Йөҙ йыллыҡ һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
өҫтәмә мәғлүмәт
15 юл:
'''Йөҙ йыллыҡ һуғыш''' ({{lang-fr|Guerre de Cent Ans}}, {{lang-en|Hundred Years' War}}) — [[Франция]] һәм уның союздаштары менән бер яҡтан, һәм [[Англия]] һәм уның союздаштары менән икенсе яҡтан, яҡынса 1337 йылдан алып 1453 йылға тиклем дауам иткән һуғыштар серияһы.
 
Был низағтарға төп сәбәб булып инглиз король Плантагенеттар нәҫеленең француз тәхетенә дәғүә булып тора. Плантагенеттар француз король Капетингтар нәҫеле менән туғанлыҡ ептәре менән бәйле булған. Француздар үҙҙәренең яғынан инглиздәрҙе Гиеньдан сығарырға ынтылғандар, был ерҙәр 1259 йылғы [[Париж]] килешеүе менән Францияға инергә тейеш булған. Баштағы уңыштарға ҡарамаҫтан Англия үҙенең маҡсаттарына ирешә алмай, һуғыш һөҙөмтәһендә, 1558 йылға тиклем инглиздәр ҡулында булған Кале портынан башҡа, ул континенттағы бөтә биләмәләренң юғалта.
 
Һуғыш тәнәфестәр менән бергә барлығы 116 йыл дауам итә. Тураһын әйткәндә, быны низағтар серияһы тип атарға мөмкин:
* беренсе (Эдвардиан һуғышы) — 1337—1360,
* икенсе (Каролинг һуғышы) — 1369—1396,
* өсөнсө (Ланкастер һуғышы) — 1415—1428,
* дүртенсе — 1428—1453 йылдарҙа дауам итәләр.
 
Ошо низағтар серияһын дөйөмләштереп торған «Йөҙ йыллыҡ һуғыш» исемле термины һуңыраҡ килеп сыҡҡан.
 
 
== Һуғыштың эҙемтәләре ==
Һуғыш һөҙөмтәһендә, 1558 йылға тиклем Англия составында булған Кале портынан башҡа, Англия континенттағы бөтә биләмәләренң юғалта. Шулар араһында XII быуаттан алып уҡ инглиз тәхетенең көньяҡ-көнбайыш Францияла урынлашҡан киң биләмәләре лә була. Англия короленең аҡылдан яҙыуы илде [[Анархизм|анархия]] һәм үҙ-ара һуғыштарға — [[Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы]]на килтерә. Эске һуғыштар арҡаһында, континентта юғалтҡан территорияларҙы ҡайтарыр өсөн Англияның бер ниндәй көстәре һәм саралары ҡалмай. Быға өҫтәп дәүләт ҡаҙнаһы ҙур хәрби сығымдар арҡаһында буш булған.
 
Йөҙ йыллыҡ һуғыш хәрби эш үҫешенә көслө йоғонто яһай: ҙур ғәскәрҙәр төҙөр өсөн бәләкәй генә сығымдар талап иткән пехотаның алыш яландарында роле көсәйә, тәүге даими ғәскәрҙәр килеп сыға. Яңы төр ҡоралдар уйлап табыла, атыусы ҡорал үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуа.
 
== Иҫкәрмәләр ==