Арка: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Яңы: thumb|right|150px|Арканың өс үлсәмле күренеше '''Арка''' —дуға рәүешендә эшләнгән стенала (тәҙрәл...
(айырмалар юҡ)

17:14, 7 сентябрь 2010 өлгөһө

Арка —дуға рәүешендә эшләнгән стенала (тәҙрәләрҙә, ҡапҡаларҙа, ишектәрҙә) йәки терәктәр араһында уйым йәки архитектур ҡоролма. Күп осраҡта арка стенала тәҙрә, ишек уйымдары өсөн эшләнә. Эсе материал менән тултырылған аркаларҙа осрай. Бындай аркаларҙың маҡсаты — стенаның ныҡлығын арттырыу, аҫта ятҡан ҡатламға ауырлыҡ әҙерәк төшһөн өсөн эшләнә. Архитекторҙар төҙөлөш материалдарының ныҡлығын иҫәпләй белмәгән ваҡытта уҡ, был архитертура алымы билдәле булған.

Арканың өс үлсәмле күренеше

Арка төрҙәре

Ярымтүңәрәк арка

 
Ярымтүңәрәк аркалы Рим күпере. Алькантара, Испания

Ярымтүңәрәк арка — түңәрәктең яртыһы формаһындағы арка, түңәрәктең үҙәге менән арканың таяныу урына бер кимәлдә урынлаша.

Йәйә арка

 
Нюрнбергта ит күпере

Йәйә арка – сирек түңәрәк формаһындағы арка. Боронғо Римдә бындай аркаларҙы тәҙрә уйымдарына ҡуйғандар.

Уҡ арка

 
Парижда Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе Соборы (Собор Парижской Богоматери)

Көнсығышта аркалар ҡыҫылып, бер-береһе менән киҫешеп уҡ аркаға әйләнә.

Һылтанмалар