Биксурин Мирсәлих Мирсәлим улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл:
| Сайт =
}}
'''Биксурин Мирсалих Мирсәлим улы, Мирсалих Биксурин''' (1819-1903) — Башҡортостандың мәғариф тарихында, фән һәм мәҙәниәт үҫешендә үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған эшмәкәр <ref>Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.5. — Уфа: Башк. энцикл., 2009, С. 204—205.</ref>.
 
Шәхестең тыуған урыны тураһында дөйөм фекр юҡ. [[Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы|Ә. З. Әсфәндиәров]] 1820 йылда Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлетамаҡ ауылында ерһеҙ башҡорт ғаиләһендә тыүған тип иҫәпләй<ref>Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009, C.134</ref>. [[Рәшит Шәкүр|Р. З. Шәкүров]] Мирсалих Мирсәлим улы Биксурин 1819 [[йыл]]да [[Ырымбур]] ҡалаһында бөлгөнлөккә төшкән дворян [[ғаилә]]һендә тыуған тип иҫәпләй<ref>Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.1. — Уфа: Башк. энцикл., 2009, С. 470.</ref>.
37 юл:
Ярҙамыңды курһәт беҙгә, серең ас, —
</blockquote>
тип, М. Өмөтбаев М. Биксуриндың ғилемлелеген, уҡымышлылығын юғары күтәреп маҡтай, уға дан йырлай <ref>Өмөтбаев М. И. Йәдкәр / Төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ғ. С. Ҡунафин. Яуаплы мөхәррире Ғ. Б. Хөсәйенов. Өфө, 1984. 88—91 се биттәр</ref>.
Мирсалих Биксуриндың ғилми-педагогик эшмәкәрлегендә айырыуса ҡиммәтле бер хеҙмәт бар. Уның төп нөсхәһендә тулы исеме ошондай:
<blockquote>
46 юл:
«Башланғыс ҡулланма...» — күп йәһәттән бик үҙенсәлекле хеҙмәт. Автор башҡорт, ҡаҙаҡ, татар телдәренең фонетик һәм грамматик төҙөлөшөн йыш ҡына ғәрәп, фарсы һәм рус телдәре менән сағыштырыу планында тикшерә.
 
Хеҙмәт был йәһәттән башҡорт һәм, ғөмүмән, төрки тел белемендә ҡәрҙәш телдәрҙе сағыштырма өйрәнеүҙең тәүге тәжрибәһе иҫәпләнә. Күргәҙмә материалдар сифатында М. Биксурин һәр телдең үҙенә генә хас фольклор һәм яҙма әҙәбиәт өлгөләренә мөрәжәғәт итә, китапта бер юлы ике һүҙлексә урынлаштыра. Һүҙлексәлә, башҡа телдәрҙең лөғәт өлгөләре менән бергә, башҡортса 53 һүҙ килтерелә, улар ғәрәп, фарсы һүҙҙәре менән сағыштырыла. Ҡулланмала һорауҙар һәм яуаптар рәүешендә русса, фарсыса һәм төркисә текстар тәҡдим ителә. Китапта саф башҡорт телендә «Батыр батшаның әкиәте» тигән халыҡ хикәйәтенең баҫылыуы ҙур әһәмиәт ҡаҙана. Иҫке ғәрәп имләһе менән яҙылған был хикәйәткә, профессор Ж. Ғ. Кейекбаев билдәләгәнсә, тел ғилеме күҙлегенән ҡарағанда «ниндәйҙер дәрәжәлә бөтөн башҡорт һөйләштәренең элементтары индерелгән» <ref>Кеиекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы: Уҡыу ҡулланмаһы. Өфө, 1996. 31-се бит</ref>.
 
М. Биксурин «Ҡазан университетының ғилми яҙмалары»нда «Өс туған» тигән башҡорт әкиәтен баҫтырып сығара <ref>Ученые записки Казанского университета. Вып. З-й. 1861</ref>. «Ике әҫәрҙең дә теле беҙҙең быуаттың 20-се йылдарында ғәрәпсә шрифт менән башҡортса яҙылған текстарҙан стиль яғынан да, лексик һәм грамматик йәһәттән дә әллә ни айырылмай. Был күренеш ниндәйҙер дәрәжәлә М. Биксуринды башҡорттоң яңы (милли) яҙмаһын башлап ебәреүселәрҙең береһе тип ҡарарға хоҡуҡ бирә» <ref>Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 2-се том. Өфө, 1990. 46-сы бит</ref>.
 
М. Биксуриндың «Башланғыс ҡулланма»һын академик А.Н.Кононов тәү башлап “башҡорт грамматикаһын билдәле дәрәжәлә системалы тасуирлаусы” хеҙмәт булараҡ баһаланы <ref>Кононов А. Н. История изучения тюркских языков в России: Дооктябрьский период. Л.: Наука, 1982. 256-сы бит</ref>.
 
1870 йылда М. Биксурин мөхәррирлегендә башҡорт һәм татар йырҙары йыйынтығы донъя күрә <ref>Записки Оренбургского отдела Русского географического об-щества. Вып. 1-й. 1870</ref>. Бында башҡорт йырҙары ғәрәп графикаһы менән төп нөсхәһендә һәм руссаға тәржемәлә баҫып сығарыла.
 
Был хеҙмәттәре һәм күп йыллыҡ эшмәкәрлеге М. Биксуринды талантлы ғалим-педагог, лингвист, фольклорсы булараҡ күҙ алдына баҫтыра. Үҙ халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыу эше менән ул йәш сағынан, 1840 йылдарҙа уҡ, ҡыҙыҡһына һәм башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып башлап ебәрә. Башҡорт иленең төрлө төбәктәренән ул йырҙар, әкиәттәр, хикәйәттәр, легендалар яҙып ала. Уның тарафынан яҙып алынған фольклор материалдарының бер өлөшө ҡулъяҙма хәлендә хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге китапханаһында һаҡлана. М. Биксуриндың фольклорсылыҡ эшмәкәрлеге махсус өйрәнеүҙе, ул йыйған материалдар һәм, ғөмүмән, уның күп яҡлы ғилми мираҫы айырым том итеп туплап, баҫып сығарыуҙы көтә.
 
М. Биксуриндың ижадында Төркөстан төйәгенә арналған тарихи-этнографик һәм публицистик хеҙмәттәре үҙенсәлекле урында тора. Рәсәй армияһы составында [[Урта Азия]]ға походтарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә яҙылған бындай мәҡәләләрҙен, бер өлөшөн ул, айырым йыйынтыҡ итеп туплап, баҫтырып сығара <ref>Бекчурин М. М. Туркестанский край. Казань, 1872</ref>. М. Биксурин яҙмалары Урта Азияның географияһы, тәбиғәт үҙенсәлектәре, унда йәшәгән халыҡтарҙың тормош-көнкүреше, хужалыҡ системаһы, ижтимағи мөнәсәбәттәре, матди һәм рухи мәҙәниәте буйынса күркәм бер әҙәби-тарихи ҡомартҡы һанала. Был китапҡа ингән мәҡәләләр, академик Ғайса Хөсәйеновтың баһалауы буйынса, «мәғлүмәттәр байлығы, зирәк күҙәтеүсәнлеге, практик тәҡдимдәре, энциклопедик киң ҡараштары менән хәҙер ҙә хайран итә» <ref>Ғайсин X. Биксурин генерал — башҡорт мәғрифәтсеһе // Ватандаш. 1996. № 2</ref>.
 
Атаҡлы мәғрифәтсе, педагог һәм ғалим Мирсалих Биксуриндың ишле ғаиләһендә дүрт ул, дүрт ҡыҙ тәрбиәләнеп үҫеүе тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Улдары Мирйософ, Мирәбүбәк, Мирмәхмүт, Миряҡуп, ҡыҙҙары Зөләйха, Хәҙисә, Фатима, Зөһрә исемле булып, өс улы Неплюев кадетлыҡ корпусын тамамлай һәм офицерҙар булып китә, бер улы — Мирйософ — ғилем юлын һайлап, Ырымбур Ғилми архив комиссияһының хәҡиҡи ағзаһы тигән дәрәжәле исем алыуға өлгәшә.