Фридрих Ницше: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
56 юл:
Ницше 1889 йылда ижадтан туҡтай - аҡылдан яҙа. Ницшеның күҙе алдында бер кеше атын туҡмағандан <ref>[http://www.gumer.info/bogoslov_Buks/Philos/Reale_ZapFil/Modern/_11.php ''Реале Дж., Антисери Д.'' «][http://www.gumer.info/bogoslov_Buks/Philos/Reale_ZapFil/Modern/_11.php Западная философия от истоков до наших дней. ][http://www.gumer.info/bogoslov_Buks/Philos/Reale_ZapFil/Modern/_11.php От романтизма до наших дней»]</ref> һуң башлана был. . Ауырыуын нәҫелдән килеүе менән дә, ағыулауҙары менән дә, нейросифилис менән ауырыуы ихтималы менән дә бәйләгән фекерҙәр бар. Философты Базельпсихиатрия хастаханаһына һалалар<ref>[http://www.nietzsche.ru/biograf/biografia/galevi-nietzsche/?curPos=16 ''Даниэль Галеви'' «Жизнь Фридриха Ницше»]</ref>. 1900 йылдың 25 авгусында вафат була. Реккенда XII быуатта төҙөлгән сиркәүҙә ерләйҙәр. . Туғандарының ҡәберҙәре лә шунда
 
 
== Философия ==
[[Рәсем:Nietzsche187a.jpg|thumb|right| 1875 йылдағы фотографияһы]]
 
=== Фәлсәфә стиле ===
Белеме буйынса филолог булараҡ, Ницше үҙ фәлсәфәһен һүрәтләгәндә фекерен аңлатыуға, ылыҡтырырлыҡ итеүгә ныҡ иғтибар итә, һәм талантлы стилист булып абруй ҡаҙана.<ref name="new">''Подорога В.А.'' [http://iph.ras.ru/elib/2096.html Ницше] // Новая философская энциклопедия: в 4 т. / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин. — М.: Мысль, 2000—2001. — ISBN 5-244-00961-3. 2-е изд., испр. и допол. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.</ref>. Ҡанатлы һүҙҙәре, афоризмдары әҙ һүҙ менән күпте әйтергә ярҙам итә <ref name="new"/>. Бының сәбәбен аңлата алмайҙар. Ул саф һауала күп йөрөргә тырыша, был фекерҙе бүлмәй генә яҙыуға ҡамасау итә. Икенсенән, аҡҡа ҡарағанда уның күҙҙәре һыҙлай башлауы ла үҙенекен эшләй, күрәһең. Нисек булһа ла, афоризмды ул үҙенең стиле итеп ала<ref name="percev">'' Перцев А.В.'' Фридрих Ницше у себя дома. — СПб.: Владимир Даль, 2009. — 480с. — (Мировая Ницшеана). — ISBN: 978-5-93615-085-2</ref> Афоризм фекерҙе төрлөсә киңәйтеп аңлатыуға ла юл ҡалдыра.<ref name="podoroga">''Подорога В.А.'' Метафизика ландшафта. — М.: Наука, 1993. — 319 с.</ref><ref>Свасьян К.А.[http://biblios.newgoo.net/t5031-topic Фридрих Ницше: мученик познания]</ref>
===Ихтыяр (теләк, ирек)===
Ницшенең ҡарашынса, донъяның нигеҙен «ихтыяр» тәшкил итә. Ихтыяр, уныңса, берҙән-бер мәғәнәлә генә йөрөмәй. Ул — [[ысынбарлыҡ]]тың этәргес көсө лә, хәрәкәттәге есем дә, хакимлеккә йүнәлдерелгән тойғо ла, «мин»дең экспансияһы ла. Ихтыяр, хакимлеккә йүнәлдерелгән тойғо буларак, йәшәү өсөн көрәштең сағылышы рәүешендә лә ҡарала. Ницше, ихтыярҙың ошо (йәшәү) аспектын киңәйтеп, философияла яңы теорияның һәм яңы ағымдың — «йәшәү филосоияһының» — барлыҡҡа килеүенә беренсе аҙым яһай.
=== Әхлаҡ ===
Этикала Ницше нигилизм позицияһын яҡлап сыға. Кеше интеллектының үҫә барыуы кешенең беренсе инстинкттарын һүнеүгә килтерә, кешенең тәбиғәт менән берлектә булыуына зарар китерә. Ницше әхлаҡты тиҫкәре күренеш тип ҡарай. Уныңса, әхлаҡ коллективта (ҡәбиләләрҙә, дәүләттә, сиркәүҙә һ. б.) «шәкли выждан» ролен генә үтәй һәм кешеләрҙе бойороҡ аҫтында тотоуға ҡамасаулау ғына. Ницше йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙең тәрәкҡыят йүнәлешендә барғанын тнҡар итә. Уның иманы — йәмғиәттең яңынан үҙенә әйләнеп ҡайтыу теорияһы яғында. Ул асыҡтан-асыҡ кешеләр араһында, ғөмүмән йәмғиәт тормошонда, тигеҙлек һәм ғәҙеллек принципларына ҡаршы, элитар принциптарҙы яҡлап сыға.
=== Ғәййәр кеше ===
Ницше үҙенең «Заратустра шулай һөйләгән ине», тигән хикийәһендә, кешеләрҙе бөжәктәр менән сағыштырып, әле кәмһетә, әле ҙур ҡеүәткә эйә булған кешене юғарыға сөя, идеаллаштыра. Уның идеалы — «ғәййәр тәбиғи кеше» («сверхчеловек»). Был идеал Ницшенең фәнни хеҙмәттәрендә лә үҙәк урынды биләп тора. Ғөмүмән, «ницшеанлыҡ» XIX быуатның философия фәнендә иң реакцион теория булып һаналған. Ул немец [[фашизм|фашистларының]] расалар теорияһы өсөн нигеҙ ролен үтәгән. Ницшеанлыҡ социаль яҫылыҡта [[шовинизм]]дың, [[расизм]]дың, [[милитаризм]]дың үрсеүенә теоретик ерлек булһа, сәнғәт өлкәһе өсөн дә ул шулай ук тиҫкәре роль уйнап килә. Сәнғәттәге элитар теориялар барыһы ла ницшеанлыҡ ағымы эсендә йәшәй. Улар — халыҡсанлыҡ принциптарының иң радикаль дошмандары.
 
== Әҫәрҙәре ==