Әминев Әмир Мөхәмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
12 юл:
== Ижады ==
Әҙиптең «Турат» исемле тәүге хикәйәһе 1975 йылда «Ағиҙел» журналында донъя күрә, ә «Ҡайын япрағы» тип аталған беренсе хикәйәләр йыйынтығы 1981 йылда нәшер ителә. 1989 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә уның «Йәшлек моңдары» тигән икенсе китабы баҫыла. Унан һуң бер-бер артлы «Сөңгөл», «Ҡапҡа» һ.б. китаптары донъя күрә.
 
Әҫәрҙәренә материалдарҙы әҙип, нигеҙҙә, ауыл тормошонан ала. Йәштәрҙең эскерһеҙ мөхәббәте, шәхестең кешеләр, йәмғиәт алдында яуаплылығы, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ, үткәндәргә, тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш - Әмир Әминев ижадының төп темалары. Ижадына шулай уҡ сюжет, композиция, форма өлкәһендә эҙләнеүҙәр ҙә хас.
 
Яҙыусы тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Мәскәүҙә йәшәгән һәм урыҫса ижад иткән башҡорт яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың прозаһын башҡорт уҡыусыһына башлап еткереүсе ул булды. Шулай уҡ башҡорт теленә Камил Йыһаншин, урыҫ яҙыусыһы Александр Платонов әҫәрҙәрен тәржемә итте.
Хәҙерге башҡорт прозаһы тураһында төплө, етди мәҡәләләр авторы.
 
 
== Әҫәрҙәре ==
Юл 22 ⟶ 23:
* Сөңгөл:Повесть, хикәйәләр. Өфө, 2001;
* Ҡапҡа:Повестар, хикәйәләр. Өфө, 2003.
 
 
== Маҡтаулы исемдәре ==