Википедия:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
категория
2 юл:
{{Ҡулланмалар}}
Башҡорт Википедияһының төп маҡсаты — [[башҡорт теле|башҡорт телендә]] тулы, йыйнаҡ һәм дөрөҫлөктө көсәгән [[энциклопедия]] төҙөү. Был эшкә башҡа ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеп, туған телгә булған ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү ҙә маҡсат итеп ҡуйыла.
Был маҡсаттарҙы юғары кимәлдә тормошҡа ашырыу өсөн Википедияла дөйөм ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе һаҡлау кәрәк. Ентекле ҡағиҙә һәм күрһәтмәләрҙе [[:Категория:Wikipedia:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр| Категория: Wikipedia:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр]] категорияларында табырға була.
 
== Википедияның ҡағиҙәләре тураһында ==
Википедия телдәр буйынса бүленгән. Уртаҡ ''принциптар'': [[ВП:УҠ|тарафһыҙ ҡараш]], [[ВП:АХ|авторлыҡ хоҡуҡтарына ихтирамлы булыу]], [[GFDL|GNU лицензияһы]] һәм башҡа ҡайһы бер ''принциптар'' - бөтә телдәрҙә мотлаҡ һаҡланырға тейеш. Мәҡәләләрҙе форматлау ҡағиҙәләре, берләшмә эсендәге мөнәсәбәттәр һәм оҡшаш хәлдәр бүлек эсендә берләшмә тарафынан көйләнеп тора. Беҙҙең хәҙерге ҡағиҙәләр, бөтә ҡағиҙәләр кеүек бөтә яҡтан камил түгел, ваҡыт үтеү менән яҡшыра баралар. Һәм был эштә һәр бер теләүсе ҡатнаша ала<ref>Яңы ҡағиҙәләрҙе керетер өсөн берләшмәнең был ҡағиҙәләрҙең ҡабул ителеүе өсөн риза булырға тейеш. Бер тәҡдимдең ҡулланма йәки ҡағиҙә булып һаналыуы өсөн, был тәҡдимдең ғәмәлгә керетелеүенә ҡағылышлы ҡатнашыусыларҙың тәҡдимде ҡарап уның менән риза булып, ғәмәлгә керетелеүенә ҡарар бирергә тейештәр. Ҡағиҙә тураһында тәкдимдәр [[Википедия:Ҡоролтай|Ҡоролтайҙа]] белдерелергә тейеш. Тәҡдим ителгән ҡағиҙәләр менән танышып сығыу өсөн билдәле ваҡыт бирелә: бер аҙна, шунан һуң яңы ҡағиҙә битенең өҫкө өлөшөнә <nowiki>{{policy}}</nowiki> ҡалыбы ҡуйыла. Әгәр яңы тәҡдим тураһында фекер алышыу барғанда килешмәүселек тыуа икән, был ваҡыт, ҡатнашыусылар уртаҡ ҡарарға килгәнгә тиклем оҙайтылырға мөмкин. Әгәр ҡатнашыусылар бер нисек тә уртаҡ фекергә килә алмай икән, яңы ҡағиҙәнең раҫланыуы [[Википедия:Һайлау|һайлау]] менән хәл ителергә мөмкин.</ref>. Бер ҡағиҙәләр ''системаһынан'' икенсеһенә күсеү (шунан бәлки кире күсеү), бик күп файҙа килтермәйәсәк. Электән ғәмәлдә булған ҡағиҙәләр бик күп ҡатнашыусылар тарафынан тикшерелгән, шул ҡағиҙәләргә таянып бик күп мәҡәләләр яҙылғанлыҡтан, ул ҡағиҙәләрҙе үҙгәртеү өсөн нигеҙле һәм төплө сәбәптәр булырға тейеш. '''Һәм бының өсөн бик күп тырышлыҡ кәрәк буласаҡ.'''
 
== Мәҡәләнең эстәлеге ==
 
=== Тел һәм ''стиль'' ===
Мәҡәләләрҙе әҙәби [[Башҡорт теле|башҡорт телендә]] һәм [[Функциональ һөйләү стилдәре#Фәнни стиль|фәнни стилдә]] яҙыр кәрәк. Аңлатыу тик өсөнсө зат исеменән генә алып барылырға тейешле. Бик ябай һөйләмдәр менән яҙмаҫҡа, [[Телгә йоҡмаған һүҙҙәр|хупланмаған һүҙҙәр]] ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Мәҡәләләрҙә шәхси иҫкәрмәләр һәм имзалар ҡуйырға ярамай, уларҙы фекер алышыу биттәрендә йәки мәҡәлә яҙыу тәҙрәһендә текст эсенә <nowiki><!-- йәшереп --></nowiki> ҡуя алаһығыҙ.
Юл 16 ⟶ 17:
=== Мәҡәләнең төҙөлөшө ===
Мәҡәләләге аңлатыу эҙмә-эҙлеклелеген һәм текстҡа ярҙамсы иҫкәрмәләр ҡуйыу тәртибен уҡыусыға уңайлы буласаҡ рәүештә алып барығыҙ.
Бик күп мәҡәләләр ҡабул ителгән [[Википедия:Ҡалыптар|ҡалып]] менән яҙылған. Шуның өсөн, мәҫәлән яңы бер үҫемлек тураһында мәҡәлә яҙаһығыҙ икән, [[умырзая]] мәҡәләһендәге ҡалыпты ҡуллана алаһығыҙ; минералдар тураһында булһа - [[алтын]], хайуандар тураһында - [[айыу]], һ.б.
Яңы мәҡәлә яҙғанда, оҡшаш тема буйынса яҙылған мәҡәләнең мөхәррирләү тәҙрәһенән ул мәҡәләнең текстын йәки ҡалыбын күсереп алырға була. Шунан һуң, формаһын һаҡлап, эстәлеген үҙгәртегеҙ.
Бер төшөнсә тураһындағы мәҡәләнең башында ул төшөнсәнең исемен яҙығыҙ. Шунан башлыҡһыҙ, ул төшөнсәне аңлатҡан, ҡыҫҡа һәм дөйөм, бер-ике абзацлыҡ аңлатыу тексы ҡуйығыҙ.
 
Юл 27 ⟶ 28:
* '''хронологик тәртиптә''' — тарихи белешмә өсөн;
* '''тематик тәртиптә''' — исемлектәрҙә ҡулланыу ҡулай;
* '''[[әлифба]] тәртибендә''' башҡа тәртиптәр тап килмәгән ваҡытта.
 
==== Ярҙамсы билдәләр һәм белдереүҙәр ====
Юл 75 ⟶ 76:
 
=== Имза ===
* '''Мәҡәләгә имза ҡуйырға ярамай''', сөнки мөхәррирләнгән мәҡәләне һеҙҙең кеүек бик күп ҡулланыусы төҙәтә ала.
* '''Фекер алышҡанда''' (шулай уҡ үҙегеҙҙең шәхси фекер алышыу битендә лә) '''имза ҡуйыу мотлаҡ''': фекер алышыу бик уңайлы була. Яҙған фекерҙәрегеҙҙе һеҙҙән һуң башҡа кешеләрҙең дә уҡыясағын онотмағыҙ, сөнки фекер алышыу битендә лә мәҡәлә тураһында бик файҙалы мәғлүмәттәр була. [[Википедия:Фекер алышыу ҡағиҙәләре| Фекер алышыу ҡағиҙәләрен]] ҡарағыҙ.
* Имза ҡуйыу өсөн дүрт [[тильда]] керетегеҙ (<nowiki>~~~~</nowiki>) улар «имза + тарих + ваҡыт» буласаҡ; өс тильда (<nowiki>~~~</nowiki>) тик имза ғына буласаҡ. Тик беренсе ысулды ҡулланыу хәйерлерәк: әгәр яҙылғандар буталып китә икән ваҡыт буйынса ниндәйенең ҡасан яҙылғанын аңларға була. Әгәр һеҙ Википедияла теркәлмәгән ҡулланыусы йәки үҙ ҡушма исемегеҙ менән кермәгән икәнһегеҙ, үҙ исемегеҙҙе, бик булмаһа ҡушаматығыҙҙы яҙығыҙ.
* Имзағыҙҙы үҙ фекерегеҙҙең/белдереүегеҙҙең башына түгел, аҙағына ҡуйығыҙ.
* Имза ҡуйыу, бер тексттың билдәле бер кеше тарафынан, билдәле бер ваҡытта яҙылғанлығыны аңлата. Шунлыҡтан, ҡуйылған имзаны үҙгәртеү (ҡуйыусы тарафынан булһа ла) тыйыла, бигерәк тә ул фекергә/белдереүгә яуап бирелгән булһа. Әгәр билдәһеҙлекте йәки аңлашылмаусанлыҡты юҡ итер өсөн үҙгәртеү кәрәкле икән, текстың иҫке өлгөһөн юймайынса, өҫтөн <strike>һыҙып</strike> ҡалдырығыҙ. Иҫке һөйләмдәрҙең йәки һүҙҙәрҙең өҫтөн һыҙыу өсөн '''<nowiki><strike></nowiki>''' [[HTML]] тамғаһын ҡуллана алаһығыҙ.
 
== Нимә тураһында һәм нисек яҙырға? ==
 
=== Булған мәҡәләләрҙе төҙәтегеҙ ===
Яңы бер мәҡәлә булдырыуға ҡарағанда булған мәҡәләне тултырыу һәм төҙәтеү файҙалыраҡ. Сөнки оҡшаш мәҡәләләр яҙыу урынына бер ҙур мәҡәләне һаҡлау аҡылға ятышлыраҡ. Әгәр мәҡәләлә ниндәй ҙә булһа бер хата, иҫке мәғлүмәттәр күрәһегеҙ икән ҡурҡмайынса төҙәтегеҙ. Был эшегеҙ менән һеҙ киләсәктәге уҡыусыларға ярҙам ғына итәсәкһегеҙ.
Юл 92 ⟶ 94:
'''Бер нисә юлдан ғына ғибәрәт булған мәҡәләләр яҙмағыҙ''', сөнки улар мәғәнәһеҙ тип һаналып [[Википедия:Биттәрҙе юйыу|юйыласаҡтар]].
 
Теләк менән яҙыла башлаған мәҡәләнең дә яҙылып бөтөлмәүе мөмкин. Ундай ваҡытта '''ул мәҡәләне Википедияға урынлаштырмауығыҙ хәйерлерәк булыр'''; яҙып бөтөлгәнгә тиклем үҙегеҙҙә һаҡлап тороғоҙ. Яҙылып бөтөлмәгән мәҡәлә күргән ваҡытығыҙҙа, уны <nowiki>{{stub}}</nowiki> [[Википедия:Ҡалыптар|ҡалыбы]] менән билдәләгеҙ. Тамғаны мәҡәлә текстынан '''һуң''', категориялар һәм интервики һылтанмаларынан '''алда''' ҡуйығыҙ.
 
Әгәр мәҡәләлә аңлатылған төшөнсәнең бер нисә мәғәнәһе бар икән, теләгегеҙ булғанда һәр бер мәғәнәһе өсөн айырым мәҡәлә яҙығыҙ. Һәм иң аҙаҡтан <nowiki>{{disambig}}</nowiki> тамғаһын ҡуйып '''аңлатыу билдәһеҙлелеген хәл итеү''' мәҡәләһен яҙығыҙ. Үрнәк өсөн [[Европа]] мәҡәләһен ҡарай алаһығыҙ..
Юл 100 ⟶ 102:
 
=== Башҡа телдәрҙән мәҡәләләр тәржемә итегеҙ ===
Башҡа телдәге оҡшаш мәҡәләләрҙән мәғлүмәттәр алығыҙ. Бик күп уҡыусыларыбыҙ өсөн был тел урыҫ теле буласаҡ, шунан инглиз йәки немец телдәре. Быларҙан башҡа һеҙ аңлаған телдәр буласаҡ. Башҡа телдәрҙән мәҡәләләр тәржемә итеү -- әҙәби сит телде өйрәнеү ҙә, ҡыҙыҡһынған әйберегеҙ тураһында мәғлүмәт туплау ҙа буласаҡ. Ни булһа ла мәҡәләгеҙҙе сит телдәге оҡшаш мәҡәлә менән сағыштырып ҡарау артыҡ булмаясаҡ; мәҡәләгеҙҙең етешһеҙлектәрен табыуығыҙ бик мөмкин. Мәҡәләләр тәржемә итеү тулыраҡ энциклопедия төҙөүҙә бик файҙалы буласак.
 
=== Һылтанмалар яһағыҙ ===
Үҙ мәҡәләгеҙгә тема буйынса бәйләнгән мәҡәләләрҙән һәм каталог-бүлектәрҙән һылтанмалар яһағыҙ. Ә үҙ мәҡәләгеҙгә башҡа мәҡәләләргә (улар булдырылмаған булһа ла) [[гипертекст]] һылтанмалар ҡуйығыҙ. Баш биттән ниндәй ҙә булһа мәҡәләгә дүрт-биш аҙымда барып еткәндә бик яҡшы булыр ине.
 
Әҙер булған Википедия бүлектәренең ҡайһынында үҙ мәҡәләгеҙҙе белдергәндә һәйбәт булыр ине, шул турала уйлағыҙ. Мәҫәлән, бер ниндәй ҡала тураһында яҙаһығыҙ икән -- [[География|«География»]] бүлегендә һылтанма эшләгеҙ, мәҡәләгеҙ бер хайуан тураһында икән -- [[Биология|«Биология»]] бүлегенә керегеҙ, һ.б.
 
Күп кенә гипертекст һылтанмалары булған ҡыҫҡа бер мәҡәлә, бер ниндәй ҙә һылтанмаһы булмаған һәм мәҡәләлә булған һәр бер төшөнсәне берәмләп аңлатҡан оҙон бер мәҡәләне алмаштыра ала.
 
Википедияның башҡа мәҡәләләренә һылтаныуҙы мәҡәлә эсендә, тышҡы сығанаҡтарға һылтаныуҙы мәҡәлә аҙағында <nowiki>==Һылтанмалар==</nowiki> башлығы аҫтында яһау кәрәк.
 
==== Интервики һәм башҡа проекттарға һылтанмалар ====
Юл 146 ⟶ 148:
 
== Мәҡәләне нисек ойошторорға ==
 
=== Бик күп бәләкәй әллә бер ҙур мәҡәлә яҙырғамы? ===
Википедия — һүҙлек түгел. Шуның өсөн дә бер юллыҡ ун «мәҡәлә» урынына ун юллыҡ бер мәҡәлә яҙыу хәйерлерәк. Әгәр мәҡәлә бик тә «һимереп» китә икән, уның эстәлегенән яңы мәҡәлә айырып алығыҙ. Тәүҙән үк тулы һәм төплө энциклопедик мәҡәлә яҙып булмаған темалар буйынса яңы айырым мәҡәләләр ойоштормағыҙ. Бының урынына дөйөм тема буйынса яҙылған мәҡәләлә берәй бүлек яҙығыҙ.
 
=== Оҡшаш мәҡәләләрҙең барлығын тикшерегеҙ ===
Бер мәҡәлә булдырыуҙан алда '''башҡа оҡшаш исемле мәҡәләнең барлығын тикшерегеҙ'''. Тикшереү өсөн '''[[Википедия:Эҙләү|эҙләүҙе]]''' ҡулланығыҙ. Ундай мәҡәләнең булмауына ышанғас ҡына яңы мәҡәлә яҙа башлағыҙ. Эҙләй торған һүҙҙе керетеү урыны һәр биттә бар: һул яҡта, төп йүнәлештәрҙән аҫтараҡ.
 
Һеҙ һайлаған тема буйынса мәҡәләнең барлығын ҡарағандан һуң Википедияның төрҙәш бүлектәрен дә тикшерегеҙ. Бының өсөн тәүҙә [[Баш бит|Баш биткә]] барығыҙ һәм мәҡәләгеҙ өсөн альтернатив исемдәр яҙып ҡарағыҙ. Үрнәк: [[һыу үгеҙе|«һыу үгеҙе»]] — [[гиппопотам|«гиппопотам»]].
Юл 175 ⟶ 178:
 
=== Һүрәттәр, рәсемдәр ҡуйығыҙ ===
Мөмкинселегеҙ булған һайын фотоһүрәттәр, карталар, һүрәттәр һәм тауыш яҙмалары ҡуйығыҙ. Әгәр һеҙ эҙләгән файлдар [[Махсус:Imagelist|Википедия һүрәттәре базаһында]] йәки [[:commons:|Вики-ҺаҡлағысҺаҡлағыста]]та юҡ икән, тәүҙә файлды базаға тейәр кәрәк, бының өсөн һеҙ системаға [[Википедия:Теркәлеү|танылған]] булырға тейешһегеҙ. Һүрәттәрҙе ҡулланыу тураһындағы ентекле мәғлүмәттәр өсөн [[Википедия:Һүрәттәр]] битен ҡарағыҙ.
 
Шәхестәрҙең фотоһүрәттәрен мәҡәлә башланғысына ҡуйған ваҡытта мөмкинселегеҙгә ҡарап алдан төшөрөлгән фотоһүрәттәр ҡулланырға тырышығыҙ (алдан төшөрөлгән һәм дүрттән өс өлөшө күренгәндәр ҙа ярай). Башҡа яҡтан төшөрөлгән һүрәттәр ҡулланырға кәңәш ителмәй. Ҡағиҙә буйынса фотоһүрәт мәҡәләнең уң яғына тигеҙләнеп ҡуйыла, ләкин фотоһүрәттәге кеше уңға боролған булһа (йәғни «тышҡа» ҡарап торған буласаҡ), уны мәҡәләнең һул яғына тигеҙләп ҡуйыр кәрәк. Был ҡағиҙәләр хайуандар өсөн дә, шулай уҡ арауыҡта йүнәлеш һайлай алыу һыҙаттары булған транспорт саралары өсөн дә ғәмәлдә. Был турала ентекле мәғлүмәттәр өсөн [[Википедия:Һүрәттәр#Кәңәштәр]].
Юл 185 ⟶ 188:
=== Типографика ===
Тексттарҙы машинкала баҫылған кеүек түгел, ә [[Типографика|типографик]] стилдә форматлар кәрәк:
* Тире (—) урынына дефис (-), ике дефис (- -) йәки ҡыҫҡа тире (-) ҡулланмағыҙ.
** Дефис (-) һүҙҙәр эсендә ҡулланыла (мәҫәлән, ''ир-егет'', ''ҡап-ҡара'', ''яуым-төшөм'')
* Араны белдергән ваҡытта — мәҫәлән, даталарҙа — бушлыҡһыҙ тире (—) ҡулланығыҙ: [[1941]]—[[1945]]; «ҡыҫҡа» йәки «уртаса» тире (-) башҡорт телендә ҡулланылмай.
* Машинка тырнаҡтары ("") урынына («»"") тырнаҡтарын ҡулланығыҙ (тырнаҡтар эсендә тырнаҡтар ҡуйырға кәрәкле булһа („“"") тырнаҡтарын ҡулланығыҙ).
* [[Апостроф (билдә)|Апостроф]] урынына машинка апострофыны (') түгел, ә берле тырнаҡты (‘) ҡулланығыҙ.
* Күп нөктә ('''…''') урынына өс нөктә ҡулланмағыҙ.
 
Башҡа махсус билдәләр: номер №, параграф §, градус °, промилле ‰, плюс-минус ±, ҡабатлау &times;×, нөктәле ҡабатлау &middot;·, тигеҙ түгел &ne;, яҡынса тигеҙ &asymp;, бәләкәй йәки тигеҙ &le;, ҙур йәки тигеҙ &ge;, эквивалент &equiv;, һулға уҡ &larr;, уңға уҡ &rarr;, өҫкә уҡ &uarr;, аҫҡа уҡ &darr;, һулға-уңға уҡ &harr;, һуңһыҙ &infin;, күп нөктә ….
 
Сит телдәге һүҙҙәрҙе төп яҙылышы менән дөрөҫ итеп яҙығыҙ, әгәр бик аңлашылып бармай икән башҡорт телендәге [[транскрипция|транскрипцияһын]] ҡуйығыҙ.
Юл 212 ⟶ 215:
 
== Төрлөһөнән ==
 
=== Күпләп мәғлүмәттәр ҡуйыу ===
 
Юл 217 ⟶ 221:
<references />
 
[[Категория:WikipediaВикипедия:ҠағиҙәҠағиҙәләр һәм күрһәтмәләр]]
 
[[af:Wikipedia:Beleid]]
[[hsb:Wikipedija:Prawidła]]