'''Йоһанн Карл Фридрих Гаусс''' ({{lang-de|Johann Carl Friedrich Gauß}}; [[1777]] йылдың 30 апреле — [[1855]] йылдың 23 феврале) — байтаҡ фәнни өлкәләргә, шул иҫәптән [[һандар теорияһы]], [[алгебра]], [[статистика]], [[математик анализ]], [[дифференциаль геометрия һәм топология|дифференциаль геометрия]], [[геодезия]], [[геофизика]], [[электростатистика]], [[астрономия]] һәм [[оптика]]ға тос өлөш индереүсе [[Германия|немец]] [[математика|математигы]] һәм [[физика|физигы]]. [[Копли миҙалы]] лауреаты ([[1838]]), [[Швед фәндәр академияһы|Швед]] ([[1821]]) һәм [[Рәсәй фәндәр академияһы|Рәсәй]] ([[1824]]) фәндәр академияһының, [[Лондон король йәмғиәте]]нең сит ил ағзаһы.
Гаусс донъя тарихындағы иң бөйөк математиктарҙын береһе, «математиктар короле» ({{lang-lat|Princeps mathematicorum}}<ref>''Колмогоров А. Н., Юшкевич А. П. (ред.)'' Математика XIX века. Т. 1. — {{М.}}: Наука, 1978. — С. 52.</ref><ref>''Гиндикин С. Г.'' [http://www.mccme.ru/free-books/gindikin/index.html Рассказы о физиках и математиках.] — {{М.}}: МЦНМО, 2001. «Король математиков» бүлеге.</ref>)булараҡ танылған.