Телевидение: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Big TV screens .jpg|thumb|200px]]
'''Телеви́дение''' ({{lang-el|τήλε}}  — «алыҫ» һәм {{lang-la|video}}  — «күрәм»; яңы [[латин теле]]нән {{lang-la2|televisio}}  — «алдан күреү»)  — хәрәкәт итеүсе һүрәтте һәм тауышты алыҫ араға тапшырыу өсөн ҡоролмалар комплексы. Көндәлек тормошта телетапшырыуҙарҙы етештереү һәм таратыу менән шөғәләнгән ойошмаларҙы исемләү өсөндә ҡулланыла. [[Радио]]тапшырыу менән берлектә телевидение иң таралған киң (сәйәси, мәҙәни, ғилми-танып белеү һәм уҡыу) мәғлүмәт таратыу сараһы, тағы ла төп элемтә сараһы булып тора.
 
== Төп нигеҙҙәре ==
18 юл:
{{legend|Grey|Мәғлүмәттәр юҡ}}
|}]]
Телевидение [[радио]]сигнал ярҙамында йәки кабелдәр аша һүрәт элементтарын бер-бер артлы тапшырыу принцибында нигеҙләнгән<ref>''С.  Г.  Лапин''. {{Из|БСЭ|http://slovari.yandex.ru/dict/bse/article/00078/14100.htm|издание=3-е}}</ref>.
 
== Башҡортостанда ==
1954 йылда [[Өфө]]лә тәүге һәүәҫкәр телеүҙәк барлыҡҡа килә, 1955 йылда документаль һәм нәфис фильмдар күрһтеү өсөн антенна менән мачта һәм телевизион тапшырғыс урынлаштырыла. 1958 йылда [[Яңауыл районы]]нда Ижевск телевидениеһы студияһының тапшырыуҙарын ҡабул итеү һәм тапшырыу өсөн телевизион ретранслятор ТРСО-20/7 урынлаштырыла.
 
1959 йылда радиотелевизион башняһы (бейеклеге 180 м) менән бергә Өфө телеүҙәге төҙөлә һәм Башҡортостан телевидениеһы студияһының регуляр тапшырыуҙары башлана. 1967 йылдан алып ике программалы тапшырыуҙар Өфөлә, ә 1971 йылдан алып  — республика буйынса күрһәтелә башлай.
 
1966 йылдан алып Башҡортостанда [[Мәскәү]]ҙән булған тапшырыуҙар даими рәүештә күрһәтелә башлай. 1978 йылда Өфөнән төҫлө һүрәттәге тапшырыуҙар башлана. 1986 йылда тәүге «Төмән  — Өфө  — Ҡазан» телекүпере уҙғарыла.
 
1990-сы йылдарҙа Башҡортотанда күп кенә телестудиялар барлыҡҡа килә. 1999 йылдан алып «Вся Уфа» телеканалы Өфөлә тапшырыуҙар күрһәтә башлай. 2001 йылда «Башкортостан» ДУП ТРК-һы төҙөлә һәм уның нигеҙендә «[[Башҡортостан юлдаш телевидениеһы]]» барлыҡҡа килә. 2009 йылдан алып «Туған Тел» һәм [[Ҡурай (телеканал)|«Ҡурай»]] тәүлек буйы эшләүсе музыкаль күңел асыу телеканалдары эшләй башлайҙар.