Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
вики, категория
7 юл:
|имя при рождении =
|род деятельности = дәүләт эшмәкәре
|дата рождения = [[2 ноябрь]] [[.11.1895]]
|место рождения = [[Ырымбур губернаһы]] [[Ырымбур өйәҙе]] Мерәҫ ауылы (хәҙерге [[{{ТУ|Ырымбур өлкәһе]]}} [[Новосергиевка районы|Яңы Сергиевск районы]]
|гражданство = {{Флагификация|Российская империя}} →<br /> [[Файл:Флаг башкир.png|22px|border]] [[Бәләкәй Башҡортостан|Башҡортостан]] →<br />{{Флагификация|СССР}}
|подданство =
|дата смерти = [[8 декабрь]] [[.12.1937]]
|место смерти = [[Коми АССР‑ы]]
|отец =
23 юл:
}}
 
'''Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы''' ([[2 ноябрь]] [[1895]], [[Ырымбур губернаһы]] [[Ырымбур өйәҙе]] Мерәҫ ауылы (хәҙерге [[Ырымбур өлкәһе]] [[Новосергиевка районы|Яңы Сергиевск районы]])  — [[8 декабрь]] [[1937]], [[Коми АССР‑ы]])  — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Милләте [[башҡорт]].
 
== Тормошо ==
Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин 1895 йылдың 10 октябрендә Ырымбур губернаһының Мерәҫ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Был башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе - — Сәғит Мерәҫов йәшәгән ауыл. Атаһы вафат булғас, Кәрим тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күрә, байҙарҙа мал көтә, ялланып эшләй. Отҡор үҫмерҙе Сәғит Мерәҫов күреп ҡала һәм мәктәпкә уҡырға урынлаштыра.
 
1912 йылда Кәрим Иҙелғужин Өфөләге «[[Ғәлиә мәҙрәсәһе|Ғәлиә]]» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бында ул алгебра, геометрия, физика, химия, тарих, география, педагогика, урыҫ телен өйрәнә, шәкерттәрҙең төрлө түңәрәктәрендә ҡатнаша.
 
1915 йылда Кәрим Иҙелғужин әрмегә алынып, беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Октябрь революцияһын окопта ҡаршылай, 1917 йылдың октябрь аҙаҡтарында тыуған ауылына ҡайта. Бында ул ауыл Советы сәркәтибе була, 1918 йылдың авгусында Ырымбурҙа сыҡҡан «Башҡортостан хәбәрҙәре» гәзитенең сәркәтибе булып эшләй, шунан атлы дивизия писары булып хеҙмәт итә. Башҡорт ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡас, Кәрим Иҙелғужин армия частарын тулыландырыу өсөн башҡорттарҙан доброволецтар йыйыу комиссияһы рәйесе була, 1919 йылдың авгусында Тамъян-Катай кантонының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә.
 
Был осорҙа Башҡортостанда сәйәси хәл бик ҡатмарлы була. Берәүҙәр Башҡортостан автономияһын яҡлап көрәшә, икенселәр уға ҡаршы сығыш яһай. Халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ көсәйә. Шулваҡытта баш күтәреүселәр менән һөйләшеү өсөн Темәскә делегация ебәрелә. Уның составында К. А. Иҙелғужин да була.
 
Яңы тормош өсөн көрәш йылдарында белемле кешеләр бер юлы әллә нисә урында эшләй, кадрҙар йыш алышынып тора. К. А. Иҙелғужин да Тамъян-Түңгәүер, [[Туҡ-Соран кантоны|Туҡ-Соран]] кантон башҡарма комитеттарына етәкселек итә, бер аҙ Ырымбур башҡорт педагогия техникумы директоры булып та ала.
 
1924 йылдың баштарында К. А. Иҙелғужин Мәскәүҙә була, Советтарҙың XI Бөтә Россия съезы эшендә ҡатнаша, унан ҡайтҡас, Арғаяш кантон башҡарма комитеты рәйесе итеп ебәрелә. 1925 йылда ул «[[Башҡортостан (гәзит)|Башҡортостан]]» гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Полиграфия базаһының йомшаҡ булыуы һәм ҡағыҙ етмәү сәбәпле, ул саҡта гәзит сығарыу бик ауыр була. Уны ваҡытында баҫып сығарыу өсөн, яңы мөхәрриргә күп эшләргә тура килә. Тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр бирә - — гәзиттең йөкмәткеһе, биҙәлеше яҡшыра, форматы ҙурайтыла. Төрлө проблемалар яҡтыртыла, гәзиттең абруйы күтәрелә. Был мәлдә Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин башҡорт халҡы тарихын ныҡлап өйрәнә. Шуның һөҙөмтәһендә «1917-1919 йылдарҙа башҡорттар хәрәкәте» тигән ҡиммәтле китап яҙа. Был китап әле лә әһәмиәтен юғалтмаған.
 
1928 йылда Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Илдә һәм республи¬кала дөйөм мәжбүри башланғыс белем биреүҙе индерергә әҙерлек башлана. Әммә бының өсөн кәрәкле шарттар етерлек түгел. Уҡытыусылар аҙ, мәктәп биналары насар. Мәғариф Халыҡ Комиссариаты¬нан, уның урындағы органдарынан уҡытыусылар әҙерләү, мәктәп биналары табыу буйынса ғәйәт ҙур тырышлыҡ талап ителә. Яңы педагогия техникумдары, уларҙың эргәһендә педагогик курстар асыла, уҡытыу-тәрбиә эшен яңыса ойоштороу саралары күрелә. Был айырыуса ауыр һәм мөһим бурыстарҙы үтәүҙә мәғариф халыҡ комиссары күп көс түгә.
 
1931- 19341931—1934 йылдарҙа К. А. Иҙелғужин Ленинградта ғилми-тикшеренеү педагогия институты аспирантураһында уҡый. Уны тамамлағандан һуң, Өфөгә ҡайтып, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү педа¬гогика институты ойоштороу һәм асыу эшенә тотона, уның директор урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡара.
 
Шулай ҙа нығый барған Совет власы элекке дошмандарын тыныс ҡалдырмай. 1936 йылдың сентябрендә К. А. Иҙелғужин ҡулға алынып, контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнә. 1937 Йылдың 10 февралендә биш йылға иркенән мәхрүм ителә, әммә бер аҙҙан эш яңынан ҡарала һәм ҡот осҡос хөкөм сығарыла: атырға! Башҡорт халҡының данлы улдарының береһе - — Кәрим Абдулла улы Иҙелғужиндың ғүмере 1937 йылдың 8 декабрендә өҙелә.
 
1956 йылдың июнендә Башҡортостан Юғары суды президиумы ултырышы К. А. Иҙелғужинға билдәләнгән нигеҙһеҙ ғәйепләүҙе ғәмәлдән сығара, ул аҡланып, яҡты исеме яңынан тарихҡа ҡайта.
 
== Әҫәрҙәр ==
* Октябрь революцияһы башҡорт крәҫтиәндәренә ни бирҙе. [[Өфө]], [[1925]];
* Башҡорт хәрәкәттәре. 1917-19191917—1919 йылдар. Өфө, [[1926]].
 
== Әҙәбиәт сығанаҡтар ==
* Ярмуллин А. Ш.  Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009;
* Давлетшин Р. А.  Башкирское национально-освободительное движение в лицах: К. А. Идельгужин //История края и судьбы людей: тез. докл. и сообщ. второй науч.‑краеведч. конф. Уфа, 1994.
 
== Һылтанмалар ==
* [http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/5767-i-el-uzhin-k-rim-abdulla-uly/ Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы]
* К. Я.  Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.
 
 
[[Категория:Башҡорт шәхестәре]]
[[Категория:Башҡортостан шәхестәре]]
[[Категория:Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Башҡорт шәхестәреАССР-ның дәүләт эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Ғәлиә мәҙрәсәһен тамамлаусылар]]