Башҡорт дәүләт университеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
87 юл:
# Математика һәм информацион технологиялар факультеты
 
Математика һәм мэғлүмәт технологиялар факультеты — [[Башҡорт дәүләт университеты]]ныңуниверситетының факультеттары араһында иң эреләренең береһе. Факультет 1972 йылда физика һәм математика факультеттарының бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта бында яҡынса 80 уҡытыусы эшләй. Шулар араһында 74-нең ғилми дәрәжә һәм исеме бар, 21 уҡытыусы фән докторы, уҡытыусылар М.А. Илһамов, В.В. Напалков Рәсәй Фәндәре академияһы ағзалары. Математика факультетының күп кенә уҡытыусылары БР, РФ-ның атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
 
Математика факультеты математика һәм физика факультеты корпусының айырым этаженда урынлашҡан. Факультет эстәлегенә 14 уҡыу аудиторияһы, 5 компьютер залы, кафедра һәм деканат кабинеттары, икенсе этажда уҡыу залы инә. Факультеттағы барлыҡ компьютерҙар бер-береһе менән локаль селтәр һәм сервер аша БДУ-ның локаль селтәре менән бәйләнгән, шулай уҡ Интернет селтәренә лә тоташҡан.