Якушев Владимир Владимирович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Якушев Владимир Владимирович''' (14 июнь 1968) - [[Башҡортостан]]да тыуған [[Рәсәй]]ҙең билдәле дәүләт эшмәкәре, 2005 йылдың 24 ноябренән [[Төмән өлкәһе]] губернаторы, [[Берҙәм Рәсәй|«Берҙәм Рәсәй»]] сәйәси фирҡәһенең Юғары советы ағзаһы, иҡтисад фәндәре кандидаты (2005), [[Почет]] (2008) һәм IV дәрәжә [[«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн»]] (2012) ордендары кавалеры.
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Владимир Владимирович Якушев 1968 йылдың 14 июнендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Нефтекама]] ҡалаһында алыҫ араларға йөрөүсе шофер-водитель ғаиләһендә тыуған. Ете йәшендә ата-әсәһе менән [[Ямал-Ненец автономиялы округы]]ның Надым ҡалаһына күсенеп килә һәм шунда урта мәктәпте тамамлай. 1986 йылдың 26 июненән 1988 йылдың 6 июненә ҡәҙәр Совет Армияһы сафтында хәрби хеҙмәттә була һәм запасҡа ҡайтарылғандан һуң Төмән дәүләт университетына уҡырға инә. 1993 йылда был уҡыу йортоноң юридик факультетын «хоҡуҡ белеме» һөнәре буйынса, 1997 йылда — ситтән тороп иҡтисад факультетын «финанстар һәм кредит» һөнәре буйынса, иҡтисадсы квалификацияһы алып, уңышлы тамамлап сыға.
 
Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда [[Көнбайыш Себер]] комерция банкының [[Ямал-Ненец автономиялы округы|Ямал-Ненец]] филиалында юристконсультант булып башлай. Артабан 1994 йылдың 25 июленән 1995 йылдың 24 ғинуарынаса банк филиалы директоры вазифаһын башҡарыусы, шунан уның директоры булып эшләй. 1997 йылдың 19 майында «Запсибкомбанк» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салехард филиалы директоры — банктың вице-президенты итеп тәғәйенләнә, 1998 йылдың 27 апреленән банктың беренсе вице-президенты, 1998 йылдың 29 апреленән «Запсибкомбанк» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты була.