Шәһиәхмәтов Мөхәмәҙинур Шаһинур улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Персона |имя = Шәһиәхмәтов Мөхәмәҙинур |изображение = |ширина…" исемле яңы бит булдырылған
 
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
|род деятельности = Мәғрифәтсе, реформатор мулла
|дата рождения = 15.05.1879
|место рождения = [[Башҡортостан]] [[{{ТУ|Ҡырмыҫҡалы районы]]}} [[Шайморат]] ауылы
|гражданство = {{Флагификация|Российская империя}} →<br /> [[Файл:Флаг башкир.png|22px|border]] [[Бәләкәй Башҡортостан|Башҡортостан]] →<br />{{Флагификация|СССР}}
 
21 юл:
}}
 
'''Шәһиәхмәтов Мөхәмәҙинур Шаһинур улы (1879—1922)''' — XX быуат баштарында һәр төбәктә мәҙрәсә, мәхәллә, мәктәп, [[Мәсет|мәсет]] хеҙмәткәрҙәренән ябай [[башҡорт]] халҡы ҡатламдарының мәғрифәткә, мәҙәниәткә ынтылышын асыҡ сағылдырған мөғәллимдәр һәм муллалар күтәрелеп сыға. [[Ҡырмыҫҡалы районы|Ҡырмыҫҡалы]] төйәгендә Мөхәмәҙинур Шаһинур улы Шаһиәхмәтов - — шундай арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе.
 
== Тормошо ==
Мәғрифәтсе, реформатор мулла, мөғәллим Мөхәмәҙинур Шаһинур улы Шаһиәхмәтов 1879 йылдың 15 майында хәҙерге [[Башҡортостан]] Республикаһының [[Ҡырмыҫҡалы районы]] [[Шайморат|Шайморатов]]ов (элекке Биштәкә) ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә.
 
Ата-әсәһенән уҡырға-яҙырға өйрәнгәс, туғыҙ йәшлек Мөхәмәҙинурҙы Ҡыйышҡы мәҙрәсәһенә уҡырға бирәләр. Бында отҡор малай Мирсаяф Камалетдиновтың һәләтле шәкерттәренең береһе була, һигеҙ йыл эсендә ул замандағы дини белем донъяһының барлыҡ әлкәләрен яҡшы үҙләштерә, яҙырға, һүрәт төшөрөргә өйрәнә, умарта тотоу, баҡса үҫтереү буйынса белем ала.
32 юл:
1902 йылда Мөхәмәҙинур Шаһиәхмәтов батша армияһына хәрби хеҙмәткә алынып, Алыҫ Көнсығышта һалдат бурысын үтәй. Тиҙҙән, 1904 йылда, урыҫ-япон һуғышы башлана. Мөхәмәҙинур Шаһиәхмәтов [[Япония|япондарға]] ҡаршы аяуһыҙ алыша, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Николай ордены, Георгий тәреһе менән бүләкләнә. Был уға, һуғыш бөтөү менән үк, хәрби хеҙмәте тулмаһа ла, тыуған төйәгенә ҡайтып китергә мөмкинлек бирә.
 
Биштәкә халҡы үҙенең батыр улы Мөхәмәҙинур Шаһиәхмәтовты ҙурлап ҡаршылай. Ул шунда уҡ мәхәллә муллаһы, мәҙрәсә имам-хатибы итеп тәғәйенләнә. Ер-Һыуҙар күреү, мәғлүмәтле кешеләр, офицерҙар менән осрашыу Мөхәмәҙинур Шаһиәхмәтовты үҙ халҡының тормошо, йәштәрҙең киләсәге тураһында тәрән уйҙарға һала. Ул уҡыу йәшендәге балаларҙы төрлө ауылдарға һәм [[Өфө]] ҡалаһының данлыҡлы «[[Ғәлиә мәҙрәсәһе|Ғәлиә]]», «[[Ғосмания мәҙрәсәһе|Ғосмания]]» мәҙрәсәләренә уҡырға алып бара. Йәштәргә яңыса, донъяуи белем биреү маҡсатында 1912 йылдың 12 сентябрендә Мөхәмәҙинур Шаһинур улы Шаһиәхмәтов тыуған ауылында дүрт йыллыҡ урыҫ-башҡорт мәктәбе асыуға өлгәшә. Шәкерттәрҙе уҡытыу тәүҙә уның атаһы нигеҙендә ҡалған йортонда ойошторола, бер йылдан һуң ике таш бина төҙөлә. Биштәкә урыҫ-башҡорт мәктәбендә уҡытыу программаларына хисап, [[тарих]], [[география]], [[урыҫ теле]] һәм [[Әҙәбиәт|әҙәбиәте]], [[медицина]] нигеҙҙәре индерелә. Мөҙәрис Мөхәмәҙинур Шаһинур улы Биштәкәгә яҡын-тирәләге ауылдарҙан барлыҡ балаларҙы ла уҡыуға йәлеп итә, мәктәп янындағы яңы ғына төҙөлгән интернатҡа урынлаштыра.
 
Күп тә үтмәй, ауыл күрке булып урта мәктәп-интернат бинаһы файҙаланыуға тапшырыла, уҡыу йортоноң даны тирә-яҡҡа киң тарала.
38 юл:
Оҙаҡ йылдар буйы халыҡ мәктәпте «Мөхәмәҙинур мәктәбе» тип йөрөтә, уның беренсе мөҙәрисе һәм мөғәллиме Мөхәмәҙинур Шаһинур улы Шаһиәхмәтовты әле лә ололап иҫкә ала.
 
1965 йылда Шайморатов урта мәктәбенә башҡорт халыҡ батыры [[Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы|М. М.  Шайморатов]] исеме бирелә. Был уҡыу йорто — төбәктә алдынғы мәктәптәрҙең береһе.
 
== Һылтанмалар ==