Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского.  — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977.   416 с. {{ref-ru}}
* [[Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы|Ғәйнуллин М. Ф.]], [[Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы|Хөсәйенов Ғ.Б.]] Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
* Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р.  Н.  Баимов, Г.  Н.  Гареева, Р.  Х.  Тимергалина.  — Уфа: Китап, 2006.  — 496 с. {{ref-ru}}
 
== Һылтанмалар ==
* [http://www.bashinform.ru/news/545115/ Роберт Паль — автор, утверждающий добро и справедливость (К 75-летию известного писателя и переводчика)] {{ref-ru}}
 
[[Категория:Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар]]