Цивилизация: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
навигация
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Цивилизация''' ({{lang-lat|civilis}} — [[гражданин]], [[дәүләт]]) — билдәле бер иҡтисади формацияның ижтимағи, рухи һәм матди үҫеш кимәле <ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref>;
өлгәшелгән ижтимағи үҫеш, матди һәм рухи мәҙәнилек кимәле <ref>Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. (Г.К. Кунафина, Т.Д.Ишкина, 2001)</ref>.
 
== Терминдың килеп сығышы ==
«Цивилизация» термины [[XVIII быуат]] аҙағында барлыҡҡа килә. Француз мәғрифәтселәре ([[Оноре Мирабо]]) аҡыл һәм гуманистик принциптарға нигеҙләнгән йәмғиәтте цивилизацияға эйә булған йәмғиәт тип һанағандар. Был термин мәғнәүи үҙгәрештәр кисерә. Америка ғалимы [[Льюис Морган]] (1818—1881) кешелек тарафыннан кисерелгән эволюцион үҙгәрештәрҙең өсөнсө, иң юғары баҫҡысын «цивилизация» тип атай (уның ҡарашынса, кешелек йәмғиәте цивилизацияға тиклем «ҡырағайлыҡ» һәм «варварлыҡ» баҫҡыстарын уҙған).
Юл 8 ⟶ 9:
* мәҙәниәт баҫҡысы
* цивилизация баҫҡыс.
 
[[Тойнби Арнольд Джозеф|А. Тойнби]] цивилизация терминына башҡа, уңайыраҡ мәғәнә бирә. Тойнби ҡарашынса, цивилизациялар мәңгелек түгел, улар барлыҡҡа киләләр һәм иртәме-һуңмы һәләкәткә дусар булалар. Эйе, кешелек тарихы ундый тенденцияны белә. Ләкин Тойнби ике мөһим моментты иҫкәрмәй ҡала. Беренсенән, цивилизациялар, нисек кенә тыуа һәм үлә тормаһын, кешелек үҫешенең үҙәк һыҙығы (ябайҙан ҡатлаулыраҡҡа, түбәндән юғарыраҡҡа) дауам итә. Икенсенән, ошо законсылыҡтың нигеҙен йәмғиәттә материаль етештереүҙең камиллаша барыуы тәшкил итә. [[XX быуат]]ның икенсе яртыһы «цивилизация» термины, аҫылда, [[XVIII быуат]] француз мәғрифәтселәре ҡараштары яҫылығында бәйәләнә.
 
== Цивилизация ижтимағи үҫеш баҫҡысы ==
Цивилизация ул — кешелек йәмғиәтенең юғары дәрәжәгә ирешкән етештереү көстәре, фән-техника ҡаҙаныштарының тулыһынса хеҙмәт эйәләре мәнфәғәтенә яуап биреүсе, кешеләрҙең тигеҙлек һәм ғәҙеллек мөнәсәбәттәрен тәьмин итеүсе баҫҡысы. Цивилизация — бер бөтөн система. Ул төрлө элементтарҙан тора. Уға юғары дәрәжәләге иҡтисад, йәмғиәттең ғәҙеллек менән һуғарылған социаль, хокуҡи һәм сәйәси төҙөлөшө, рухи тормошо, шул иҫәптән [[фән]], [[сәнғәт]], [[әхлаҡ]] нормалары, дин һ. б. элементтар хас. Һәр элемент айырым цивилизацияның үҙенсәлеген сағылдыра. Цивилизация ниндәйҙер тышҡы йоғонтоларға бирелүсән булһа ла, уның үҙәге, төп сифаттары үҙгәрешһеҙ ҡала. Боронғо гректар цивилизацияһын ҡытай һәм һинд цивилизациялары менән, ә урта быуаттар Шәреҡ цивилизацияһын [[майя цивилизацияһы]] менән бутап булмай. Цивилизациянең нигеҙен материаль етештереү тәшкил итһә лә, унда рухи факторҙың да йоғонтоһо һиҙелә.
Юл 16 ⟶ 19:
 
Мәҙәниәт — йәмғиәттең сифаты һәм йәмғиәт структураһының айырылғыһыҙ элементы. Цивилизация, бер аспектта,— йәмғиәттең сифаты һәм структур элементы. Ләкин цивилизация, башка йәмғиәт үҫеше аспектында, урын яғынан ҡарағанда,— локаль, ваҡыт яғыннан ҡарағанда, сикле социаль күренеш. Шунлыҡтан, ҡайһы бер ғалимдәр цивилизация менән мәҙәниәтте [[синонимдар]] тип, ә икенселәре мәҙәниәтте цивилизацияның сифаты тип ҡарайҙар.
 
== Һылтанмалар ==
{{Навигация1
Юл 26 ⟶ 30:
|Проект = Тарих
}}
 
== Сығанаҡтар ==
* Гиззәтов К.Т., Философия: 2 китап. 1-се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемулары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек.{{ref-tt}}