Батырша: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
22 юл:
|викисклад =
}}
'''Батырша''' ([[1710]] — 24 июнь, [[1762]]) ({{lang-ru| Абдулла Алеев, Батырша Алиев, Абдулла Мязгялдин, Губайдулла Матзялтдин }}) — публицист Батырша Алиев (ысын исеме Ғабдулла Ғәлиев) тарихи әҙәбиәттә Абдулла Алиев исеме менән билдәле. [[Себер даруғаһы]], Башҡортостандың хәҙерге [[Балтас районы]] [[Үрге Ҡарыш]] ауылында тыуған, заманына күрә яҡшы белем алған: бер нисә мәҙрәсәлә уҡыған, [[1744]]-[[1749]] йылдарҙа Усы даруғаһы Ғәйнә олоҫы һәм Исәт провинцияһы ауылдарында мөғәллим һәм мулла була. 1749 йылдан 1755 йылдың майына тиклем [[Себер даруғаһы]]ның Ҡармышбаш ауылында [[мәҙрәсә]] тота, унда күп олоҫтарҙан [[башҡорттар]], [[татарҙар]] уҡый. [[1754]] йылда [[Себер даруғаһы]] ахуны итеп һайлана, ләкин был вазифала эш башламай.
 
[[1755]] йылдың яҙында ул башҡорт ерендә йәшәгән мосолман халкына социаль, иҡтисади һәм дини мәнфәғәттәрен яҡлауға өндәгән мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай һәм ҡораллы ихтилалға саҡыра. Үҙенең саҡырыуында [[Рәсәй империяһы|хөкүмәттең]] мосолман ғөрөф-ғәҙәттәрен сикләүенә, урындағы халыҡҡа ирекле һәм пошлинаһыҙ тоҙ сығарыуҙы тыйыуына, сиктән тыш һалымдар һәм йөкләмәләр һалыуына ҡаршы сыға. Саҡырыу Башҡортостанды [[Рәсәй империяһы|Урыҫ дәүләтенең]] колониаль иҙеүенән тулыһынса азат итеү һәм бойондороҡһоҙ мосолман дәүләте төҙөү талабы менән тамамлана. Был өндәмә Башҡортостандың бөтөн дүрт даруғаһына ебәрелә һәм ихтилал программаһына әүерелә.
30 юл:
Батырша Алиев ихтилал барышында ҡыйыу эш итеү урынына көтөп тороу юлын һайлай, аҙаҡтан шәкерттәре менән урманда йәшеренә. Ихтилал баҫтырылғас, [[1756]] йылдың 8 авгусында [[Уҫы даруғаһы]] Әжәк ауылында (хәҙерге [[Борай районы]] Әжәк ауылы) Батырша тотолоп, [[Мәскәү]]гә, һуңынан [[Санкт-Петербург|Петербургка]] оҙатыла.
 
Төрмәлә ултырған сағында императрица [[Елизавета Петровна]]ға, [[башҡорт ихтилалдары]] башлауға килтергән сәбәптәрҙе күрһәтеп, хат яҙа. Хатта ерле халыҡтың тыныслыҡ яҡлы булыуы күрһәтелә:
{{Цитата| «Урыҫтар ҡыҫымы башланғанға тиклем башҡорттар бер ваҡытта ла баш күтәрмәне», тиелә унда. Шул уҡ ваҡытта, яуызлыҡтар урыҫ түрәләре һәм генералдарынан ғына түгел, урындағы халыҡ вәкилдәренең, старшиналарының ике йөҙлөлөгөнән дә килә, тип аныҡлай ул. Хатта социаль ғәҙеллек хаҡына төрки халыҡтарҙың берләшеү, Ислам берҙәмлеге мотивтары ла бирелә. Ул императрицаға, башҡорттарҙың именлеге батшаның абруйынан бигерәк, башҡарма власть структураларында тәртип урынлаштырыуға бәйле, тип күрһәтә. Батша менән халыҡ араһында намыҫлы һәм дәүләткә тоғро хеҙмәт итергә тейешле чиновниктар армияһы тора: «Беҙ батшаны яуыз тимәйбеҙ, ул ғәҙел, әммә ҡуйынына йәшергән һәм беҙгә килеп етмәгән ғәҙеллектән ниндәй файҙа?»
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Батырша» битенән алынған